газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Май 2023, 09:03

Йолаларыбыҙ онотолмай

Салауат ҡалаһы башҡорттарының “Аҡбуҙат”, ҡаланың “Яугир” йәмәғәт ойошмалары, Салауат ҡалаһы ата-әсәләр комиссияһы Юлдаш ауылы янындағы матур яланда “Ҡарға бутҡаһы” байрамын ойошторҙо.

Йолаларыбыҙ онотолмай
Йолаларыбыҙ онотолмай

Салауат ҡалаһы башҡорттарының “Аҡбуҙат”, ҡаланың “Яугир” йәмәғәт ойошмалары, Салауат ҡалаһы ата-әсәләр комиссияһы Юлдаш ауылы янындағы матур яланда “Ҡарға бутҡаһы” байрамын ойошторҙо.

Күп йылдар дауамында үткәрелеп килгән байрамдың маҡсаты - киләсәк быуынды милли йолаларыбыҙ, уйындарыбыҙ менән таныштырыу, башҡорт  теленә һөйөү тәрбиәләү. Байрамда ҡатнашыусыларҙың һаны йылдан-йыл артыуы шатландыра. Быйыл сараға беренсе тапҡыр Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан килеүсе яңы дуҫтарыбыҙ менән таныштыҡ.

“Ҡарға бутҡаһы”нда балалар ололар менән бергә “Йәшерәм яулыҡ”, “Ҡурай”, “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Яулыҡ алыш” һәм башҡа башҡорт халыҡ уйындарын уйнаны, уҡтан атты, төрлө ярыш- конкурстарҙа ҡатнашып бүләктәр алды. Бәйгеләрҙә,һабантуйҙарҙа беренселекте бирмәгән Буян ҡушаматлы
атта йөрөү бөтә балаларҙың да күңеленә хуш килде. Төп ҡунаҡ Айыухан барыһы менән дә бейене, уйындар уйнаны. 

Салауат ҡалаһы һәм Юлдаш ауылы ағинәйҙәре үҙҙәренең моңло йырҙарын, ҡумыҙ, баян моңдарын бүләк итте. Кескәй дуҫтарыбыҙ шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырлап, ҡурайҙа уйнап ишеттерҙе. Балалар уйындар уйнаған арала инәйҙәр тәмле бутҡа бешерҙе, самауырҙа сәй ҡайнатты. Һуңынан улар балалар менән бергә донъяларыбыҙҙың имен булыуын теләп, ҡарғалар һыйланһын тип ағас төптәренә бутҡа һалып сыҡты.

Сараны ойошторорға ярҙам иткән Салауат башҡорт дәүләт драма театры директоры Айбулат Ҡотошовҡа, Юлдаш ауылы ата- әсәләренә, Айҙар Байсуринға, байрамда ҡатнашыусы кескәй дуҫтарыбыҙға, уларҙың ата-әсәләренә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, дуҫтар!
Әлфиә ӘБҮБӘКЕРОВА, ҡаланың ата-әсәләр комиссияһы рәйесе урынбаҫары.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: