Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Октябрь 2023, 20:22

Илһамланып яңы миҙгелгә

Ниһайәт, тамашасылар түҙемһеҙлек менән көткән көн етте - Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективы юбилейлы миҙгелде ябып, яңы 91-се миҙгелгә аяҡ баҫты. 18 октябрҙә ижади коллектив уны Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы, драматург Мостай Кәримдең “Ярлыҡау” повесы буйынса ҡуйылған спектакль менән асты. 2024 йылда Мостай Кәримгә 105 йыл тулыр ине һәм был спектакль ошо датаға ла арналған.

Илһамланып яңы миҙгелгә
Илһамланып яңы миҙгелгә

Ниһайәт, тамашасылар түҙемһеҙлек менән көткән көн етте - Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективы юбилейлы миҙгелде ябып, яңы 91-се миҙгелгә аяҡ баҫты. 18 октябрҙә ижади коллектив уны Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы, драматург Мостай Кәримдең “Ярлыҡау” повесы буйынса ҡуйылған спектакль менән асты. 2024 йылда Мостай Кәримгә 105 йыл тулыр ине һәм был спектакль ошо датаға ла арналған.

Ҡуйыусы режиссеры, инсценировка авторы - Шәйехзада Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Өфө режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев, рәссамы - Сулпан Азаматова, яҡтылыҡ буйынса рәссам - Илшат Сәйәхов, композиторы - Магуля Мезинова, хореографы - Ольга Даукаева. Спектакль «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә ҡуйыла.
Яңы ижад миҙгеленең асылыуын түҙемһеҙләнеп көтөүе артистарҙың да, тамашасыларҙың да йөҙҙәрендә сағыла. Байрам кәйефе фойенан уҡ башлана. Бында килгән ҡунаҡтарҙы театр артистары милли кейемдәрҙә ҡаршы алды, халҡыбыҙҙың шифалы эсемлеге ҡымыҙ менән һыйланы. Башҡортостандың халыҡ артисы Юнир Ғәйнуллиндың өҙҙөрөп гармунда уйнаған көйҙәренә халыҡ ихлас күңелдән бейене, ҡурайсы Булат Булгаковтың ҡурай моңдары ла күңелдәргә үтеп инде.
Сюжет үҙәгендә 1941 йылда һуғышҡа эләккән 20 йәшлек егет Любомир Зухтың тарихы, яҙмышы ята. Ул һуғыш афәте арҡаһында алыҫ ауылға килтерелгән испан коммунистарының ҡыҙы Мария Терезаға ғашиҡ була. Йәштәр араһындағы тойғо шул тиклем көслө, хатта һуғыш, уның ҡот осҡос хәүефе ҡайҙалыр артта ҡала. Мөхәббәт өсөн йәш сержант хәрби уставта ҡәтғи тыйылғанды эшләй: фронт һыҙығына ебәрелер алдынан хушлашыу өсөн төндә бронетранспортерҙа бер нисә сәғәткә 15 километр алыҫлыҡта урынлашҡан ауылдағы һөйгәненә бара. Ул һуғыш ваҡыты закондары буйынса ауыр енәйәт ҡылыуын һәм язаға тарттырылыуын аңламай. Ә хөкөм ҡарары ҡаты - атырға!
Төп ролдәрҙә - йәш, талантлы актерҙар Артур Таджидинов менән Нәфисә Мәжитова. Атырға тигән бойороҡто бирергә тейешле Йәнтимер Байназаровҡа ла еңел түгел, бөтә борсолоуҙарҙы үҙенең йөрәге аша үткәрә. Уны Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Мирас Йомағужин уйнай. Мостай Кәрим дә Йәнтимер миңә яҡын, ҡәҙерле, тигән.
Ул көндө премьераға бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Кәримованың һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтарҙың килеүе ҙур мәртәбә өҫтәне.
- Салауатҡа ҙур тулҡынланыу менән килдем. Сөнки “Ярлыҡау” повесы беҙҙең ғаилә өсөн иң ҡәҙерлеһе. Әҫәрҙе яҙырға атайымды һуғыш михнәттәре, ундағы хәлдәр этәргәндер. Уны ҡағыҙға төшөрөү уйы фронтта уҡ яралһа ла, быға атайым һуғыштан һуң 40 йылға яҡын ваҡыт үткәндән һуң ғына тотона ала. Һуғыш уның тормошонда һәм ижадында тәрән эҙ ҡалдыра, йылдар үткәс тә уйҙарында һынауҙар
һәм юғалтыуҙар менән тулы көндәргә әйләнеп ҡайта. Әҫәр хатта һуғыш тураһында ла түгел, ә мөхәббәт, йәштәр, ауыр мәлдәрҙә ниндәй ҡарар ҡабул итергә кәрәклек хаҡында. Атайым вафатынан һуң ағайым ошо повестың күңелдәргә үтерлек сценарийын яҙҙы һәм ул рус театры сәхнәһендә ҡуйылды. Бөгөн ҡабатлауҙар, бер төрлөлөк булыр тип хафаланғайным. Әммә әҫәр Салауат театры сәхнәһендә бөтөнләй икенсе һулыш алды. Бының өсөн режиссерға, актерҙар труппаһына сикһеҙ рәхмәттәремде белдерәм. Салауат театры, ғөмүмән, миңә һәр ваҡыт оҡшай торғайны. Ә бөгөн сәхнәлә яңы йөҙҙәрҙе, йәш быуынды ла күрҙем. Улар өсөн ифрат шатмын. Күңелем аңлатып бөтә алмаҫлыҡ хис-тойғолар менән тулды, - тине Әлфиә Кәримова.

Театрҙың баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллина юбилейлы йылдағы һөҙөмтәләр, ҡаҙаныштар менән таныштырып үтте. Яңы миҙгел дә фестивалдәргә, ижади кисәләргә, гастролдәргә бай булмаҡсы. Бер аҙнанан театр коллективы О. Жанайдаровтың “Бер, ике, өс” спектакле менән Кудымкар ҡалаһына V милләтара театр фестиваленә юлланып, быйылғы миҙгелдең тәүге гастроленә юл тотасаҡ. Театр коллективы йәш белгестәр менән тулыланыуын дауам итә - күптән түгел улар үҙҙәренә Өфө сәнғәт институтын тамамлаған йәш актер Урал Йосоповты ҡабул иткән.
Театр директоры Айбулат Ҡотошов бөтә ижади төркөмдө яңы 91-се миҙгел асылыу менән ҡотлап, уңыштар теләне, ә тамашасыларға яңы, ҡыҙыҡлы спектаклдәр, тамашалар вәғәҙәләне.
Спектакль бер тында ҡаралды, тамашасылар геройҙары, уларҙың яҙмышы өсөн борсолдо, ҡайғырҙы, күптәре күҙ йәштәрен тыя алманы.
Ул көндө премьераға салауаттар ғына түгел, ә күрше Ишембай, Стәрлетамаҡ, Мәләүез ҡалаларынан да килгәйнеләр. Рима Собханғолова менән Резеда Ҡаһарманова ла улар рәтендә.
- Бөгөн Ишембайҙан күмәкләп килдек. Спектакль күңелдә иҫ киткес тәьҫораттар ҡалдырҙы, йөрәк ҡылдарын сиртте. Актерҙар шул тиклем матур, ышаныслы уйнай. Айырыуса йәштәр һоҡландырҙы. Салауат театрына артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ, беҙҙе яңынан-яңы тамашалар менән шатландырып торһондар, - ти Рима апай.

Ул көндө Салауат театрының баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллинаның әсәһе Рима Ниғмәтуллина ла килгәйне:
- Салауат театрына йыш киләбеҙ, премьераларҙы ҡалдырғаныбыҙ юҡ. Лиананың ойоштороу һәләте бәләкәйҙән булды. Һәм хәҙер уның эшен сәхнәлә күреп, ҡыҙымдың маҡсатҡа ынтылыусан икәнлеген аңлайым, уның менән ғорурланам. Ә бөгөнгө спектаклгә килгәндә, бик шәп. Спектакль алыҫ йылдарҙағы һуғыш осорона алып ҡайтҡандай булды. Күптәр күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Артистар ролдәрен бар оҫталыҡтарын һалып башҡарҙы, - ти Рима апай.
- Ишембайҙа йәшәһәм дә, Салауатта туғандарым, дуҫтарым, таныштарым бик күп. Дөрөҫөн әйтәм, мин Салауат театрында тәүгәмен һәм быға һис тә үкенмәнем. Был тиклем тәрән хистойғолар кисерермен, тип уйламағайным. Бөтә нимә әсир итте: декорация, музыка, хореография, актерҙарҙың уйнауы. Бынан ары йыш киләсәкмен, беҙҙең аралағы дуҫлыҡ ептәре нығыныр, тип уйлайым, - тине Резеда апай.
Спектакль тамамланғас тамашасылар артистарҙы аяғүрә баҫып алҡышланы, рәхмәт һүҙҙәрен әйтте һәм алда ла яңы тамашаларға шаһит булырбыҙ әле, тигән ышаныс менән таралашты.
Динә ҒӘЛИЕВА, Александр КАЗАКОВ фотолары. 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: