газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Ғинуар , 12:51

“Сәхнәлә мин уйнамайым, ә йәшәйем”

Бөгөн, 1 ғинуарҙа, Башҡортостандың халыҡ артисы Яҡуп Шәрипов үҙенең 70 йәшлек матур юбилейын билдәләй.

“Сәхнәлә мин уйнамайым, ә йәшәйем”
“Сәхнәлә мин уйнамайым, ә йәшәйем”

Бөгөн, 1 ғинуарҙа, Башҡортостандың халыҡ артисы Яҡуп Шәрипов үҙенең 70 йәшлек матур юбилейын билдәләй.

Яҡуп ағай сәхнәгә өндәшмәй генә сығып баҫһа ла, тамашасының һөйөүен яулар, иғтибарын арбар артист ул, сәхнә менән бер телдә һөйләшә, артист булыу һәләте уға тәбиғәттән бирелгән. Юбилейы алдынан Яҡуп ағайҙың үҙе менән һөйләшеү уны төрлө яҡлап асты, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигән һүҙҙәр тап уға төбәп әйтелгәнлеген иҫбатланы.
Яҡуп Шәрипов 1954 йылдың беренсе көнөндә Ишембай районының Этҡол ауылында тыуған.
- Ябай ғына колхозсы ғаиләһендә донъяға килгәнмен. Әсәйем бик матур йырлай ине, актив ҡатын булды. Үҙемде иҫләй башлағанда өс йәштәр тирәһе булғандыр. Ут та, радио ла юҡ, эленеп
торған бер май шәме. 1957 йылдарҙа атайым “Чайка” радиоһын алып ҡайтты һәм уны эшләтеп ебәрҙек. Ул ваҡыттағы шатлыҡты күрһәгеҙ! Ғүмер ишетмәгән йырҙар, концерттар тыңлай башланыҡ.
60-сы йылдарҙа ут кереттеләр, яйлап телевизорҙар заманы китте. Телевизор булған кешеләргә кереп спектаклдәр ҡарайбыҙ. Күрше Байбикә апайҙарҙа өй тулы кеше йыйыла инек, - тип бала
саҡ хәтирәләрен барлай Яҡуп ағай берсә шатлыҡ менән, берсә моңланып.
Яҡуп Хәмзә улының бәләкәйҙән гармун уйнарға теләге була, ә мөмкинлек юҡ.
- 6-сы кластарҙа уҡыған сағым. Класташымдың өйөндә проигрывателе бар ине. Уға бер барғанда танылған йырсы Илһам Шакировтың пластинкаһын ҡуйҙы. Бына бер ваҡыт “Ай янында яҡты йондоҙ” йыры йөрәктәрҙә тулҡын уйнатып ағыла башламаһынмы! Ишеттем дә, ошо йырға башкөлләй ғашиҡ булдым, Илһам ағайҙың көслө тембры мине әсир итте. Гармуны булған күрше малайға ошо йырҙы көйләп күрһәттем. Ул гармун телдәрен баҫҡыслайбаҫҡыслай килтереп сығарҙы көйҙө. Шунда гармунда уйнарға мотлаҡ өйрәнәсәкмен, тигән ҡәтғи ҡарарға килдем. Теләгән - мораҙына
ирешкән, тиҙәр. Ошо малайҙың гармунын алып тороп, тырышыптырмашып, “Ай янында яҡты йондоҙ”ҙо өйрәндем. Ҡайһы төймәгә баҫырға икәнлекте онотмаҫ өсөн уларға башта пластилиндар йәбештерә инем. Бына ошолай хыялым тормошҡа ашты, - ти Яҡуп ағай.
Актерлыҡ һәләте шуҡ ауыл малайында бәләкәй саҡтан уҡ асыла башлай. Күрше-күлән малайҙарға булған да, булмаған да әйберҙәрҙе һөйләп көлдөрә. Улары иһә, әйҙә тағы һөйлә әле, тип ҡабат-ҡабат һорай. Уҡыған сағында уҡ мәктәптәге түңәрәктәргә, ансамблгә йөрөй. Мәктәпте ул мәҙәни усаҡ, артислыҡҡа шунда нигеҙ һалынды, тип иҫәпләй. Апаһы менән өйҙәренә ҡунаҡ килгән ваҡыттарҙа белгән йырҙарҙы 1йырлайҙар. Тик шаян малай ижад менән генә сикләнмәй, уның башҡа ҡыҙыҡһыныуҙары ла була.
- Бер мәл физиканан детекторлы приемник тигән тема үттек. Шунан миндә радиоһәүәҫкәрлеккә ҡыҙыҡһыныу тыуҙы. Деталдәр юҡ, ә радиоприемникты эшләп ҡарау теләге тынғы бирмәй ҙә ҡуя. Өйөбөҙҙәге “Факел” радиоһы эшләмәй ултыра ине, тоттом да эсендәге деталдәрен яйлап сәлдерә башланым. Атай-әсәй һиҙмәй. Бер мәл әсәй радио йүнәтергә мастерҙы саҡырҙы. Тегеһе, эсен асып ҡарағас: “Апай, бында бер нимә лә юҡ бит”, ти. Үәт шунда әсәйҙән эләкте миңә. Иҫенә төшкән һайын, йәндәй радионы ватҡанһың, тип әрләр ине. Кем дә асыуланыр, сөнки радио ул ваҡытта 110 һум торған, заманына күрә күп аҡса бит. Шунда үҫеп, эшкә кергәс, иң беренсе хеҙмәт хаҡыма ата-әсәйемә радио алып бирәм, тип үҙ-үҙемә һүҙ бирҙем. Шулай иттем дә - “Сириус” радиоһын алдым. Әлбиттә, уныһы заманса ине, - тине ул үҙенең радиоһәүәҫкәрлеге тураһында һөйләп.
Ҙур сәхнәгә Яҡуп ағай бормаборма юлдар аша килә. Күпме ҡатмарлыҡтар, кәртәләр, ҡаршылыҡтар көткән үҙен. Мәктәпте тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына инеү теләге, билдәле сәбәптәр арҡаһында, тормошҡа ашмай ҡала. Бер йыл колхоз эштәрендә булыша. Ә һуңынан хеҙмәткә алыныу йәше еткәнгә, армияға саҡыралар. Германияла ике йыл хеҙмәт итә.
Ҡайтҡас, ситтән тороп оркестр бүлегенә баян класына уҡырға инә. Шул ваҡытта Салауатҡа комбинатҡа слесарь булып эшкә урынлаша, уҡып та, эшләп тә йөрөй. Бына ошонда яҙмышы икенсе
боролош ала ла инде.
- Сәхнәлә уйнау, ижадҡа булған һөйөү мине “Нефтехимик” мәҙәниәт һарайына халыҡ театрына алып килде. Сәлим Ҡамбулатов режиссер ине. Уны мине ысынлап та сәнғәт юлына сығарған кеше тип әйтә алам. Шуға хаҡлы рәүештә үҙемдең остазым тип иҫәпләйем. Мине баянсы итеп алды. Шул ваҡыттарҙа буласаҡ тормош иптәшем Гөлсәсәгемде осраттым. Тәүҙә уның гәлсәр тауышына, һуңынан үҙенә ғашиҡ булдым. Күп тә осрашып йөрөмәнек, никах уҡытып ғаиләле лә булып ҡуйҙыҡ. 47 йыл бергә йәшәйбеҙ. Уның менән осраштырғаны өсөн яҙмышыма мең рәхмәтлемен. Ул -
минең ҡурсалаусым да, дөрөҫ юлдан алып барыусым да, терәк-таянысым да, - тип һөйләй Яҡуп ағай бәхетле тормошонан ҡәнәғәт йылмайып.
1989 йылда Гөлсәсәк Шәрипованы Салауат башҡорт дәүләт драма театрына “Шәүрәкәй” спектакленә Шәүрә роленә саҡыралар, ә Яҡуп ағайҙы баянсы- аккомпаниатор вазифаһына алалар.

- Ул ваҡытта баш режиссер Вәзих ағай Сәйфуллин ине. Миндә актерлыҡ һәләтен күреп, ролдәр бирә башланы. Төп ролдәрҙе йыш ышанып тапшырҙы. Шуға уны ла остазым тип иҫәпләйем, -
ти талантлы артист.
Актерлыҡтан тыш, ул 25 йыл театрҙың музыка бүлеге мөдире булып эшләй:
- Ошо йылдар эсендә моңло тауышы булған коллегаларымдың барыһының да йырҙарын яҙҙырырға тырыштым, дисктар эшләнем. Тауыш яҙҙыртыу - үҙе бер сәнғәт. Программаны эшкәртә белергә, тауыш менән музыка араһындағы балансты тоя белеү кәрәк. Элек яҙмалар магнитлы пленкала ине. Һуңғараҡ СD-дискылар барлыҡҡа килде. Яҡшыраҡ һаҡланһын өсөн һуңынан магнитофондың ленталарынан көйҙәрҙе компьютерға күсерҙем.
Театрҙа эшләгән ваҡытында киң диапазонлы, сағыу талантлы актер төрлө пландағы образдарҙы уңышлы сәхнәгә сығара - «Бала күңеле далала»ла - Ғәҙел, «Шәүрәкәй»ҙә - Сәсән, «Башмағым»да - Хәйрүш, «Вәт мәрәкә»лә - Илдус һәм башҡа бик күптәр.
- Сәхнәлә һәр актерҙың үҙ урыны бар. Бәләкәйме ул роль, ҙурмы - уны бирелеп уйнарға тейешһең. Тамашасы алдына үҙең түгел, ә ролең сыға. Шул образыңдың ҡайғыларын башыңдан үткәрәһең, шатлыҡтарын кисерәһең. Ҡыҫҡаһы, сәхнәлә һин уйнарға түгел, ә йәшәргә тейешһең. Минең сәхнәлә торошом үҙгәрә. Ролдә һүҙең булмаһа ла, күҙҙәрең, ҡарашың менән дә тамашасыны арбарға, өндәшмәйенсә лә сәхнәлә йәшәп уйнарға мөмкин. Екатеринбургта үткән фестивалдә “Һырғалаҡ”тағы Озод роле өсөн “Икенсе пландағы ир-ат роле” тап ошо ҡараш менән уйнаған өсөн бирелде. Сәхнә яһалмалыҡты яратмай, - ти Яҡуп ағай.
Билдәле актерҙың ҡаҙаныштары күп. 2003 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған, былтыр Башҡортостандың халыҡ артисы тигән исемгә лайыҡ була. Дүрт тапҡыр “Йыл актеры” исемен ала. Шәриповтар - ижади ғаилә. Ҡыҙҙары Миләүшә менән Ләйсән дә - ижад кешеләре.
Үрҙә әйтеп үтелгәнсә, Яҡуп ағай киң яҡлы шәхес.
- 1977 йылда, оло ҡыҙым тыуғас, фотоға, 1995 йылда видеоға төшөрә башланым. Күпме туйҙар төшөрҙөм үҙ ғүмеремдә. Гөлсәсәк менән бергә туйҙар, юбилейҙар алып бара башланыҡ. Балалар үҫтергәндә һәйбәт кенә матди ярҙам булды ул беҙгә. Әле лә саҡырһалар, видеоға юбилейҙәр төшөрөргә йөрөйөм. Шуға Яҡуп ағайығыҙ - слесарь ҙә, төҙөүсе лә, водитель дә, балта оҫтаһы ла,
фотограф та, видеограф та, гармунсы ла, - ти йылмайып ул.
Балта оҫтаһы тип дөрөҫ әйтә Яҡуп ағай үҙен - үҙ ҡулдары менән тыуған ауылында бынамын тигән йорт һалып сыҡҡан, йәйен ғаиләһе менән шунда йәшәйҙәр, ял итәләр.
- Олоғая килә бала саҡ, йәшлек һағындыра. Ата-әсәйҙең иҫән ваҡыты иҫкә төшә, тыуған йорт еҫе әле булһа онотолмай. Шуға ла интернеттан “Факел” радиоһын эҙләп табып һатып алдым. Ремонтлап, блютуз ҡуйҙым, хәҙер Этҡолда йырлап ултыра. Әткәндәй, күптән түгел теге ваҡыт атай алып ҡайтып, мин деталдәргә туҙҙырған “Чайка” радиоһын да яңыраҡ интернет аша һатып алдым, 1954 йылда сығарылған. Иҫ киткес бит, 70 йыл ҡайҙалыр һаҡланған. Реставрация эшләнем, хәҙер ялтырап ултыра. Мәрхүмә әсәйем күрһә, бәлки маҡтар ине, - ти ул һағышланып.
Олпат юбилейығыҙҙы ниндәй хистойғолар менән ҡаршылайһығыҙ тигән һорауыма Яҡуп ағай былай тип яуап бирҙе:
- 70 йәшкә етеүемә ышанырлыҡ та түгел. Ғүмерҙәр бик тиҙ үтә икән. Һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Һәр юбилей - үҙе шатлыҡ. Ошо йәшкә килеп етеү - ҙур бәхет. Тормошта үҙ урынымды тапҡанмын, хәләлем Гөлсәсәгем, алма кеүек ике ҡыҙым бар, ейәнейәнсәрҙәрем беҙҙе шатландырып үҫеп килә. Бәхетлемен, бәхетлемен...
Фото театр архивынан.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: