газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Декабрь 2023, 09:47

Камиллашыу өсөн тәнҡит тә кәрәк

Салауат башҡорт дәүләт драма театры төп эш - спектаклдәр ҡуйыу менән генә сикләнмәй, ә төрлө конкурстарҙа, грант программаларында ла ҡатнаша. Шундайҙарҙың береһе - Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының «Театр тәнҡитселәренең төбәк театрҙарына командировкаһы» проекты.

Камиллашыу өсөн тәнҡит тә кәрәк
Камиллашыу өсөн тәнҡит тә кәрәк

Салауат башҡорт дәүләт драма театры төп эш - спектаклдәр ҡуйыу менән генә сикләнмәй, ә төрлө конкурстарҙа, грант программаларында ла ҡатнаша. Шундайҙарҙың береһе - Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының «Театр тәнҡитселәренең төбәк театрҙарына командировкаһы» проекты.

Ул спектаклдәрҙе анализлау йәки фестиваль программаһында ҡатнашыу өсөн театр тәнҡитселәрен саҡырырға теләгән төбәк театрҙары һәм театр  берләшмәләре өсөн тәғәйенләнгән. Быйыл проектта ҡатнашыуға күп
ғариза килә. Тәнҡит һәм театр ғилеме буйынса комиссия илдең төрлө ҡалаларының 19 театрын һайлап ала. Улар иҫәбенә Башҡортостандан бер генә Салауат театры инә. Проект сиктәрендә 1 декабрҙән 5-енә тиклем беҙҙең ҡалала Мәскәүҙән сәнғәт белгесе, Рәсәй театр сәнғәте институты доценты Екатерина Морозова булды.
- Тәнҡитселәрҙең килеүе һәр ваҡыт оло ваҡиға, - тип билдәләй театрҙың баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллина. - Актерҙар, художество етәкселеге, ижади коллектив тамашасыларҙың ғына түгел, үҙ эшенә профессиональ ҡараш баһаһын да ала. Беҙҙең әһәмиәтле спектаклдәребеҙҙе ҡараған һәм анализлаған республика тәнҡитселәре менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Үҫеш өсөн тәнҡит тә кәрәк. Мәскәүҙән белгес
килеүе беҙҙең өсөн оло мәртәбә.
Театр тәнҡитсеһе Екатерина Морозоваға һуңғы йылдарҙа донъя күргән “Ынйыҡай  менән Юлдыҡай”, “Глумов”, “Тоғролоҡ” һәм премьераһы күптән түгел генә уҙған  “Ярлыҡау” спектаклдәре күрһәтелде.
Беҙгә лә Мәскәү белгесе менән аралашыу форсаты тейҙе.

- Башҡортостан - бик театраль республика. Беҙ уның ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менән танышбыҙ. Мине Салауат театрының аралашыу,  белем менән уртаҡлашыу өсөн тәнҡитселәрҙе саҡырып диалог төҙөүгә ынтылышы ҡыуандыра. Әлегә ике спектакль ҡараным, улар бер-береһенән төплө айырыла. Әгәр “Ынйыҡай менән Юлдыҡай”ҙа башҡорт халҡының йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, мәҙәниәте һәм тормош-көнкүреше асыҡ сағылһа, “Глумов” бөтөнләй башҡа спектакль, ул милли компоненттан алыҫ тора. Минең ҡарашҡа, Салауат театрының өҫтөнлөгө лә шунда - ул төрлө жанрҙа эшләүҙән ҡурҡмай. Әлбиттә, актер даими камиллашырға тейеш.
Бында труппа ҡыҙыҡлы, төрлө быуын актерҙары эшләүе лә яҡшы күренеш. Осраҡтан файҙаланып, ҡала халҡына мөрәжәғәт итәм: һеҙҙең бынамын тигән театрығыҙ бар, тик ул тамашасынан башҡа йәшәй алмай. Шуға театрға йөрөгөҙ, килегеҙ, - тине ул.
Екатерина Морозова республиканың йәш драматургтары өсөн төрлө темаларға семинар-лекция ла уҙғарҙы.
- Бындай осрашыуҙар бик кәрәк, сөнки милли театрҙары булған республикаларҙа төп проблема - ул заманса драматургия. Төбәктең бай, мифологик, эпик материалдарын үҙләштереп, замана тамашасыһына дөрөҫ
еткерә белеү мөһим, - тип билдәләне тәнҡитсе.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: