Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Март 2023, 10:25

Салауат театры - ысын мөхәббәтем

“Әгәр театр йәшәүҙән туҡтаһа, минең уйлауымса,кешеләр матур төштәр күрмәй башлар ине. Ә матур төштәрһеҙ бер нисек тә булмай”. Бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдең ошо фәһемле фекерен Салауат театрының маркетинг буйынса белгесе Альбина Ғәлиуллина ижадтың көсө, йөрәк ялҡынының тере ҡуҙы итеп ҡабул итә.

Салауат театры - ысын мөхәббәтем
Салауат театры - ысын мөхәббәтем

“Әгәр театр йәшәүҙән туҡтаһа, минең уйлауымса,кешеләр матур төштәр күрмәй башлар ине. Ә матур төштәрһеҙ бер нисек тә булмай”. Бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдең ошо фәһемле фекерен Салауат театрының маркетинг буйынса белгесе Альбина Ғәлиуллина ижадтың көсө, йөрәк ялҡынының тере ҡуҙы итеп ҡабул итә.

Ул - Стәрлетамаҡ ҡыҙы. Тыуған ҡалаһында юғары белем алғандан һуң үҙ ҡалаһының рус дәүләт драма театрына реклама буйынса менеджер итеп эшкә саҡыралар.
- Стәрлетамаҡ театрында эшләп йөрөгәндә Салауат егете менән дуҫлаша башланыҡ. Бер аҙ осрашып йөрөгәндән һуң өйләнештек. Салауаттан Стәрлетамаҡҡа йөрөп эшләнем. Һуңынан Салауат театрына күстем, -
ти ул ҡалабыҙға эшкә килгән йылдарын иҫләп.
Әлеге көндә Альбина Ғәлиуллина, үрҙә әйтелгәнсә, маркетинг буйынса белгес.
- Был эш, башлыса, социаль селтәрҙәрҙә эшләүҙе талап итә: төрлө мәғлүмәт урынлаштырыу, спектаклдәрҙе рекламалау, аудиореклама яҙҙыртыу, монтажер менән берлектә видеороликтар эшләү, киң мәғлүмәт саралары менән хеҙмәттәшлек итеү, - ти ул хеҙмәт бурыстары менән таныштырып.
Альбина иңенә һалынған бурыстарҙы ғына башҡарып ултыра торған хеҙмәткәр түгеллеген иҫбат итеп, үҙен төрлө яҡлап аса, һәр ваҡыт эҙләнеү, камиллашыу юлында. Айырыуса күңеле телепроекттар булдырыуға
тарта. - Стәрлетамаҡ театры тәүге һөйөүем булһа, Салауат театры ысын мөхәббәтем, тип әйтә алам. Бында шундай йылы мөхит тантана итә, коллегалар менән бер ғаилә булып эшләйбеҙ. Театрҙың юбилейлы
йылында “Салауат театры йылъяҙмаһынан” документаль проект төҙөү идеяһы килеп тыуҙы. Әле архив документтарын барлайым. Мәҙәни усаҡтың тарихына бәйле бик күп иҫке бойороҡтар, театрҙың элекке хеҙмәткәрҙәре тураһында гәзит яҙмалары, иҫтәлектәр бихисап. Был документаль фильмдар циклы үткәнге менән бөгөнгөнө, киләсәкте бәйләп тороусы еп, йәштәргә театрыбыҙ тарихы, уның үҫеше тураһында изге ҡомартҡы булыр, тип ышанам. Шулай уҡ әле театрҙа барған “Сәнғәткә тоғролоҡ” проекты өсөн дә яуаплымын, - ти Альбина Ғәлиуллина.
Бынан тыш, уның башҡа ижади проекттары ла бихисап.
- Ҡыҙым тыуыу менән пьесалар яҙа башланым. “Әкиәт” татар ҡурсаҡ театры иғлан иткән конкурста “Бәләкәс пингвин Пинк мажаралары” исемле пьесам еңеп сыҡты. Һуңынан бәләкәстәр өсөн тағы өс пьеса яҙҙым. Уларҙың береһе буйынса күптән түгел Тыва ҡурсаҡ театрында “Мин тыуҙым” спектакленең премьераһы уҙҙы. Шулай уҡ өлкәндәр өсөн “Изгелек тарат” пьесаһы яҙылған. Киләсәктә берәй режиссер уға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятып, үҙ тамашасыһын табыр, тип ышанам. Уҡыу пособиеһын сығарҙым, тағы берәүһе өҫтөндә эшләйем, - ти ижад кешеһе.
Альбина даими белемен камиллаштыра. Былтыр Булат Йосоповтың киномәктәбендә уҡыған. Дәрестәр онлайн уҙһа ла, коллегаларым менән ҡыҫҡа метражлы “Ике һүҙ” нәфис фильмын төшөрә алдыҡ, ти ул.
Альбина Юлай ҡыҙы ғаиләһендә тормош иптәше Радик өсөн яратҡан ҡатын, улы Тимерхан, ҡыҙы Мәҙинә өсөн һөйөклө әсәй ҙә. Ғаиләләрендә изге йолаларға нигеҙ һалынған.
- Көн дә китап уҡыу һәм саф һауала йөрөү мотлаҡ һанала. Аҙна һайын ҡайҙалыр сәйәхәткә юлланабыҙ. Яңыраҡ Торатауға күтәрелдек. Балаларымды ҡуйылған маҡсаттарға ирешергә өйрәтәм. Тап бына ошондай бейек тауҙарға менеү теләктәрҙе бойомға ашырыуҙа, ихтыяр көсөн булдырыуҙа, үҙ көсөңә ышаныуҙа, һәләттәрҙе асыуҙа бер аҙым булып тора, - ти Альбина Юлай ҡыҙы.
Альбинаның ижадҡа ынтылыуы ғаиләһенән килә.
- Атайым шул тиклем зыялы кеше ине. Ул тыуған Башҡортостаныбыҙҙың тарихын һәм мәҙәниәтен ентекле өйрәнде. Хатта китап та яҙа башлағайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡты донъянан баҡыйлыҡҡа иртә күсте. Бары
ҡулъяҙмалары ғына ҡалды. Тап ул бала саҡтан уҡ беҙҙә һүҙгә, китапҡа һөйөү уятты. Әле мин дә ошо изге йоланы дауам итәм. Китапханаларға йөрөйбөҙ, китаптарҙы һатып та, яҙҙыртып та алабыҙ, үҙебеҙҙең  китапхананы булдырабыҙ.Уларҙы киләсәктә ейәндәрем уҡыр, тип ышанам. Минең идеяларымды хуплап, минең көсөмә ышанған тормош иптәшемә рәхмәтлемен, ул мине яңы эштәргә этәрә, көс-дәрт бирә. Әсәйем янына ҡайтып илһам алып, күңелем менән ял итеп киләм, - ти ул.
Альбинаның киләсәккә пландары күп. Әлеге көндә ул үҙенең бәхетле бала сағы тураһында үҫмерҙәр өсөн китап яҙа.
Театрҙың юбилейлы йылында теләктәрен дә еткерҙе.
- Бер быуатҡа яҡын тарихы булған театрыма артабан да намыҫлы хеҙмәт итергә тырышасаҡмын. Коллегаларыма уңыштар, заманса технологиялар алға китеп, тамашасыларҙың иғтибарын интернет-телевидение ялмап алған заманда театрҙың юғалмауын, киләсәктә сәскә атыуын теләйем,- тип тамамланы ул һүҙен.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: