газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Ғинуар , 12:10

Йылылығың бөркөп, Йондоҙ булып янып тораһың!

Үрҙә әйтелгән һүҙҙәр бик хаҡ - былтыр 7 ғинуарҙа мәңгелек йортона күскән Салауат башҡорт дәүләт драма театры актрисаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәркәс Йомағужина әле лә башҡорт театр сәнғәте күген нурландырып торған шәхес булып ҡала бирә. 19 ғинуарҙа Нәркәс Йомағужинаның яҡты иҫтәлегенә арналған «Ай янында яҡты йондоҙ булып балҡый уның яҡты күңеле» тип исемләнгән хәтер кисәһе уҙҙы.

Йылылығың бөркөп, Йондоҙ булып янып тораһың!
Йылылығың бөркөп, Йондоҙ булып янып тораһың!

Үрҙә әйтелгән һүҙҙәр бик хаҡ - былтыр 7 ғинуарҙа мәңгелек йортона күскән Салауат башҡорт дәүләт драма театры актрисаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәркәс Йомағужина әле лә башҡорт театр сәнғәте күген нурландырып торған шәхес булып ҡала бирә. 19 ғинуарҙа Нәркәс Йомағужинаның яҡты иҫтәлегенә арналған «Ай янында яҡты йондоҙ булып балҡый уның яҡты күңеле» тип исемләнгән хәтер кисәһе уҙҙы.

Тамаша залына уның яҡындары, дуҫтары, коллегалары, уҡытыусылары йыйылғайны. Кисә дауамында яңғыраған Нәркәстең моңло йырҙары, уның ҡатнашлығындағы спектаклдәрҙән күрһәтелгән өҙөктәр, экрандарҙағы бала саҡ, мәктәп, студент йылдарынан фотолар, актриса менән интервьюнан өҙөктәр - әйтерһең дә, Нәркәс беҙҙе мәңгелеккә ташлап китмәгән, ә яныбыҙҙа...
Нәркәс Йомағужина Салауат театрында 2006 йылда сәнғәт институтын тамамлағас та эшләй башлай һәм тәүге көндәрҙән үк ижад донъяһына сума. Эшен яратып, бөтә күңелен һалып башҡарған актрисаға
комедиялы, лирик, трагик, драматик ролдәр ҙә берҙәй еңел бирелә. 2022 йылдағы «Ынйыҡай менән Юлдыҡай» шиғри драмаһындағы төп роле Ынйыҡай һуңғыһы була. Тормош иптәше Мирас менән ике ҡыҙ
тәрбиәләп үҫтерәләр.
Хәтер кисәһенә институттағы сәхнә теле буйынса уҡытыусыһы Земфира Хөсәйенова һәм башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлсәсәк Саламатова килгәйне.
- Нәркәсте 2002 йылдың июленән бирле беләм. Ул йылды институтта тап Салауат театры өсөн махсус курс әҙерләйҙәр ине. Эшкә килгән ваҡытым тап ошо осорға тура килде. Йәш ҡыҙ әҙәпле, тәртипле, тыйнаҡ
булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итте. Дүрт йыл беҙ уны ҡәҙерләп, яратып уҡыттыҡ. Үҙе лә остаздарын ихтирам итте. Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә Нәркәс ярата-яратыла белеп китте. Ул тормошто, ғаиләһен, ҡыҙҙарын, ата-
әсәһен, яҡындарын, башлап аяҡ баҫҡан театрын, тамашасыларын ихлас яратты. Нәркәс өсөн һәр роле ҡәҙерле ине, образдарын сәхнәгә еренә еткереп сығарҙы, - тине Гөлсәсәк Саламатова.
- Был курс айырыуса талантлы булды. Салауат театрында эшләй башлағас, уҡыусыларыбыҙ беҙҙе һәр саҡ премьераларына саҡырҙы, уларға ҡарап һоҡландыҡ, уңыштарына ҡыуандыҡ. Нәркәс башҡаларҙан тырышлығы, ябайлығы, ихтирамлы булыуы менән айырылып торҙо. Уның тормошо ҡыҫҡа, әммә сағыу булды. Үҙенән һуң яҡты эҙ ҡалдырып китә алды. Беҙ уны һағынабыҙ, юҡһынабыҙ. Мирас менән Нәркәс,
әйтерһең дә, театрҙың ике ынйыһы ине. Тамашасыларҙың һөйөүен һәм ихтирамын яулап, икәүләшеп әллә күпме һоҡланырлыҡ дуэттар башҡарҙы. Нәркәс йөрәктәребеҙҙә яҡшы кеше булып һаҡланыр, - тип уртаҡлашты Земфира Хөсәйенова.
- Нәркәс менән студент саҡтан танышмын, бергә уҡыныҡ, Салауат театрында эшләй башлаған йылда бергә йәшәнек. Килгән йылды уҡ спектаклдә уйнаныҡ, уны курс етәксебеҙ Әхтәм Абушахманов ҡуйҙы. Алдан һиҙенгән кеүек, Нәркәс үҙ тормошон матур итеп ҡорорға ашыҡты: ғаиләһен дә, эшен дә. Уның тураһында тик яҡшы хәтирәләр генә һаҡлана, ул һәр ваҡыт беҙҙең менән. Нәркәстең вафаты театрҙағы эшемде ике өлөшкә бүлде: беренсеһе - уның менән, икенсеһе - унһыҙ. Был курсташтары өсөн генә түгел, ә тотош коллектив өсөн оло юғалтыу, сөнки Нәркәс театрҙың айырылғыһыҙ өлөшө, моңло һандуғасы ине, - тип һөйләнеактрисаның курсташы Айһылыу Лоҡманова.
- Беҙ бер институтта, әммә айырым курстарҙа уҡыныҡ. Театрға эшкә килгәс тә дуҫлашып киттек. Ошондай әхирәтем булыуы менән ғорурланам. Бер-беребеҙгә һәр саҡ терәк булдыҡ, бергә балалар үҫтерҙек, ҡайғыла ла, шатлыҡта ла бергә булдыҡ. Ошо йылдар өсөн рәхмәт уға, - тине Нәркәстең дуҫы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмзиә Ғәйнуллина.
- Беҙҙең танышыуыбыҙға быйыл 20 йыл булыр ине. Был ата-әсә янында тороуҙан да күберәк ваҡыт. Театрға уның тураһындағы иҫтәлек һаҡлағаны өсөн рәхмәт: әлеге көндә репертуар спектаклдәрендә ҡайҙа Нәркәстең йырҙары, һүҙҙәре бар, бер нимә лә үҙгәртелмәне, барыһы ла элеккесә ҡалды. Уның телефон номеры миндә һаман юйылмаған, быға ҡулым бармай. Тормошобоҙҙа булғаның өсөн рәхмәт һиңә, - тине Нәркәстең курсташы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рафаэль Ғәйнуллин.
- Киленде Мирас тәүге тапҡыр таныштырырға алып ҡайтҡанда уҡ оҡшаттыҡ, уны үҙ ҡыҙыбыҙҙай яраттыҡ. Яҡшы ғаиләлә тәрбиәләнгәнгә, тырыш, аҡыллы, әҙәпле ҡыҙ ине, улыбыҙға яҡшы ҡатын, ҡыҙҙарына хәстәрлекле әсәй була белде. Ауылға ҡайтып инеү менән эшкә тотондо киленебеҙ, тик ултыра белмәне. Мирас менән гөрләтеп ижад итеүҙәренә, уларҙың матур ғаиләһенә һоҡландыҡ, уңыштарына ҡыуандыҡ. Нәркәстең вафаты барыбыҙ өсөн дә ҙур юғалтыу булды, - тине Нәркәс Әхәт ҡыҙының ҡайныһы Илдус Йомағужин.
Ә ҡәйнеше Зәки Йомағужин еңгәһенең иҫтәлегенә ҡурайҙа башҡорт халыҡ йыры «Тәфтиләү»ҙе һуҙҙы.
Нәркәс Йомағужинаның барлыҡ хеҙмәттәштәре лә уны оло йөрәкле, ярҙамсыл, изге күңелле кеше булыуын билдәләне. Сара һуңында артистар сәхнәгә сығып театрҙың администраторы Гөлнур Аҡсулпанованың махсус ошо кисәгә арнап яҙған шиғырын уҡыны.
Һин бит киттең... Һинең менән бергә,
Тормош емерелде, тарҡалды.
Ышанырлык көстәр тапҡанда ла,
Алдап буламы ни аҡылды?
Сәхнә шаршауы Нәркәс Йомағужинаның үҙе иҫән сағында яратып башҡарған “Йылмай иркәм” йыры менән ябылды.
Александр КАЗАКОВ фотолары. 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: