Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Ноябрь 2023, 09:30

Сәнғәт - үҙе бер илаһи донъя

Салауат картиналар галереяһы йыл һайын уҙғарылып килгән «Сәнғәт төнө» мәҙәни акцияһына ҡушылды һәм ул быйыл Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналып «Рәсәй берләштерә» тип аталды.

Сәнғәт - үҙе бер илаһи донъя
Сәнғәт - үҙе бер илаһи донъя

Сәнғәт кеше тормошонда әһәмиәтле урын алып тора, ул көндәлек йәшәйешебеҙҙе күпкә йәмлерәк итә, тирә-яҡтағы матурлыҡты күрергә мөмкинлек бирә, ижад менән мауығыусыларҙы берләштерә. «Сәнғәт төнө» акцияһы тәүге тапҡыр 2013 йылда уҙғарыла һәм шунда уҡ илебеҙҙең бөтә төбәктәре уны хуплап ала. Ун йыл эсендә проект күптәрҙең күңеленә хуш килә. Салауат картианалар галереяһы акцияла иң баштан алып ҡатнаша һәм һәр йылды яңы күргәҙмәләре, тере классик музыка һәм ижади кешеләр менән осрашыуҙары менән һоҡландырырға тырыша.
- 4 ноябрҙә беҙҙе тарихи факттар һәм ваҡиғалар берләштерә. Бөгөн картиналар галереяһы залдары тулы икәнен, төрлө майҙансыҡтар эшләүен, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылыуын, Стәрлетамаҡ рәссамдары Ольга һәм Елена Литвиненколар күргәҙмәһе асылыуын күрәбеҙ. Йыл дауамында картиналар галереяһы күп проекттар өҫтөндә эшләй һәм «Сәнғәт төнө» үҙенә күрә йылға йомғаҡ яһау булып тора. Форсаттан файҙаланып «Мираҫ» мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһының бөтә бүлексәләренә: тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейына, картиналар галереяһына, «Юрматы» мемориаль комплексына уларҙың берҙәм эшмәкәрлеге, үҙ учреждениеларында ғына түгел, шулай уҡ ҡаланың йәмәғәт һәм мәҙәни тормошонда актив ҡатнашыуҙары өсөн рәхмәт белдергем килә. Уҙған аҙнала Өфөлә музейҙар форумы уҙҙы, унда беҙҙең ҡаланың тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы республика музейҙары араһында беренсе урын алыуын иғлан иттеләр, - тип бүлеште ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Сергей Филатов һәм Руслан Сафиканов етәкселегендәге бөтә коллективты ҡотлап «Иң яҡшы ҡала тыуған яҡты өйрәнеү музейы» номинацияһы дипломын тапшырҙы. - Картиналар галереяһы бик күп ҡыҙыҡлы проекттарҙы тормошҡа ашыра һәм уларҙың башланғысында «Мираҫ» мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһының сәнғәт бүлеге мөдире Татьяна Пирковская тора һәм ул «Йыл кураторы» номинацияһында диплом менән бүләкләнә.
Традицион рәүештә «Сәнғәт төнө»ндә картиналар галереяһы берҙәм ижади майҙансыҡҡа әйләнде. Шәмбе кисен Салауат музыка колледжының «Элегия» квартеты башҡарыуында классик музыка, республика, төбәк-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Галина Клокова башҡарыуындағы йыр биҙәне. Ҡалабыҙҙың ҡул оҫталары биҙәү-ҡулланма ижады эштәренән торған «Халыҡ кәсептәре хороводы» күргәҙмәһен әҙерләгәйне. Сарала ҡатнашыусылар сәнғәт төрҙәре менән танышып ҡына ҡалманы, уларҙың авторҙары менән аралашты, эш алымдарының серҙәрен белеште.
- Был реаль стилдәге хайуандар, яһалма тиренән эшләнә. Төрлө ижад төрҙәрендә эшләп ҡараным, тап ошо шөғөл күңелемә ятты. Мин был йәнлектәрҙе яҡындарыма, дуҫтарыма бүләк итергә яратам, заказға яһайым. Бер үк хайуанды ҡабатлап эшләмәйем, ә яңыны өйрәнәм, - тип бүлешә күргәҙмәлә ҡатнашыусы Юлиә Миңлебаева.
«Башҡорт балы тураһында легенда» танып-белеү өлөшөндә ҡунаҡтар башҡорт халҡының боронғо кәсептәренең береһе, бал ҡорттарының ниндәй шарттарҙа йәшәүе, умартасылыҡ продукттары, умартасы һөнәренең үҙенсәлектәре, ағастарҙағы тамға серҙәре тураһында белде һәм ысын башҡорт балып тәмләп ҡараны.
- Башҡортостан - солоҡсолоҡ һаҡланған берҙән-бер ер. Экспозицияла түмәр умарта, умартасы ҡулланған ҡоралдар, умартасылыҡ продукттары - бал, балауыҙ, прополис, сәскә һеркәһе бар. Умарталарҙың нисек ҡышланыуы тураһында макет яһалған. Солоҡ урынлашҡан ағастарға тамға яһалған һәм ул атайҙан балаһына күскән, - тип ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән бүлеште картиналар галереяһы экскурсоводы Лилиә Вәсилева.
«Сәнғәт төнө» акцияһы сиктәрендә беҙҙең ҡалала Рәсәй рәссамдары союзы ағзалары, халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм төбәк күргәҙмәләре лауреаттары, дипломанттары, сит илдәрҙә лә танылыу алған апалы-һеңлеле Елена һәм Ольга Литвиненколарҙың күргәҙмәһе лә асылды. Уларҙың ижад итеүенә 30 йылдан ашыу.
- Литвиненколар үҙ ижадында Башҡортостан халыҡтары традицияларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә етди ҡарай. Күргәҙмәлә уларҙың 150-гә яҡын үҙенсәлекле һынлы сәнғәт, графика, биҙәү-ҡулланма сәнғәте әҫәрҙәре тәҡдим ителә һәм уларҙың һәр ҡайһыһы Тыуған илгә һөйөү менән һуғарылған, - тине «Мираҫ» учреждениеһының сәнғәт бүлеге мөдире Татьяна Пирковская.
- «Сәнғәт төнө» нисәнсе йыл инде халыҡты берләштерә. Беҙ тарихты ла, сәнғәтте лә белергә, ихтирам итергә тейеш, - тине «Мираҫ» учреждениеһы директоры Руслан Сафиканов.
Елена һәм Ольга Литвиненколарҙың эштәре бик үҙенсәлекле булыуы, тирә-яҡты улар төрлө стилдә, жанрҙа һүрәтләүе билдәләнде. Ольга күберәк реалистик эштәргә өҫтөнлөк бирһә, Елена бүҙәү-ҡулланма, стилизациялауҙы үҙ итә. Ике рәссамдың да хеҙмәттәрендә тема төрлөлөгө сағылыш таба.
- Мин бөгөн бөтә картиналарҙы ҡарап сыҡтым, улар шул тиклем профессиональ кимәлдә башҡарылған. Был гүзәл заттар уникаль сәнғәт әҫәрҙәре ижад итә, - тип баһаланы Салауат рәссамы Ринат Хәлиуллин.
- Шәхсән күргәҙмә - бик яуаплы. Беҙ Салауатта өсөнсө тапҡыр һәм беренсегә һынлы сәнғәттәге төрлө төрҙәге эштәрҙе күрә алаһығыҙ, мәҫәлән, ҡыҙыу эмаль менән башҡарылғандары бар. Себер, Татарстан һәм яратҡан Башҡортостаныбыҙ пейзаждары, этник мотивтар, тарихи ваҡиғалар һәм башҡа темалар күрһәтелгән. Салауат картиналар галереяһы ойошторған пленэр һөҙөмтәһендә төшөрөлгән картиналарыбыҙ ҙа урын алған, - ти Елена Литвиненко.
- Аҙаҡҡы 2017 йылдағы күргәҙмәлә тик акварель эштәребеҙ урын алһа, хәҙерге экспозицияға 2023 йылға тиклемге хеҙмәт емештәребеҙ ингән. Кейеҙҙән яһалған эштәребеҙ айырым урын алған. Беҙ эштәребеҙҙә үҙебеҙҙе борсоған, уйландырған темаларҙы сағылдырабыҙ, - ти Ольга Литвиненко.
«Сәнғәт төнө» оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып үҙ шедеврҙарын да булдырыуға мөмкинлек бирҙе. Рәссамдар Елена һәм Ольга Литвиненко теләге булғандарға акварель менән төрлө техникала һүрәт төшөрөү серҙәренә өйрәтте. Күптәр ҡыҙыҡһыныу менән Елена Толкушенкованың «Үҙ картинаңды булдыр» арт-класына ҡушылды һәм ағасҡа һүрәт төшөрөп үҙе менән алып ҡайтып китте. Шулай уҡ ижад һөйөүселәр матрешканы һүрәтләү, беләҙек йыйыу оҫталыҡ дәрестәрендә лә ҡатнаша алды.
- Минең ҡыҙым сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнә, шуға художество ҡыҙыҡһыныу бар. Бында беҙгә оҡшай, шундай матур картиналар, шундай ижади мөхит, ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәре ойошторолған, бик шәп, - ти ҡыҙы Марина менән сараға килеүсе Диана Бакулина.
Кисә һуңында тамашасылар иғтибарына ҡала йорттарындағы муралдар авторҙары Салауат рәссамдары Эльвира Хәлимова һәм Екатерина Волкова «Бик һәйбәт кешеләр һәм сағыу буяуҙар ҡалаһы» перфомынсын тәҡдим итте. Ула ҡумыҙ көйө аҫтына ҡалаға төньяҡтан ингән ерҙә йорттарҙың береһенең фасадында яһалған һүрәтте ҡағыҙға төшөрҙө.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: