Салауат башҡорт дәүләт драма театры йәнә яңы спектакль өҫтөндә эшләй. Был юлы улар тамашасы иғтибарына “Метранпаж мажаралары” (12+) тигән комедия сығарасаҡ. Ул Башҡортостандың халыҡ артисы Фәтих Ҡолһариндың юбилейына арналған. Актерҙар тамашасыны нимә менән шатландырыр, спектакль нимә тураһында - ошо һәм башҡалар хаҡында спектаклдең ҡуйыусы режиссеры Эдуард Шахов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Эдуард Зөфәр улы, белеүебеҙсә, Салауат театры һеҙгә сит түгел. Режиссерлыҡ карьераһын да ошонда башлағанһығыҙ түгелме?
- Тап шулай, Салауат театры миңә бик яҡын. Диплом эшемде, Мольерҙың пьесаһы буйынса «Ҡарун» спектаклен, ошонда ҡуйҙым. Институтты тамамлағандан һуң дүрт йыл Ырымбурҙа эшләнем. 2003 йылда
Салауат театрына баш режиссер итеп саҡырылдым. Тәүге спектаклем «Кавардак Forever» булды. Әйткәндәй, ул бик көслө, тере килеп сыҡты. Тәнҡтиселәр уны юғары баһаланы. Ошо спектакль өсөн Өфөләге фестивалдә иң яҡшыһы тип танылдыҡ. Мәскәүҙәге фестивалдә лә тәнҡитселәрҙән ыңғай фекерҙәр ишеттек. Шуны ла билдәләпүтергә кәрәк, был театр тарихында илебеҙ баш ҡалаһына тәүге гастроле
булды. Ошо йылдар эсендә тағы күп кенә эштәр ҡуйылды: «Кешеләр һәм бал ҡорттары тураһында»ғы комедия, «Һуғыш - ҡатын-ҡыҙ йөҙө түгел» драмаһы, «Хөрмәтле Елена Сергеевна» йәштәр драмаһы һәм башҡалар.
«Бәләкәй Мук», «Тыҡрыҡтағы детектив», «Винни-пух һәм уның дуҫтары» кеүегерәк балалар өсөн ҡуйылғандары ла булды. Курсташым, рәссам, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Альберт Нестеров менән
бергә эшләнек. Ул йылдарҙы һағынып һөйләргә генә ҡалды: күңелле лә, ҡыҙыҡлы ла мәлдәр... Шулай булмай ни, үҙебеҙҙең дә йәшлек дәрте ҡайнап торған шәп саҡтар ине бит.
- Яңы премьера нимә тураһында?
- Беҙ Александр Вампиловтың «Метранпаж мажаралары» һәм «Фәрештә менән бер минут» тигән ике пьсаһының беренсеһендә туҡталырға булдыҡ. Пьеса бәләкәй чиновниктың ҙур ҡурҡыуы тураһында. Ваҡиғалар «Тайга» ҡунаҡханаһында бара. Пьесаның төп геройы Калошин - ҡунаҡхана администраторы, әллә кем булып күренергә теләгән ғәҙәти ябай кеше. Ул һәр ваҡыт файҙалы, төшөмлө урын эҙләй. Ҡунаҡханаға ла,
үҙе әйтеүенсә, бысраҡ аҡсаға ымһынып урынлаша. Артабанғы ваҡиғалар ниндәй боролош ала - серҙе асып бөтөрмәйек. Тамашасы премьераны килеп күргәс, быға үҙе төшөнөр. Ул 29 февралгә планлаштырылған (12+). Төп темаһы, әлбиттә, намыҫлы, кешелекле булып ҡала белеү.
- Спектаклдә нисә кеше уйнай? Төп ролдә кем?
- Пьесала алты пероснаж булһа ла, беҙ уны үҙебеҙсә үҙгәртеп, сәхнәлә күберәк кеше булырға тейеш, тип ҡарар иттек һәм спектаклдә 12 кеше уйнаясаҡ. Спектакль Башҡортостандың халыҡ артисы Фәтих Ҡолһариндың
апрель айында билдәләнәсәк матур юбилейына арналғанға күрә, төп администратор Калошин роле тап уға бирелде. Мин уны яҡшы беләм, ул да мине. Фәтих күп спектаклдәремдә уйнаны. Был роль уға бик тап килә.
- Репетициялар нисек уҙа?
- Көн дә үткәрәбеҙ. Һуңға ҡалып шөғөлләнгән мәлдәр ҙә була. Бынан тыш, актерҙар параллель рәүештә репертуар спектаклдәрендә лә уйнай.
- Оҙаҡ йылдар үткәндән һуң Салауат театрына кире килеп спектакль ҡуйырға ниәт иткәнһегеҙ. Коллектив һағындырғанмы? Театр труппаһы йәштәр менән дә тулыланды.
- Салауат театры, һис шикһеҙ, республикалағы иң уңышлы, үҫешеүсән театрҙарҙың береһе. Уларҙың ижади потенциалы ҙур. Дөрөҫ, мин эшләгән ваҡыттағы артистар хәҙер хаҡлы ялдалар. Иң өлкәндәрҙән Гөлсәсәк
һәм Яҡуп Шәриповтар ҡалды. Йәш артистарҙың уйнағанын ҡарайым да, уларҙың киләсәге өмөтлө, тигән фекергә киләм, һәләтлеләр, яҡшы уйнайҙар. Уларға өлкән ағай-апайҙарынан өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле. Шулай
булырға тейеш тә. Был бит - быуындар күсәгилешлеге.
Фото театрҙан.