газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Апрель 2023, 08:59

Һүрәттәрҙә - күңел кисерештәре

Салауат художество мәктәбендә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың, үҫмерҙәрҙең һәм йәштәрҙең бишенсе ижади эштәр күргәҙмәһе (6+) тантаналы асылды.

Һүрәттәрҙә - күңел кисерештәре
Һүрәттәрҙә - күңел кисерештәре

Салауат художество мәктәбендә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың, үҫмерҙәрҙең һәм йәштәрҙең бишенсе ижади эштәр күргәҙмәһе (6+) тантаналы асылды.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, юбилейлы күргәҙмә, башҡа йылдарға ҡарағанда, рекорд ҡуйған. Быйыл 150 ғариза ҡабул ителгән, 170-тән ашыу кеше ҡатнашырға теләк белдергән, күргәҙмәгә 180-дән ашыу ижади эш
ҡуйылған. Сараның төп темаһы - серле йыһан.
- Ижад - балаларыбыҙ өсөн реабилитацияның айырылғыһыҙ бер өлөшө. Беҙ, ата-әсәләр, улар менән шөғөлләнеү еңелдән булмауын аңлайбыҙ. Түҙемлектәре, оло йөрәктәре өсөн педагогтарға, уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Буяуҙар төрлөлөгө балаларҙың эске донъяһын сағылдыра, - ти “Әсә йөрәге” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Мария Дорофеева.
Балалар өсөн байрам ижади интерактивтан башланды. Художество мәктәбе тәрбиәләнеүселәре балаларҙың биттәренә аквагрим төшөрҙө, икенсе бер майҙансыҡта сарала ҡатнашыусылар үҙенсәлекле ҡул эштәре әҙерләне, ә кемдер ҡом бүлмәһенә юлланды. 
- Күргәҙмәләге эштәрҙең төрлөлөгө, образдарҙың аныҡ бирелеүе хайран ҡалдыра. Сәләмәтлеге сикләнгән һәр баланың ижади потенциалы бар, уны асыҡлай белергә генә кәрәк. Ижад балаларға ыңғай тәьҫир итеп кенә ҡалмай, ә баланың мөмкинлектәрен дә аса, - ти балалар художество мәктәбе уҡытыусыһы, күргәҙмәне ойоштороусыларҙың береһе Луиза Зоина.
Экспозициялағы эштәрҙән йылылыҡ бөркөлә, уларҙың барыһы ла күңел һалып башҡарылған. Кемдер йыһанды гуашь һәм акварель ярҙамында төшөргән, бәғзеләре бының өсөн пластилин ҡулланған. Шулай уҡ үҙҙәре теләгән темаларғала эштәрҙе күрергә була ине.
- Ғаризаларҙы ҡабул итеүсе булараҡ шуны әйтә алам, ҡатнашыусылар йылдан-йыл мине ғәжәпләндерә. Әйтәйек, айрес фолдинг тип аталған яңы башҡарыу техникаһы тураһында беренсе тапҡыр белдем. Ә балалар
ошо техникала эштәр башҡарған. Атамалары ла үҙенсәлекле. Мәҫәлән, Артем Загороднов “Ҡараңғылыҡтағы Сан-Джорджио Маджоре” тигән эшен тәҡдим итте, - ти Мария Дорофеева.
Күргәҙмәлә ҡаланың коррекцион балалар баҡсалары, мәктәптәре, балалар художество мәктәбе, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте үҙәге, сәнғәт үҙәге, 7-се мәктәп, “Йәшлек” үҙәге тәрбиәләнеүселәре, психоневрология интернаты ҡатнашты. Быйыл сараға беренсе тапҡыр “Ҡояшлы” ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге, үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы ҡушылды.
Бынан тыш, һаңғырауҙар һәм насар ишетеүселәр өсөн Стәрлетамаҡ коррекцион мәктәп-интернатынан да килгәйнеләр.
- Әсәйем менән фетрҙан ракета эшләнек. Байрамда бик күңелле. Тағы ла мин бейергә һәм сәхнәлә сығыш яһарға яратам, - ти 6 йәшлек Риана Латипова.
- Бөгөн күргәҙмәлә мин һәм балалар йортоноң башҡа тәрбиәләнеүселәре әҙерләгән макетты тәҡдим иттем. Эшебеҙҙә космонавтың нисек Марсты өйрәнеүгә юлланыуын сағылдырҙыҡ. Ә уның фонында Ҡояш системаһы
планеталарын төҫмөрләргә мөмкин, -тип уртаҡлаша 15 йәшлек Вадим Логинов.

Фотолар "Выбор" гәзитенән.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: