газета "Салауат"
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Февраль , 10:00

“Ағиҙел” ҡунаҡтар ҡабул итте

“Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәге сәхнәһендә патриотик декада сиктәрендә “Беҙҙең театр” йәштәр театры актерҙары ҡуйған (художество етәксеһе Рауил Хәкимов) “Йәш гвардия” (12+) йомғаҡлау спектаклен абруйлы тамашасылар - йәш гвардеецтар Сергей Тюлениндың һәм Василий Левашовтың туғандары Юрий Галкин менән Алексей Левашов ҡараны.

“Ағиҙел” ҡунаҡтар ҡабул итте
“Ағиҙел” ҡунаҡтар ҡабул итте

“Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәге сәхнәһендә патриотик декада сиктәрендә “Беҙҙең театр” йәштәр театры актерҙары ҡуйған (художество етәксеһе Рауил Хәкимов) “Йәш гвардия” (12+) йомғаҡлау спектаклен абруйлы тамашасылар - йәш гвардеецтар Сергей Тюлениндың һәм Василий Левашовтың туғандары Юрий Галкин менән Алексей Левашов ҡараны.

Зал тулы кеше. Тынлыҡ. Сәхнәләге мөхит ул йылдарҙағы ваҡиғаларға алып ҡайта. “Беҙҙең театр”ҙың йәш актерҙары Башҡортостандың танылған артистары менән бергә “Йәш гвардия” йәшерен ойошманың тарихын ҡайтанан тергеҙҙе. Залда бер генә битараф тамашасы күренмәй - кемдеңдер күҙҙәре йәшләнгән, бәғзе берәүҙәр артистарҙың йөҙөнә мөкиббән китеп 
тәрән уйға батҡан. Йәш актерҙар йәш гвардеецтар өлөшөнә төшкән ауырлыҡтарҙы нисек үҙ күңелдәре аша үткәрә алды икән? Һуңғы һүҙҙәр яңғырағанда зал көслө алҡыштарҙан яңғырап торҙо. Һуңынан
Рауил Хәкимов мәртәбәле ҡунаҡтарҙы сәхнәгә саҡырҙы.
- Йәш гвардеецтарҙың яҡын туғандарын үҙебеҙҙең залда күреүебеҙгә шатбыҙ, - тине ул. - Ваҡыт табып, ҡунаҡсыл Салауат ҡалаһына килгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт.

Василий Левашовтың туғаны Алексей Левашов ҡала халҡына йылы ҡабул итеүҙәре һәм шәп спектакль өсөн рәхмәт әйтте.
- “Йәш гвардия” кешеләрҙең аңында ҙур роль уйнаны. Бөтә ил буйлап спектаклдәр ҡуйыла, мәктәптәрҙә геройҙарҙың хәтер көндәре уҙғарыла. Салауатта ошондай спектаклдең донъя күреүе менән сикһеҙ бәхетлемен, - тине ул.
Юрий Галкин - Сергей Тюлениндың туғаны. Фашист оккупанттарына ҡаршы көрәшкән герой менән туғанлығы хаҡында етенсе класта уҡығанда белә. Шунан бирле ул йәш гвардеецтарҙың хәтерен мәңгеләштереү өсөн күп эштәр башҡара. 

- Ошо сәхнәлә баҫып тороуыма бик шатмын. Күргәндәр үтә ғәжәпләндерҙе: актерҙар спектаклгә бөтә күңелен һалған. Иҫ киткес ҡуйылған спектакль өсөн режиссер һәм уйындары өсөн
артистар алдында баш эйәм, - тине Юрий Галкин. - 2022 йылда бөйөк батырлыҡ ҡылыныуға теүәл 80 йыл тулды. Беҙ Алексей Сергеевич менән йыш ҡына уҡыусылар алдында сығыш яһайбыҙ һәм йәш гвардеецтар
тураһында һөйләйбеҙ. Йәш кенә килеш күрһәткән ҡаһарманлыҡтарын онотоу мөмкин түгел. Улар яҡты киләсәк өсөн ғүмерҙәрен аямаған. Бөтә ерҙә, шул иҫәптә Донбасста тыныслыҡ урынлашһын ине.
Юрий Галкин һүҙҙәренсә, Салауаттағы спектакль, башҡаларға ҡарағанда, айырыуса күңелгә үтерлек. Ҡулға алынғандан һуң йәш гвардеецтар менән нимә ҡылыуҙарын тамашасыға “Беҙҙең театр” ғына күрһәтә.

Рауил Хәкимов ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау исеменән уларға Салауат ҡалаһы тураһында энциклопедия һәм башҡорт балы бүләк итте:
- Бындай балды ашап ҡарағанығыҙ бармы икән - юҡмы, әммә ул үҙенсәлекле. Ошо бал менән тәмләп сәй эскәндә Башҡортостанды, данлы Салауат ҡалаһын маҡтап телгә алырһығыҙ. 
Спектаклдән алынған тәьҫораттары менән ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе Розалия Сәлихова бүлеште: 
- “Йәш гвардия” - театр тамашаһы ғына түгел, тарихты ҡайтанан барлау, ата-бабаларыбыҙҙы таныу, уларҙың ни тиклем көслө һәм ҡыйыу  булыуҙарын белеү мөмкинлеге лә. Был спектакль беҙгә, йәш быуынға,
ата-бабаларыбыҙҙың батырлығын онотмаҫҡа һәм уны киләһе быуынға еткерергә кәрәклеген күрһәтә. “Беҙҙең театр” артистарына ҙур рәхмәт, - тине ул һәм Салауат ҡалаһы йәштәрен патриотик тәрбиәләүгә шәхси өлөш
индергәне өсөн театрҙың художество етәксеһенә рәхмәт хаты тапшырҙы.
- Төп каратель - немец фельдокоменданты Клер. Дөрөҫөн әйтәм, геройҙарға яза биргән ваҡытта мин таш йөҙ менән торорға тейешмен. Ә мин, йәштәрҙең ниндәй михнәт кисерергә тура килеүен аңлауҙан, күҙ
йәштәремде саҡ тыйып торҙом. Бөтә йөрәгем менән бындай хәлдәрҙең башҡа бер ваҡытта ла ҡабатланмауын теләйем, - тип уртаҡлаша актер Илья Корницкий.
Патриотик декада барышында “Беҙҙең театр” Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы  Миңдулла Иҙрисовты һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт
хеҙмәткәре Зөһрә Әминеваны тыуған көндәре менән ҡотланы.
Иртәгәһенә Юрий Галкин менән Алексей Левашов “Беҙҙең театр” артистары менән бергә Фурманов урамындағы скверҙа урынлаштырылған Олег Кошевойҙың бюсына сәскәләр һалды, “Мәңгелек ут” мемориаль
комплексындағы Тыуған ил өсөн баштарын һалған геройҙарҙы бер минут тын тороп иҫкә алды. Улар 20-се мәктәп уҡыусылары менән осрашып, йәш гвардеецтарҙың яҙмышы тураһында һөйләне. Тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында булып, ҡаланың тарихы менән танышты. Мауыҡтырғыс экскурсияны “Мираҫ” мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһы директоры Руслан Сафиканов үткәрҙе. 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: