газета "Салауат"
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Май 2023, 10:00

Ҡул сабыуҙар, алҡыш, гөлләмәләр...

Ниһайәт, ҡанатландырып, тулҡынландырып, һоҡландырып Салауат башҡорт дәүләт драма театрының 90 йәшлек юбилейы килеп етеп, шаулап-гөрләп үтеп тә китте. Юбилейлы миҙгел асылғанда алға ҡуйылған маҡсаттарға тулыһынса тиерлек ирешелгән, проекттар, уй-ниәттәрҙең күбеһе ғәмәлгә ашырылған.

Ҡул сабыуҙар, алҡыш, гөлләмәләр...
Ҡул сабыуҙар, алҡыш, гөлләмәләр...

Ниһайәт, ҡанатландырып, тулҡынландырып, һоҡландырып Салауат башҡорт дәүләт драма театрының 90 йәшлек юбилейы килеп етеп, шаулап-гөрләп үтеп тә китте. Юбилейлы миҙгел асылғанда алға ҡуйылған маҡсаттарға тулыһынса тиерлек ирешелгән, проекттар, уй-ниәттәрҙең күбеһе ғәмәлгә ашырылған.

Кисә театр алдындағы майҙансыҡта башланды. Ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау менән ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Олеся Арестова
театрҙы юбилейы менән ҡотлап, аҡсалата сертификат тапшырҙы.
- 90 йәш - етди юбилей. Яратҡан артистарыбыҙҙың киләсәктә лә ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын яңы тамашалар, спектаклдәр менән  шатландырыуын теләйем. Ижади ҡомарығыҙ һүнмәһен, илһам сығанағығыҙ тынмаһын, ҡаҙаныштар, уңыштар, яңы үрҙәр насип булһын үҙегеҙгә, - тине Артур Рундау сығышында.
Һуңынан йыйылыусылар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, бөтә артист ир-егеттәр фронтҡа алынғас, театрҙы юғалыуҙан һаҡлап алып ҡалған ете ҡыҙ иҫтәлегенә ҡуйылған мемориаль ташҡа сәскәләр һалды. Бына уларҙың исемдәре: Зәкиә Әхмәрова, Ғәзизә Насирова, Нәҡиә Алтынбәкова, Айһылыу Ғәниева, Шәрифә Мөхәмәҙиева,  Гөлсөм Мирғәсимова, Нәғимә Дәүләтшина. Был ауыр осорҙа Башҡортостандағы күпселек колхоз-совхоз театрҙары бөтөнләйгә үҙ ишектәрен яба. Республикала ни бары ике күсмә театр: Баймаҡ һәм Ауырғазы үҙҙәренең йәшәйешен һаҡлап ҡала. Театрҙа ир-егеттәр  составы булмау сәбәпле, һуғышҡа тиклем барған байтаҡ спектаклдәр репертуарҙан төшөп ҡала. Әммә ижади һәләтен юғалтмаған актрисалар мөмкин булған бөтә ерҙә сығыш яһап, халыҡтың йөрәгенә аҙ булһа ла йылы биреп, уларҙың  күңелдәрен күтәрергә тырыша.
Артабан барыһы ла эскә үтте. Фойела театрҙың 90 йыллығына бағышланған күргәҙмә көтә ине. Актерҙарҙың яңыртылған  портреттары ҡунаҡтарҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итте, Салауат музыка колледжы студенттары һәм уҡытыусыһы башҡарыуындағы тере музыка байрам кәйефен тағы ла күтәреп ебәрҙе, фотоға төшөү өсөн төрлө матур урындар әҙерләнгәйне.
Сәхнәлә башланған тамашала артистар театрҙың бай тарихын барланы. Тамашасыларға 1933 йылдың ғинуар айында Ауырғазы районының Ҡарамалы ауылында нигеҙ һалынған колхоз-совхоз театрының аҙаҡтан дәүләт статусы алып, йәш ҡалаға күсенеүе һәм Салауатты сәнғәт үҙәгенә  әүерелдереүе тураһында ентекле мәғлүмәт бирелде, бөгөнгө көнгә тиклемге йәшәйеше тулыһынса асылды. Театрҙың тәүге ҡарлуғастарын
да иҫкә алырға онотманылар.
Юбилейлы миҙгелдә күп кенә эштәр башҡарылған. Шиғри конкурстың һөҙөмтәһе булып “Серле сәхнә” тип  аталған йыйынтыҡ сыға. Ул көндө шиғыр авторҙары ла  тамашасы залынан урын алғайны. Театр коллективы
уларға рәхмәт белдереп, иҫтәлекле бүләктәр  тапшырҙы. Улар араһында гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтары  Иҙел Хәлимовтың, Ишҡәле Дәминевтың, Фәниә  Сатучинаның, Нәжибә Фәйзуллинаның һәм Гөлсирә Фәйзуллинаның булыуы ҡыуандыра. “Алҡыштарҙа - балҡыштар” исемле документаль фильм һәм  “Сәнғәткә тоғролоҡ” программаһы сыҡты. Социаль селтәрҙәрҙә Салауат театрының тарихына арналған документаль йылъяҙма проекты эшләнде. “Юлдар, юлдар...” китабы, өҫтәлмәләр  индерелеп, яңы вариантта донъя күрҙе. Шулай уҡ гәзитебеҙҙә “Театр минең яҙмышымда” тип аталған махсус рубрика бирелде. Ғөмүмән, театр тарихы яҙылыуын дауам итә.
Театрҙы байрамы менән тәбрикләргә республиканың мәҙәниәт учреждениелары етәкселәре, тоғро тамашасылары, абруйлы  шәхестәр килгәйне. Бөтә ғүмерҙәрен Салауат театрында ижад итеүгә бағышлаған ветерандар ҙа саҡырылғайны. Уларға театр артистары гөлләмәләр бүләк итеп, изге теләктәрен еткерҙе. Тәүгеләрҙән булып ҡотлау һүҙен Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығының профессиональ сәнғәт,
мәғариф һәм ижади проекттар бүлеге начальнигы Зиннур Фәрит улы Сөләймәнов алды.
- 90 йыллыҡ юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлайым. Был, ысынлап та, бик ҙур байрам. Салауат театры - республикала иң алдынғы театрҙарҙың береһе булып тора. Үҙемә лә ошонда баш режиссер булып эшләү һәм бер нисә спектакль ҡуйыу бәхете тейҙе. Шуға һеҙҙең коллектив миңә бик яҡын һәм ҡәҙерле. Киләсәктә лә илһамланып эшләргә яҙһын, - тине ул үҙ сығышында.
Намыҫлы хеҙмәте, театр сәнғәте үҫешенә өлөш индергәне өсөн Зиннур Фәрит улы театр артисы  Нәфисә Мәжитоваға, сәхнә машинисы Василий Турчинға Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығының
Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Артист Гөлфинә Ибәтуллина һәм бухгалтер Елена Панкевич Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Рәсәй театр эшмәкәрҙәренең Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ  артисы Әхтәм Абушахманов та телмәр тотто.
- Бөгөнгө байрам театр өсөн генә түгел, ә тотош республика өсөн дә сағыу ваҡиға, сөнки  Салауат театры - боронғо театрҙарҙың береһе, ул үҙендә бик күп билдәле, данлыҡлы артистар үҫтергән. Алдағы көндәрҙә театрҙың данын күтәреп, тағы ла ҙурыраҡ ҡаҙаныштарға ирешеп ижад итергә булһын, - тине Әхтәм Әхәт улы.
Ул да тәбрикләү тантанаһында ҡатнашты. Башҡортостан Республикаһының театр сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө һәм Берләшмәнең маҡсаттарын һәм бурыстарын тормошҡа ашырғаны өсөн Башҡортостандың халыҡ
артисы Нәүфилә Яҡупова менән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рөстәм Фазыловҡа Рәсәй Театр хеҙмәткәрҙәре союзының Станиславскийҙың көмөш миҙалын тапшырҙы. Ул шулай уҡ күп йыллыҡ
хеҙмәт эшмәкәрлеге һәм театр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, театрҙың 90 йыллығы уңайынан Башҡортостандың халыҡ артистары Гөлфирә Сәфиуллинаны, Фәтих Ҡолһаринды, Юнир Ғәйнуллинды, әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Динә Бәшированы Башҡортостан Республикаһының Театр эшмәкәрҙәре берлегенең Почет грамоталары менән бүләкләне. 
Бөгөнгө көндә актерҙар труппаһында 28 кеше иҫәпләнә. Улар араһында дәрәжәле исемдәргә эйә булғандар ҙа, сәнғәт донъяһына яңы аяҡ  баҫҡандар ҙа бар. Әйтәйек, иң йәш актриса Гөлкәй Хәсәнова 20 йәшен тултырһа, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Флүрә Мозаһитова иң өлкәне - уға 88 йәш. 
Салауат театры башҡаларҙан уңышлы эшләүсе ғаилә парҙарына бай булыуы менән дә айырылып тора. Улар араһында Алтын туйҙарын билдәләүсе Зөһрә һәм Рим Әминевтар ҙа бар.
Тантанаға Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат театрын оҙаҡ йылдар  етәкләгән Наилә Сәфәрғолова ла тулҡынланып, ашҡынып  килеп еткән. Уның театрға бағышлап үҙе ижад иткән шиғыры, ысын мәғәнәһендә, юбилейға көтөлмәгән ҙур бүләк булды.
Ул көндө театр адресына бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде, бихисап ҡотлауҙар яңғыраны. Сәхнәгә Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика комитеты аппаратының алдынғы белгесе Римма Кайбышева
менән Дөйөм Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы Салауат ҡала ойошмаһы рәйесе Ирина Кузовенкова ла күтәрелде. Улар бөтә театр коллективын байрамдары менән тәбрикләп, бухгалтер Альмира Булатоваға, художество-постановка бүлеге мөдире Ирина Фәйезоваға, кадрҙар белгесе Айгөл Зәйнетдиноваға, келәт мөдире Рәйфә Сөләймәноваға, баш режиссер Лиана Ниғмәтуллинаға Рәсәй һәм Башҡортостан мәҙәниәт
хеҙмәткәрҙәре профсоюзының почет грамоталарын һәм бүләктәрен тапшырҙы.
Шулай уҡ башҡа район-ҡалаларҙан килгән коллегалары ла театрҙы ла юбилейы менән ҡотланы. Театр директоры Айбулат Ҡотошов та ҡунаҡтарға рәхмәт белдерҙе.
- Алыҫ араларҙы яҡынайтып, бөгөнгө байрамға килергә ваҡыт тапҡан, шатлығыбыҙҙы беҙҙең менән бергә бүлешкән коллегаларыбыҙға, тоғро тамашасыларыбыҙға сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Көслө алҡыштарығыҙ, йылы һүҙҙәреҙ өсөн ҙур рәхмәт! Ә коллегаларыма теләк шул: алдағы көндәрҙә лә иңде- иңгә терәп бергә ижад итергә яҙһын, - тине ул. 
Байрамда шулай уҡ конкурсҡа яҙылған шиғырҙарға йырҙар ҙа яңғыраны. Иҙел Хәлимовтың “Сәхнәләрҙән  моңдар ағылһын” шиғырына Фәтих Ҡолһарин көй яҙып, уны үҙе башҡарҙы. Ә Айбулат Ҡотошовтың “Серле сәхнә” шиғырына Рәил Өмөтбаев яҙған йырҙы тамашасыға Рафаэль Ғәйнуллин менән  Фидан Шәйәхмәтов тәҡдим итте.
Сара юбилей кисәһенә махсус яҙылған Салауат театрының гимны менән тамамланды. Авторы - Әхмәр  Үтәбаев, композиторы - Нур Дауытов.
Алда - яңы офоҡтар, ижади артылыштар, сәнғәт күгендә балҡыр әле яҡты йондоҙҙар!

Александр Казаков фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: