газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Сентябрь 2023, 09:55

Йолаларҙа - халыҡ асылы

Салауат ҡалаһының “Аҡ ҡалфаҡ” берләшмәһе “Йырлайыҡ әле” конкурс-фестивалендә ҡатнаша.

Йолаларҙа - халыҡ асылы
Йолаларҙа - халыҡ асылы

Башҡортостан “Аҡ ҡалфаҡ” татар ҡатын-ҡыҙҙары берләшмәһенең Салауат ҡалаһы бүлексәһе Туймазы районының Төмәнәк ауылы Бабай утарында үткәреләсәк «Йырлайыҡ әле» конкурс-фестиваленә саҡырыу ала. Етәкселәре Вәсилә Бәширова коллектив менән ең һыҙғанып әҙерлек башлай. Был яуаплы эшкә «Ынйылар» төркөмө етәксеһе Лилиә Әмирова ла актив ҡушыла. Бергә кәңәшләшкәндән һуң, коллектив «Бәбәйгә исем ҡушыу» йолаһын күрһәтергә ҡарар итә. Эш дәррәү, әүҙем бара. Х.Шаһиев бишек яһап бирә, бағымсылар ҙа табыла: автобус мәсьәләһен ветерандар советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина, «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге директоры Рауил Хакимов милли костюмдар менән ярҙам итә, шулай уҡ халыҡ мәҙәниәтенә битараф булмаған «Аллағыуат» ойошмаһы рәйесе Фәнит Ханмырҙин, Рәфис Кантюков һәм башҡалар ярҙам итә. Образдар билдәләнгәс, төркөм көн һайын репетицияларға йөрөй һәм билдәләнгән ваҡытҡа әҙерләнеп бөтөргә тырышалар.
Шулай итеп, 18 кешенән төркөм, улар араһында оло йәштәге пенсионерҙар ҙа, уҡыусы балалар ҙа бар, тәғәйен көндө юлға сыға. Туймазылар беҙҙең ҡала вәкилдәрен бик ҙурлап ҡаршылайҙар. Салауат ҡалаһындағы «Аҡ ҡалфаҡ» берекмәһенең беренсе рәйесе Фәнзилә Тибееваны сараны асҡанда ҙур хөрмәт менән иҫкә алалар. «Йырлайыҡ әле» конкурс-фестивалендә ҡалабыҙҙың татар ҡатын-ҡыҙҙары берләшмәһе ағзалары ихлас ҡатнашып, лайыҡлы сығыш яһап, дәртләнеп ҡайта. Бигерәк тә уҡыусы балаларҙың сығыштарын тамашасылар ҙур алҡыштарға күмә. Фестивалгә 78 йәшлек Рәсимә Дәүләтшина үҙенең ҡул эштәрен ебәрә һәм уның был хеҙмәте «Гүзәлдәр тыуҙырған гүзәллек» номинацияһы дипломы менән билдәләнә.
Ҡайтҡас ошо сараға арнап «түңәрәк өҫтәл» уҙғарылды. «Аҡ ҡалфаҡ»тар фестивалдән алған тәьҫораттары менән бүлешеп, беҙгә «Бәбәйгә исем ҡушыу» йолаһынан бер сағыу өлөшөн күрһәтте. Бәпестең өләсәһен Венера Искәндәрова, әсәһен Руфина Фәхретдинова, ҡоҙағайҙы Лилиә Әмирова, хәҙрәтте Тәлғәт Ҡотлоғужин бик матур итеп уйнаны. Йоланы улар ысынлап та еренә еткереп күрһәтте, бәпес күрергә килгәндәрҙең бүләк, күстәнәс тапшырыуы, хәҙрәттең исем ҡушыу йолаһын башҡарыуы, өгөт-нәсихәттәр әйтеүе, балаға күҙ теймәһен өсөн маңғайына ҡором һөртөү һәм башҡаһы, ғөмүмән, ысын йола тәртибе менән таныштырҙылар. Үҙешмәкәр артистар тағы ла алҡыштарға күмелде. Артабан да улар халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен үҫтереү һәм таратыу йүнәлешендә тырышып эшләүҙәрен теләйбеҙ.

Флүрә Хәзиева.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: