Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Февраль , 14:24

Артылғанда ғүмер үрҙәренә

31 ғинуарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театрында Башҡортостандың халыҡ артисы Яҡуп Шәриповтың 70 йәшлек юбилейына арналған «Алға, Баламишкин!» спектакле күрһәтелде. Унда юбиляр төп роль - Хәмзә ролен уйнаны.

Артылғанда ғүмер үрҙәренә
Артылғанда ғүмер үрҙәренә

31 ғинуарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театрында Башҡортостандың халыҡ артисы Яҡуп Шәриповтың 70 йәшлек юбилейына арналған «Алға, Баламишкин!» спектакле күрһәтелде. Унда юбиляр төп роль - Хәмзә ролен уйнаны.
Ул кисте театрға Яҡуп ағайҙың ижадына ғашиҡ тамашасылар, коллегалары, дуҫтары, туғандары йыйылғайны. Мәртәбәле ҡунаҡтар: республика мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Ғайсин, Башҡортостан Республикаһының театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе урынбаҫары Зөһрә Сәйфуллина, Ишембай районы мәҙәниәт бүлеге начальнигы урынбаҫары Фәнил Кинйәғолов, ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Сергей Филатов та бар ине.
Юбилярҙы ҡотлап сығыш яһаусыларҙың барыһы ла Яҡуп ағайҙың талантлы, күп яҡлы актер икәнлеген билдәләне.
- Яҡуп Хәмзә улын яратмаған тамашасы юҡтыр. Уның төрлө жанрҙарҙа сығарған ролдәре беҙҙең халыҡтың күңелендә йәшәй һәм йәшәйәсәк. Яҡуп Хәмзә улы, киләһе йылдарҙа ла сәхнәгә яңынан-яңы ролдәр сығарып,тамашасыларҙы ҡыуандырырһығыҙ, тип ышанабыҙ, - тип сығыш яһаны Ринат Ғайсин.
Оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн ул Яҡуп Шәриповты республиканың Мәҙәниәт министрлығының почет грамотаһы менән бүләкләне.
Салауат театрында оҙаҡ йылдар баш режиссер булып эшләгән Вәзих Сәйфуллиндың ҡыҙы Зөһрә Сәйфуллина ла Яҡуп ағайҙы ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе һәм республиканың театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Әхтәм Абушахмановтың ҡотлау тексын уҡып ишеттерҙе.
Ул шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының театр сәнғәте үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн Яҡуп Шәриповты Станиславскиҙың көмөш миҙалы менән бүләкләне.
- Салауат театры - иң яратҡан театрым. Уның бөтә коллективын ихтирам һәм хөрмәт итәм. Яҡуп Хәмзә улына килгәндә, ул - ысын талант эйәһе. Алдағы көндәрҙә лә сәхнәгә матур образдар сығарырға булһын. Бөтә хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, - тине ул.
- Хөрмәтле Яҡуп Хәмзә улы! Салауат тамашасыһының бөгөнгө көслө алҡыштары һеҙгә булған ихтирам, тамашасы һөйөүе, ғорурлығы тураһында һөйләй. Һеҙ - Салауат театрының ысын хазинаһы, ҡәҙерле ташы. Бөтә тормошоғоҙ ошо сәхнәлә уҙған. Театрға хеҙмәт итергә килгән йәш артистар өсөн ысын өлгө булып тораһығыҙ, - тине Сергей Филатов һәм ҡала хакимиәтенең рәхмәт хатын тапшырҙы.
Фәнил Кинйәғолов бөтә Ишембай халҡы исеменән ҡотлау сәләмдәрен юллап, матур байрамға шатланып килеүҙәрен, яҡташтары менән ғорурланыуҙарын, актерҙың сәхнәгә сығарған образдарына ғашиҡ булыуҙарын әйтте.
- Ижад емештәрегеҙҙе гәзит-журналдар, зәңгәр экрандар аша ҡарап, тыңлап, уҡып, баһалап барабыҙ, уңыштарығыҙға, ҡаҙаныштарығыҙға шатланабыҙ. Беҙ һеҙҙе яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ, - тине ул.
Театр директоры Айбулат Ҡотошов ошо шатлыҡлы ваҡиғаны бүлешергә килгән ҡунаҡтарға һәм тамашасыларға рәхмәт белдерҙе, юбилярҙы ҡотлап, уның йәш быуын өсөн ысын өлгө булыуын билдәләне һәм Яҡуп Хәмзә улына Станиславскийҙың алтын миҙалын алғансы эшләргә яҙһын, тип теләне.

Автор фотолары.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: