газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Июнь 2023, 14:55

Бай, сағыу һәм үҙенсәлекле - был юбилейлы миҙгел

Салауат башҡорт дәүләт драма театры үҙенең 90-сы юбилей миҙгелен Х. Ғәбитовтың «Ынйыҡай менән Юлдыҡай» шиғри драмаһы менән япты.

Бай, сағыу һәм үҙенсәлекле - был юбилейлы миҙгел
Бай, сағыу һәм үҙенсәлекле - был юбилейлы миҙгел

- Бөгөн беҙ юбилей миҙгелен ябабыҙ. Миҙгел бик бай булды. Беҙ уны фестивалдәрҙән асып ебәрҙек, ике фестивалдә ҡатнаштыҡ, уларҙың береһе «Кем һин һәм ҡайҙан?» фестивале Төмән ҡалаһында үтте һәм беҙ унда Беруши спектакле менән ҡатнаштыҡ. Шулай уҡ сентябрҙә беҙ Грозный ҡалаһындағы «Федерация» Бөтә Рәсәй милли театрҙар фестивалендә ҡала, республика исеменән лайыҡлы сығыш яһап ҡайттыҡ. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисткаһы Гөлшат Зыязетдинованың 75 йыллыҡ юбилейын уҙғарҙыҡ. Кескәй тамашасыларыбыҙға бүләк яһаныҡ - «Балыҡ һәм балыҡсы тураһында әкиәт» спектаклен әҙерләнек. «Хазина» спектакленең премьераһы уҙҙы. Һәм яңыраҡ ҡына «Яҙмыш математикаһы» йәштәр драмаһының премьераһы булды. Бөгөн беҙ юбилей миҙгелен ябабыҙ, шулай ҙа йөрәктребеҙ һәм күңелебеҙ һеҙҙең өсөн асыҡ ҡала, - тип мөрәжәғәт итте тамашасыларға Салауат башҡорт дәүләт драма театрының баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллина.
- Ваҡыт шул тиклем тиҙ үтә. Яңы ғына юбилей миҙгелен асҡайныҡ, бөгөн бына уны ябыу тантанаһына ла йыйылдыҡ. Алла бирһә, киләһе миҙгелдә лә осрашырға насип булһын. Беҙ һеҙҙе үҙебеҙҙең матур-матур спектаклдәребеҙ менән ҡыуандырһаҡ, һеҙ беҙҙе тулы залдар менән шатландырырһығыҙ, тип ышанып ҡалабыҙ, - тине Салауат башҡорт дәүләт драма театры директоры Айбулат Ҡотошов.
Театр актеры Юнир Ғәйнуллинға 60 йәш тулыу уңайынан һәм мәҙәниәт өлкәһендә күп йылдар фиҙаҡәр хеҙмәт итеүе өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы тапшырылды.
Ҡала хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары менән театрҙың кейем бесеүсеһе Гүзәл Шәрәфиева, администраторы Суфия Етеханова һәм водитель Рөстәм Йосопо бүләкләнде.
Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, ҡалабыҙ театрына салауаттар ғына түгел, күрше Ишембай, Стәрлетамаҡ, Мәләүез ҡалаларынан да теләп киләләр. Ошондай тамашасыларҙың береһе шағирә, журналист Ғәлиә Кәлимуллина театр етәкселегенең Ишембай тамашасылары өсөн автобустың барып алып, илтеп ҡуйыуын ойоштороуы өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Ишембайҙар Салауат театрында яҡташтары эшләүе менән ғорурлана. Шулай уҡ Салауатҡа килеп, яҡшы спектаклдәр ҡарай алыуыбыҙға шатбыҙ. Һәр ваҡыт залдар тулы булһын, коллективҡа ҙур уңыштар, - тип теләне ул.
Ҡаланың ветерандар советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина пенсионерҙарҙың һәр ваҡыт тетарға ҙур теләк менән йөрөүен һәм был уларҙы илһамландырыуын, күңелдәрен үҫтереүен билдәләне.
Салауат Башҡорт дәүләт драма театрында 1993 йылда «Йылдың иң яҡшы актеры» премияһы булдырыла һәм был йола оҙаҡ йылдар буйына һаҡланып килә.
- Быйыл беҙ 90-сы юбилейлы миҙгелдең иң яҡшы актерын билдәләнек. Был юбилейлы утыҙынсы премия. Быйыл бер тауыштан театр коллективы «90-сы театр миҙгеленең иң яҡшы актеры» исемен, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең аранан бик иртә китеп барған Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисткаһы Нәркәс Йомағужинаға бирергә ҡарар итте. Бөгөн һеҙ «Ынйыҡай һәм Юлдыҡай» спектаклен ҡаранығыҙ, унда ул уйнап өлгөрҙө һәм бөгөн уның моңло тауышы яңғыраны. Кисәге премьера спектакле лә уның иҫтәлегенә арналды. Беҙ һәр ваҡыт уны йөрәгебеҙ түрендә һаҡлаясаҡбыҙ. Бөгөн премияны беҙ уның тормош иптәше Мирас Йомағужинға тапшырабыҙ, - тине Лиана Ниғмәтуллина.
- Әлбиттә, был премияны алыу шатлыҡлы ла, аяныслы ла. Барығыҙға ла рәхмәт, - тине Мирас Йомағужин.
Шулай итеп, Салауат башҡорт дәүләт драма театрының юбилейлы миҙгеле ябылды. Әммә театр үҙ эшен дауа итә, актерҙар йәш тамашасыларҙы үҙҙәренең әкиәт спектаклдәре менән шатландырасаҡ. Июндә коллектив «Һырғалаҡ» спектакле менән Екатеринбург ҡалаһына тағы ла бер фестивалгә бара.
Римма Хәмзина:
- Салауат театрының бер премьераһын да ҡалдырмаҫҡа тырышам. Мин театрға йөрөргә яратам, үҙебеҙҙең тиҫтер артистарҙы яратып ҡарайбыҙ. Коллективтың яңы артистар менән тулыланыуы яҡшы, улар бик һәләтле, афариндар. Әлеге спектаклдәр нимәһе менән оҡшай, улар ныҡ музыкаль, ҡуйылышы заманса, хатта ҡайһы берҙә актерҙар менән бергә тороп бейеп китке килә. Йәш саҡта Өфөлә йәшәгәндә, ул ваҡытта уҡ Салауат театрын маҡтай торғайнылар. Ысынлап та беҙҙең ҡала театры көслө. Артабан да сәскә атһын театрыбыҙ!
Рәшиҙә Зөбәйҙуллина:
- Мин Салауат театрына икенсе тапҡыр килдем һәм килеүемә бик шатмын. Бында Ишембай еренән сыҡҡан артистар бар. Бөгөнгө спектакль бик оҡшаны, актерҙар бик килештереп, еренә еткереп уйнай, кейемдәре үҙҙәренә тап килеп тора. Боронғо башҡорт йолаларын, тарихын иҫкә төшөрҙөк. Киләсәктә Салауат драма театры артистарына иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә бәхете, күңел тыныслығы һәм ижади уңыштар, театр абруйының тағы ла юғарыраҡ баҫҡыстраға күтәрелеүен теләйем.

Александр Казаков фотолары.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: