газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Ноябрь 2023, 13:17

Фестивалгә йөрөй торған спектакль

24 октябрҙән 29-ына тиклем Коми-Пермь милли драма театрында Пермь крайы губернаторы хакимиәте һәм Пермь крайы Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында ойошторолған «Хәбәрнамә» V милләт-ара театрҙар фестивале уҙҙы. Унда Карелиянан, Татарстандан, Башҡортостандан һәм Пермь крайынан театрҙар ҡатнаша. Салауат башҡорт дәүләт драма театры тамашасылар иғтибарына Олжас Жанайдаровтың Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйған «Бер, ике, өс...» спектаклен тәҡдим итә.

Фестивалгә йөрөй  торған спектакль
Фестивалгә йөрөй торған спектакль

24 октябрҙән 29-ына тиклем Коми-Пермь милли драма театрында Пермь крайы губернаторы хакимиәте һәм Пермь крайы Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында ойошторолған «Хәбәрнамә» V милләт-ара театрҙар фестивале уҙҙы. Унда Карелиянан, Татарстандан, Башҡортостандан һәм Пермь крайынан театрҙар ҡатнаша. Салауат башҡорт дәүләт драма театры тамашасылар иғтибарына Олжас Жанайдаровтың Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйған «Бер, ике, өс...» спектаклен тәҡдим итә.

Спектаклдәрҙе ҡарағандан һуң, билдәле театр тәнҡитселәре ингән жюри фестивалдең Гран-приһын һәм «Иң яҡшы режиссер эше», «Иң яҡшы ир-ат роле», «Иң яҡшы ҡатынҡыҙ роле», «Иң яҡшы рәссам эше номинацияларында еңеүселәрҙе билдәләй. Беҙҙең театрҙың баш режиссеры, актер Лиана Ниғмәтуллина Сергеев роле өсөн «Иң яҡшы ир-ат роле» номинацияһында еңеүсе тип таныла.
Был спектакль иҫәп буйынса алтынсы тапҡыр фестивалгә сыға. Быға тиклем ул 2019 йылда Өфөлә «Туғанлыҡ» VII халыҡ-ара төрөк телле театрҙар фестивалендә, 2019 йылда Ҡазанда «Һөнәр» XI Бөтә Рәсәй фестивалендә, 2020 йылда Мәскәүҙә «Артмиграция» йәш режиссура фестивалендә, 2021 йылда Татарстан Республикаһының Яр Саллы ҡалаһында Рәсәйҙең Кесе ҡалалары театрҙарының XVIII фестивалендә, быйыл Төмән ҡалаһында «Һин кем һәм ҡайҙан?» фестивалендә ҡатнаша.
Спектаклдән һуң фестивалдең театр тәнҡитселәре менән фекер алышыу була, унда улар артистарҙың һәм режиссерҙың эшен лайыҡлы баһалай.
- Мин һеҙҙең спектаклгә яҡшы ҡараштамын, уны икенсе тапҡыр ҡарайым. Быға тиклем уны Кесе ҡалалар театрҙары фестивалендә күргәйнем. Программа директоры булараҡ, һеҙҙең барығыҙҙы ла мин һайлап алдым. Спектаклдә бөтә нәмә уйланып эшләнелгән. Пьесала көнүҙәк, мөһим һорауҙар күтәрелә. Илсур Ҡаҙаҡбаевҡа һәм бөтә актерҙарға хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерәм, - тине театр тәнҡитсеһе, сәнғәт фәне кандидаты Татьяна Тихоновец.
- Спектаклдең төрлө варианттарын күргәнем булды. Уны ҡайҙалыр ҡаты, киҫкен уйнайҙар. Ә бында ҡот осҡос драма ысынбарлығы күрһәтелгән. Нигеҙендә ғаилә ҡиммәттәре, тел, милләт мәьсәләһе ята, - ти театр тәнҡитсеһе һәм белгесе Оксана Кушляева.
- «Бер, ике, өс...» спектакле - беҙҙең фестивалдәргә йөрөй торған иң шәп спектакль. Еңеү көтөлмәгәнсә булды. Әлбиттә, ҙур шатлыҡ та. Был минең 12 йыллыҡ актерлыҡ эшемдәгә тәүге юғары баһа. Миңә ышаныс белдергәне өсөн спектакль режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаевҡа, бөтә коллективыма рәхмәт белдерәм, был - беҙҙең берлектәге еңеү. Партнерҙарым булмаһа, лайыҡлы итеп уйнай ҙа алмаҫ инем. Яратҡан театрыма рәхмәт. Еңеүебеҙҙең һуңғыһы түгеллегенә ышанам, «Бер, ике, өс...» киләсәктә лә фестивалдәрҙә ҡатнашып, тағы ла күп наградаларға эйә булыр, тип уйлайым, - тине Лиана Ниғмәтуллина.
Фото Салауат башҡорт дәүләт драма театрынан

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: