газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Ғинуар , 09:23

Сапсындырып суйын саптарын

Ҡаланың Картиналар галереяһында «Ат иле» тип исемләнгән күргәҙмә (12+) асылды. Уны булдырыуҙа бөтә Рәсәйҙән һәм яҡындағы сит илдәрҙән 19 рәссам ҡатнашҡан. Төрлө жанрҙарҙа башҡарылған 70 экспонатты үҙ эсенә алған был күргәҙмә беренсе төбәк-ара музейҙар ижади проекты сиктәрендә Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Рәсәй рәссамдары союзы ағзаһы Салауат Ғиләжетдинов ярҙамында әҙерләнгән.

Сапсындырып суйын саптарын
Сапсындырып суйын саптарын

Ҡаланың Картиналар галереяһында «Ат иле» тип исемләнгән күргәҙмә (12+) асылды. Уны булдырыуҙа бөтә Рәсәйҙән һәм яҡындағы сит илдәрҙән 19 рәссам ҡатнашҡан. Төрлө жанрҙарҙа башҡарылған 70 экспонатты үҙ эсенә алған был күргәҙмә беренсе төбәк-ара музейҙар ижади проекты сиктәрендә Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Рәсәй рәссамдары союзы ағзаһы Салауат Ғиләжетдинов ярҙамында әҙерләнгән.

Күргәҙмә ҡунаҡтарын Булат Булгаков етәкселегендәге Салауат музыка колледжы студенттары ҡурай моңдары менән ҡаршыланы. Милли кейемдәрҙәге башҡорт һылыуҙары - RA шоу-балет артистары сараны тағы күркәмләндереп ебәрҙе. Улар ҡунаҡтарҙы милли эсемлек ҡымыҙ һәм төбәгебеҙ биләмәһендә йыйылған шифалы үлән сәйҙәре, шулай уҡ тәмле башҡорт балы , сәк-сәк менән һыйланы.
- Ҡалабыҙҙың Картиналар галереяһында, һәр ваҡыттағыса, йылы мөхит тантана итә, бында ҡунаҡсыллыҡ һиҙелә, бөтә нимә милли традицияларға нигеҙләнеп эшләнелгән. Моғайын, башҡорт халҡы ла күптәрҙән шул ҡунаҡсыллығы менән айырылалыр. Үҙенсәлекле күргәҙмәне алып килгән Милли музей хеҙмәткәрҙәрен сәләмләйем, - тип сығыш яһаны ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Сергей Филатов.
Күргәҙмәнең төп маҡсаты - аттар донъяһын ижади эштәр аша күрһәтеү. Бында ат образы һынлы сәнғәт, рәсем, графика, биҙәү-ҡулланма һәм башҡа төрлө техникаларҙа сағылдырылғайны.
- 2023 йылдың ғинуарында беҙ «Ат иле» беренсе төбәк-ара музейҙар ижади проектын астыҡ. Маҡсаты рәссамдарға атты төрлө жанрҙарҙа һүрәтләргә мөмкинлек биреү ине. Ошо идея менән беҙгә рәссам Салауат Ғиләжетдинов мөрәжәғәт итте һәм беҙ ихласлап риза булдыҡ. Проектта ҡатнашырға 19 рәссам - Мәскәү, Санкт-Петербург, Саха Республикаһы, Дағстан, Беларусь һәм Башҡортостандан оҫталар саҡырылды. Улар 70-тән ашыу эш тәҡдим итте. Проект тамамланғас күргәҙмәне беҙҙең музейҙа үткәрҙек һәм күп йылы фекерҙәр ишеттек. Баймаҡ районында үткән «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивалендә лә ыңғай баһа һәм төбәгебеҙҙең төрлө
ҡалаларына саҡырыу алдыҡ. Ошонан һуң башланды ла инде күргәҙмәбеҙҙең күсмә тормошо. Сибайҙа, Ишембайҙа булдыҡ. Хәҙер бына Салауаттабыҙ. Бөтә эштәр үҙенсәлекле, матур, - тип һөйләне Башҡортостан Милли
музейының этнография бүлеге мөдире Лилиә Барлыбаева.
«Мираҫ» мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһы директоры Руслан Сафиканов күргәҙмәне ойошторғаны һәм проектта шәхси ҡатнашҡаны өсөн Лилиә Барлыбаеваға рәхмәт хаты тапшырҙы.

Ижади проекттың геройы итеп ни өсөн тап ат һайланған һуң?
- Ат элек-электән кешенең тоғро дуҫы булған. Был күргәҙмә (12+) менән уларҙың тығыҙ бәйләнешен күрһәтергә теләнек, - тип билдәләне Лилиә Барлыбаева. Балалар (үҫмерҙәр) техник ижады үҙәге тәрбиәләнеүсеһе, 25- се башҡорт гимназияһының 3-сө класс уҡыусыһы Самира Заһитованың (остаздары Әлфиә Таһирова менән Гөлшат Ғәйнуллина) башҡорт телендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Минең атым»
шиғырын һөйләүе сараға айырыуса йәнлелек өҫтәне. «Ат иле» проекты күп рәссамдарҙың күңеленә хуш килә. Шуға күргәҙмәнең беҙҙең ҡалала үтәсәге билдәле булғас, проектҡа Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалалары рәссамдары ҡушыла. Уларҙың барыһының да исеменән Ишембайҙан килгән рәссам Вера Шарыгина сығыш яһаны:
- Ишембай Картиналар галереяһында был күргәҙмә ун аҙнанан ашыу булды. Ә Салауат Картиналар галереяһында күргәҙмә бөтөнләй икенсе һулыш алғандай тойолдо. Ул башҡорттарҙың һәм башҡа халыҡтарҙың көнкүрешенә яҡыныраҡ булырға мөмкинлек бирә. Был, ысынлап та, көслө, төрлө пландағы, тере һәм ҡыҙыҡлы проект, - тине ул.
Алена БИЗИКИНА фотолары.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: