газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Ноябрь 2023, 10:25

Кинйә Арыҫланов - башҡорт халҡының батыр улы

16 ноябрҙә Салауат тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Башҡортостандың Милли музейының «Кинйә Арыҫланов. Образ һәм легенда» исемле күргәҙмәһе (0+) эшләй башланы. Башҡортостандың Милли архивы менән берлектә ойошторолған күргәҙмә башҡорт халҡының бөйөк улы Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 тулыуға арнала.

Кинйә Арыҫланов - башҡорт халҡының батыр улы
Кинйә Арыҫланов - башҡорт халҡының батыр улы

Башҡорт халҡының милли геройы, 1773-1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыусы, Кинйә-Абыҙ ауылына нигеҙ һалыусы, дини лидер һәм остаз Кинйә Арыҫлановҡа бағышланған күргәҙмә республика башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса ойошторола. Был матур йөкмәткеле һәм экспонаттарға бай күргәҙмә Милли музейҙа күрһәтелеү менән генә сикләнмәй. Салауат тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы тәҡдимен ҡабул итеп, Милли музей хеҙмәткәрҙәре экспозицияны Салауат ҡалаһына алып килә.
- Беҙҙең музей был күргәҙмәне Салауатта күрһәтеүенә шат. Республика башлығы указы менән быйыл Кинйә Арыҫлановтың 300 йыллығы билдәләнә. Беҙҙең Башҡортостанда бик күп батырҙар тыуған һәм Кинйә Арыҫланов билдәле шәхестәрҙең береһе. Төбәгебеҙ музейҙары, шул иҫәптә Салауат ҡалаһының тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, үҙҙәрендә йыйған мираҫ ярҙамында йәштәрҙе тарих менән таныштыра, шул уҡ ваҡытта ошондай күсмә күргәҙмәләр ҙә ҡыҙыҡһыныу уята, ҙур әһәмиәткә эйә. Һеҙ, йәштәр Тыуған илегеҙҙе һәр ваҡыт яратырһығыҙ, уның тарихы, билдәле шәхестәре, батырҙары менән ғорурланырғыҙ, илһөйәр булырһығыҙ, тип ышанам, - тине Башҡортостандың Милли музейы директоры урынбаҫары Рида Русланова.
- Башҡортостандың Милли музейы ошондай күргәҙмәләр менән башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев исемен йөрөткән ҡалаға килеүе бик тә мәртәбәле. Бөгөн бында мәҙәниәт, мәғариф, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм ҡалала 25-се башҡорт гимназияһында булдырылған шайморатовсылар класы уҡыусылары йыйылған. Беҙгә был күргәҙмә республикабыҙ тарихы менән төптән танышып, күңелдәребеҙҙә ғорурлыҡ тойғоһо уятыр, тип уйлайым, - тине ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Олеся Арестова һәм баш ҡаланан килгән ҡунаҡтарға Салауаттың 75 йыллығына бағышлап сығарылған китапты бүләк итте.
Тарихи сығанаҡтарҙы ҡулланып һәм хәҙерге замандың сәнғәт әҫәрҙәре аша Кинйә Арыҫлановты Атай, Яугир һәм Аҡыл эйәһе кеүек күп ҡырлы шәхесен асыу күргәҙмәнең төп идеяһы булып тора. Күргәҙмәгә килеүселәрҙең геройҙың бала сағы, башҡорттарҙың күсмә һәм традицион шөғөлдәре менән танышыу мөмкинлеге бар. Шулай уҡ экспозицияла Кинйә Арыҫлановтың ихтилалсылар яғына баҫыуға тиклемге тормошо һүрәтләнә.
Күргәҙмә экспонаттары араһында ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттарының, Кинйә Арыҫланов нәҫеленең шәжәрәләре, хөкүмәт ғәскәрҙәренең һәм Пугачев һуғышсыларының ҡоралдарын, дини атрибуттарҙы, геройҙы һынландырған сәнғәт әҫәрҙәре һәм башҡа ҡыҙыҡлы әйберҙәр урын алған. Уникаль экспонаттар араһында шулай уҡ Пугачевтың, Кинйә Арыҫлановтың ҡултамғалары ҡуйылған хаттар, манифестар, Арыҫлановтар нәҫеленең күренекле вариҫтары тураһында материалдар ҙа бар.
- Салауат ҡалаһы үҙенең кешеләре менән данлыҡлы, бик һәйбәт йәштәр үҫеп килә. Был проектта ҡатнашыу ғына түгел, күргәҙмәне тәүгеләрҙән булып беҙҙең ҡала музейҙа күрһәтеү мөмкинлеге биргән өсөн милли музейға рәхмәт. Күргәҙмә 16 ноябрҙән 16 декабргә тиклем эшләйәсәк һәм барығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ, - тине «Мираҫ» мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһы директоры Руслан Сафиканов.
Балалар (үҫмерҙәр) техник ижады тәрбиәләнеүсеһе, «Урал батыр» эпосын яттан һөйләселәрҙең республика конкурсы призеры Булат Абубакиров Салауат Юлаевтың шиғырын рухлы итеп һөйләп күрһәтһә, Салауат музыка колледжы студенттары, «Төньяҡ амурҙары» ансамбле ҡурайсылары башҡорт халҡының данлыҡлы музыка ҡоралы ҡурайҙа моңдар һыҙҙыртты.
Аҙаҡтан «Кинйә Арыҫланов. Образ һәм легенда» күргәҙмәһе менән тулы итеп Башҡортостандың Милли музейы кураторы, тарих һәми тыуған яҡ бүлегенең өлкән фәнни хеҙмәткәре Лариса Рамазанова таныштырҙы.
- Күргәҙмә шәп, ҡыҙыҡлы, бик күп экспозициялар бар. Кинйә Арыҫлановты ысынлап та башҡорт халҡының милли батыры, остазы, үҙ заманына күрә бик белемле кеше булған. Һәр замандың үҙ геройҙары бар һәм беҙ тарихыбыҙҙы белеп, улар менән ғорурланырға тейеш, - ти 25-се башҡорт гимназияһының шайморатовсылар класы уҡыусыһы Камилла Мортазина.
- Был күргәҙмәлә булып, беҙ үҙебеҙ өсөн бик күп мәғлүмәт алабыҙ, белемдәребеҙҙе арттырабыҙ. Беҙгә Кинйә Арыҫланов тураһында дәрестәрҙә һөйләгәндәре бар, ә шулай ҙа күргәҙмәлә булыу ҡыҙыҡлыраҡ. Кинйә Арыҫланов башҡорт халҡының киләсәге өсөн яуҙа ҡатнашҡан һәм ул беҙҙең батыр, - ти шулай уҡ шайморатовсылар класы уҡыусыһы Камил Фамиев.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: