Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Август 2023, 09:30

Һәр йортҡа ҡул йылыһын һалған кешеләргә

Ҡалабыҙҙың ижад кешеһе Илнур Ильясов өс ай тиерлек төҙөлөш компанияһы заказы буйынса «Бейектә эшләүсе монтажсылар» скульптура композицияһын яһай. Һөҙөмтәлә ҡалала яңы арт-объект барлыҡҡа киләсәк.

Һәр йортҡа ҡул йылыһын һалған кешеләргә
Һәр йортҡа ҡул йылыһын һалған кешеләргә

Композицияның заказсыһы - «Салауатполимикс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт төҙөлөш компанияһы. Уның хеҙмәткәрҙәре композицияны һуғыштан һуң илебеҙҙе тергеҙеүсе төҙөүселәргә бағышларға ҡарар иткән.
Был уйҙың Салауаттың 75 йыллығы йылында тормошҡа ашырылыуы ла ҙур мәғәнәгә эйә, сөнки шундай йәш егеттәр уҙған быуаттың тап һуғыштан һуңғы йылдарында беҙҙең ҡаланы төҙөй.

- Кешеләрҙең һындары пенофлекстан башҡарылған, ә башҡаһы ысын әйберҙәр. Кейем-һалым, инструменттар, һаҡланыу каскалары һәм күҙлектәре - барыһы ла ысын әйберҙәр, тик бронза менән ҡапланған. Әлеге ваҡытта композиция 19 августа эшләй башлаясаҡ «Салауат йөҙҙәре» күргәҙмәһенә ҡуйылған. Ул бөткәс, бейектә эшләүсе монтажсылар компания офисына күсереләсәк, - тип һөйләй автор скульптор Илнур Ильясов.

«Салауат йөҙҙәре» күргәҙмәһе (6+) - Салауат ҡалаһының 75 йыллыҡ юбилейына «Газпром нефтехим Салауат» компанияһынан бүләк. Экспозицияла Салауат һәм Башҡортостандың 25 рәссамының 150 эше тәҡдим ителәсәк.

- «Салауат йөҙҙәре» күргәҙмәһенә беҙ ике йыл дауамында әҙерләндек. 2022 йылда «Өйҙә эшләү бәхет» күргәҙмәһен уҙғарҙыҡ, уның экспонаттарын индустриаль тема берләштерҙе. 2023 йылда беҙ был күргәҙмә проекты өҫтөндә эште дауам иттек, ҡаланың бер нисә медицина, мәғариф, спорт һәм мәҙәниәт учреждениеларында булдыҡ. Һөҙөмтәлә Салауат тормошоноң бөтә өлкәләрен берләштереүсе бик матур хеҙмәттәр циклы барлыҡҡа килде. Уларҙы ошо күргәҙмәлә күрергә мөмкин буласаҡ, - ти «Мираҫ» мәҙәниәт һәм тарих учреждениеһының сәнғәт фәне бүлеге мөдире Татьяна Пирковская.

Картиналар галереяһында уҙасаҡ күргәҙмә менән салауаттар 19 августан алып 13 октябргә тиклем таныша аласаҡ.

Алена Бизикина фотоһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: