газета "Салауат"
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Ноябрь 2023, 12:03

Тәрән мәғәнә, ҡатмарлы тема

30 октябрҙән 1 ноябргә тиклем Өфөлә «Театраль Өфө» республика балалар һәм йәштәр театрҙары фестивале уҙҙы. Фестиваль сиктәрендә Өфө, Салауат, Белорет, Бәләбәй ҡалаларынан, Ҡырмыҫҡалы, Туймазы райондарынан 12 конкурс спектакле күрһәтелде.

Тәрән мәғәнә, ҡатмарлы тема
Тәрән мәғәнә, ҡатмарлы тема

30 октябрҙән 1 ноябргә тиклем Өфөлә «Театраль Өфө» республика балалар һәм йәштәр театрҙары фестивале уҙҙы. Фестиваль сиктәрендә Өфө, Салауат, Белорет, Бәләбәй ҡалаларынан, Ҡырмыҫҡалы, Туймазы райондарынан 12 конкурс спектакле күрһәтелде.

Спектаклдәр Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының Бәләкәй залында үтә. Бында режиссерҙар һәм театр коллективтары етәкселәре өсөн семинар-практикум, республиканың һәүәҫкәр театр ижадын үҫтереү проблемаларына арналған семинарҙа ҡатнашыусылар менән түңәрәк өҫтәл дә ойошторола. Фестивалде Салауат башҡорт дәүләт драма театры эргәһендәге «Арлекин»
өлгөлө балалар театр студияһы Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры актеры Михаил Богомоловтың пьесаһы буйынса «Туңдырылғандар» премьера спектакле менән аса. Ҡуйыусы режиссерҙары - Радик Ғәлиуллин, Эльвира Бледных. Спектакль фестивалдә III дәрәжә лауреаты дипломына һәм 10 мең һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ була.
«Арлекин»дар 2022 йылда «Театраль Волга буйы» фестивалендә «Иң яҡшы балалар спектакле» номинацияһында икенсе урын алып, 150 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. «Туңдырылғандар» спектакле ошо еңеү ярҙамында тормошҡа ашырыла. Хәлдәр беҙҙең һәм бындағы булмаған донъялар араһында бара. Бындағы моңһоу урында ҡояш та һоро, йылылыҡ та, тыныслыҡ та бүләк итмәй, ҡар ҙа, ямғыр ҙа юҡ. Пьеса авторы Михаил Богомолов менән «Арлекин» театр студияһы етәксеһе Радик Ғәлиуллин - коллегалар. Был ҡатмарлы тема уларҙың ижади дуэты барлыҡҡа килеүгә нигеҙ була. Спектаклдән һуң театр тәнҡитселәре менән фекер алышыу уҙа. Жюри составына Салауат театрының баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллина ла индерелә.
Фото театрҙан.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: