газета "Салауат"
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Апрель 2023, 11:06

Сәхнәм! Ғүмер-ғүмергә мин Бары һинең өсөн йәшәнем...

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Салауат башҡорт дәүләт драма театрында башлап, һуңынан уға ғүмер буйы тоғро ҡалып, 44 йылын сәхнәгә бағышлаған Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Флүрә Ниғмәтуллина тап шулай ти.

Сәхнәм! Ғүмер-ғүмергә мин Бары һинең өсөн йәшәнем...
Сәхнәм! Ғүмер-ғүмергә мин Бары һинең өсөн йәшәнем...

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Салауат башҡорт дәүләт драма театрында башлап, һуңынан уға ғүмер буйы тоғро ҡалып, 44 йылын сәхнәгә бағышлаған Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Флүрә Ниғмәтуллина тап шулай ти. Бөгөн ул өҙөлөп һөйгән тыуған театрының 90 йыллыҡ олпат юбилейы айҡанлы үҙенең йылы хәтирәләре менән уртаҡлаша.

- Театрым, йәш кенә килеш ошонда мине ҡабул итеп, үҙ ҡосағына һыйындырған тыуған театрым! Йәшлек йылдары, ғаилә ҡороу, сабый тыуыу - барыһы ла уның менән бәйле. 44 йыл ғүмеремде ошо театрға бағышлап, шуны әйтә алам: нисек ошонда килеп урынлашҡанмын, башҡа бер ергә лә китмәнем, уға тоғро ҡалдым. Тимәк, Салауат театрының үҙенә  ылыҡтырырҙай көсө, дәрәжәһе, баһаһы булған. Театр һәр ваҡыт минең күңелемдә, хәтирәләрем дә байтаҡ. Ошо йылдар эсендә ижад иткән 100- ҙән ашыу образдарымдың һәр береһе миңә әле булһа яҡын, уларҙы һағынам,  ҡайһы берҙәренән тормошомда фәһем алған осраҡтар ҙа булды. Айырыуса йырлы ролдәрем тормошта йәшәргә ярҙам итте, көс бирҙе. Вәзих Сәйфуллин, Лек Вәлиев кеүек яҡшы режиссерҙарға, Риф Мозаһитов, Рим Баянов, Иршат Вәлиев, Фәйзи  Бәхтийәров, Хәй Фәхриев һымаҡ тәүге быуын артистарына тура килеүем - үҙе яҙмыш бүләге.

Сәхнәлә уңышлы уйнау партнерыңа ла бәйле. Был йәһәттән бәхетле булдым, тип ышаныслы әйтә алам. Театрға аяҡ баҫыу менән музыкаль спектаклдәрҙә һәм драмаларҙа Башҡортостандың халыҡ артисы Рафаэль ағай Сәлихов беренсе партнерым булды. Уның менән күп кенә музыкаль комедияларҙа уйнаныҡ. Сит ил драматургтарының әҫәрҙәрен дә бергәләп сәхнәгә
уңышлы сығарҙыҡ. Ул иҫ киткес матур тауышлы, халыҡсан актер, итәғәтле, йомшаҡ күңелле, ярҙамсыл кеше ине. Уның тураһында бик күп һөйләргә мөмкин. Сәхнәләге партнерҙан тыш, ғаиләмдең яҡын кешеһе лә булды.

Шулай уҡ 17 йыл иңгә-иң терәшеп сәхнәлә ижад иткән Башҡортостандың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Миңдулла Иҙрисовты билдәләмәй үтә алмайым. Миңдулла тормошта аҙ һүҙле, баҫалҡы булһа ла, сәхнәлә үҙ артынан эйәртә торған көслө актер. Сәхнәлә дөрөҫ йәшәү, эшләү өсөн был бик мөһим һыҙат. Мин уға бергә ижад иткән сағыу ролдәр өсөн бик рәхмәтлемен.

Партнерым булмаһа ла, хеҙмәт эшмәкәрлеген Салауат театрында башлап, әлеге көндә Башҡорт академия драма театрында эшләп йөрөүсе актер Хәким Мортазинға туҡталмау  яҙыҡ булыр ине. Спектаклдә минең
улымды уйнаған Хәким ысынбарлыҡта ла икенсе улым булып, тормошомда мөһим урын биләне. Әле лә мине бер ваҡытта ла онотмай, хәлемде белешә. Шылтыратыуҙары күңелгә май булып яғыла: “Әсәй ни хәл?” тип һүҙен башлай һәр ваҡыт. Әсәһе лә минең йәштә, ауылда ғүмер кисерә. Улым менән бер туғандар кеүек, яҡын аралашалар. Иҫемдә, Татарстанға гастролгә барҙыҡ. Сәхнә артында яңылыш ҡына йығылып, өс ҡабырғамды һындырҙым. Алда егерме көнләп гастролдәр бар. Ҡайтырға теләгәнемде белгәс, Хәким: “Бер ҡайҙа ла ҡайтармайым, унда һине кем көтә, улың армияла. Үҙем күтәреп йөрөтәсәкмен”, тип ҡырҡа ҡаршы төштө. Имгәнгән килеш булһа ла уйнарға тура килде. Ысынлап та, автобусҡа менгәндә лә, төшкәндә лә күтәреп йөрөттө.

 Хәтирәләр бала сағыма ла алып  ҡайта. Атайымды һуғышҡа алғанда әсә ҡарынында ғына ҡалғанмын. Атайым Тыуған илде һаҡларға киткәндә өй алдындағы баҡсаға ике ҡайын ултыртҡан. Мин ошо ҡайындар  араһында өй ҡороп, ҡурсаҡ уйнап үҫтем, шул мәлдәрҙе бик һағынам. Әллә шуға ҡайындар йөрәгемә бик яҡын. Күңелемдәге һағыш-кисерештәрҙе шиғыр юлына ла һалдым.
Ҡайындарым
Аҡ ҡайынды мин яратам,
Аҡ күлдәк кейгән өсөн.
Ҡайын һағыштарын алдым
Өҙөлөп һөйгән өсөн.
Мөхәббәтемдең сафлығын
Аҡ ҡайынға тиңләнем.
Ҡайын һағыш килтерер тип,
Белмәнем шул, белмәнем.
Ҡайындарым, кисерегеҙ,
Һеҙһеҙ йәшәп ҡарайым.
Ҡалһын иҫтә яҡты хистәр,
Онотайым ҡараһын.
Онотормон тигәйнем дә,
Ҡайыным иҫтәремдә.
Минең яҙмыш - аҡ ҡайынлы,
Алтын көҙ төҫтәрендә.
Аҡ күлдәкле ҡайындарҙы
Мин һаман да яратам.
Шул ҡайындар араһында
Һағыштарым таратам.

Салауатта әлеге йәшәгән йортом да ҡайынлыҡ янында урынлашҡан. Шунда сығып, уйҙарға бирелеп, үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп йөрөүе үҙе бер йыуаныс. 

Мин Благовар районының Өйрәкбаш ауылында тыуып үҫкәнмен. Күп йылдар ҡайтҡаным юҡ. Элек ауылыма ҡайтҡан мәлдәрҙә ауылдаштарым, күршеләрем ихлас, ҡолас йәйеп, асыҡ йөҙ менән  аршы алды, ҙурлап ҡунаҡ итте. Уларҙы шул тиклем һағынам, ошо яҙмам сәләм,
рәхмәт хаты булып барып етһен ине. 80 йәшлек юбилейыма тыуған ауылыма ҡайта алмаһам да, үҙҙәре мине ҙурлап сара уҙғарғандар. Бының өсөн барлыҡ ауылдаштарыма, мәктәп етәкселегенә бик рәхмәтлемен. Мәктәптә булдырылған музейҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти һәм ауылдашыбыҙ, генерал Һаҙый Ишбулатов менән бер рәттән мин дә урын алғанмын, костюмдарым, фотоһүрәттәрем, аудиояҙмалар ҡуйылған.

Салауат театры - музыкаль театр. Бында электән моңло тауышлы актерҙар уйнаған. Алдағы көндәрҙә лә  шулай булһын ине. Әлеге йәштәрҙең беҙҙең юлды дауам итеүҙәренә шатмын. Салауат театрының  үҙенә генә хас традициялары алдағы көндәрҙә лә юғалмаһын ине. Артистарға тағы ла сағыу образдар тыуҙырып, тамашасыларҙың күңелен арбап, Салауат театрының булған дәрәжәһен төшөрмәйенсә ижад итергә яҙһын.

Фотолар Флүрә Ниғмәтуллинаның шәхси архивынан.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: