Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Март , 08:59

Метранпаждың кем икәнен белергә теләһәгеҙ...

Салауат башҡорт дәүләт драма театры уҙған аҙнала “Метранпаж мажаралары” (12+) трагикомедияһын сәхнәгә сығарҙы. Ҡуйыусы режиссеры - Эдуард Шахов.

Метранпаждың кем икәнен белергә теләһәгеҙ...
Метранпаждың кем икәнен белергә теләһәгеҙ...

Салауат башҡорт дәүләт драма театры уҙған аҙнала “Метранпаж мажаралары” (12+) трагикомедияһын сәхнәгә сығарҙы. Ҡуйыусы режиссеры - Эдуард Шахов.

Премьера совет стилендә ҡуйылғайны. Музыка, кейемдәр залда ултырыусыларҙы ирекһеҙҙән уйҙары менән ул йылдарға алып ҡайтты. Айырыуса оло һәм урта йәштәрҙәге быуын тәрән хистәргә бирелде. Спектаклдең нигеҙендә тәрән мәғәнә ята - бирелгән ғүмерҙе үкенмәҫлек итеп йәшәргә, байлыҡ артынан ҡыумаҫҡа. Төп герой Калошин бала саҡ хыялын ҙур вазифаларға, байлыҡҡа, дәрәжәле урынға алыштыра. Хәл-ваҡиғалар “Тайга” ҡунаҡханаһында бара. Ундағы кешеләр өсөн Яңы йыл тамашаһы ойошторола,  конкурстар иғлан ителә. Шунда ҡунаҡхана администраторы Калошин командировкаға килгән Потаповты үпкәләтә, костюмың конкурсҡа тап килмәй, тип хатта бәйгелә ҡатнашырға рөхсәт итмәй. Һуңынан уға был егеттең Мәскәүҙән килеүе, уның метранпаж булыуы тураһында әйтәләр. Кем һуң ул метранпаж: юғары вазифалы чиновникмы, әллә ябай эшсеме? Бөтә бәлә тап шунда: был турала бер кем дә белмәй. Ә метранпаждың юғары түрә булыу ихтималлығы тураһында ишеткәс, Калошин шул тиклем үҙенең урыны өсөн ҡурҡа, хатта йөрәк өйәнәге кисерә.
Уйламай әйтелгән һүҙ, үҙенең наҙанлығы арҡаһында саҡ яҡты донъя менән хушлашмай. Төп геройҙы уйнаусы Башҡортостандың халыҡ артисы Фәтих Ҡолһарин үҙ ролен күңелдәргә үтеп инерлек итеп, бик оҫта башҡарҙы. Потаповты уйнаған йәш актер Артур Таджидинов та образына тулыһынса инде. Хәйер, спектаклдә йәлеп ителгән артистарҙың һәр ҡайһыһы сәхнәлә бөтөнләй башҡа яҡтан асылды. Көлгән ерҙә көлөргә,
ҡайһы бер урында хатта иларға ла мөмкин ине.
Спектаклдән һуң тамашасылар үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы уҡытыусыһы Ирина Халиҡова премьераға улы Айнур һәм ҡыҙы Алиса менән килгән.
- Театрға йыш йөрөргә тырышабыҙ, айырыуса балалар репертуарынан ситтә ҡалмайбыҙ. Бөгөн бергәләп “Метранпаж мажаралары”н ҡарарға булдыҡ. Балаларҙы яйлап ҡатмарлыраҡ сюжеттарға ла йәлеп итергә
кәрәк. Спектакль ябайҙан түгел, күңелдә төрлө хис-тойғолар уята. Балаларға актерҙарҙың уйнауы оҡшаны, дәртле моң-көйҙәр кәйефтәрҙе күтәрҙе. Иң мөһиме, барыһы ла был донъяла дөрөҫ, күңел ҡушҡанса йәшәргә, үҙеңдең эшмәкәрлегеңде тейешенсә ойошторорға, һүҙеңде уйлап һөйләргә икәнлекте аңланы. Беҙҙең Салауат театрына артабан да ижади уңыштар, ҡаҙаныштар теләйбеҙ, - тине Ирина Риф ҡыҙы.
Индира һәм Илнур Хәйбуллиндар:
- Дөрөҫөн әйтәбеҙ, театрға беренсе тапҡыр килдек һәм быны ниңә элек эшләмәгәнбеҙҙер тип үкендек, сөнки был кисте, эш көнөнән һуң килеүебеҙгә ҡарамаҫтан, бик матур уҙғарҙыҡ, рәхәтләнеп ял иттек. Театрыбыҙ
артистарының уйнауы хайран ҡалдырҙы, сәхнәнең биҙәлеше лә иғтибарҙы үҙенә йәлеп итте. “Метранпаж мажаралары” -  үҙенсәлекле, тамашасыны тәрән уйланырға мәжбүр итә торған спектакль, - ти Хәйбуллиндар.

Наил Кәримов һәм Гөлфиназ Шәрәфетдинова:
- Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжында уҡытыусы  булып эшләйем.Театрға йыш йөрөйбөҙ, айырыуса студенттар менән күп булырға тура килә, сөнки театрҙың репертуарында йәштәр
аудиторияһына иҫәпләнгән тамашалар бихисап. Бөгөн спектаклгә тормош иптәшем Наил менән килдек.  “Метранпаж мажаралары” үҙенең ғәҙәти булмауы менән оҡшаны. Беҙ, тамашасылар, конкрет жанрға: йә комедияға, йә драмаға өйрәнгәнбеҙ. Бында уларҙың икеһе лә бар һәм ошондай жанрҙар театр  репертуарында булырға тейештер, тип уйлайым. Актерҙар шәп уйнаны. Спектаклдә дәртле музыка күп, декорациялар үҙенсәлекле. Урыны менән ҡыҙыҡ, урыны менән ҡыҙғаныс та булды. Ә төп герой Фәтих Ҡолһарин  ролен еренә еткереп уйнаны, - ти Гөлфиназ Хәйернас ҡыҙы.
- Һәр тамашасы үҙенә бер фекер туплағандыр, тип ышанам. Был трагикомедия ғүмер юлын үкенмәҫлек итеп үтергә кәрәклек тураһында һәм уның төп асылы тап  ошонда. Актерҙарҙың уйыны оҡшаны. Түҙемһеҙлек менән яңы премьералар көтәбеҙ, - тип һүҙгә ҡушыла Наил Мансаф улы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: