Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Март 2023, 11:37

Гармунсы ла, балта оҫтаһы ла

“Ҡулынан бөтә эш килә, кәрәк булһа, балта оҫтаһы, кәрәк булһа, сәхнәгә сығып уйнай алырлыҡ әртис тә,бынамын тигән гармунсы ла ”, - ти театр хеҙмәткәрҙәре сәхнә машинисы Василий Турчин тураһында.

Гармунсы ла, балта оҫтаһы ла
Гармунсы ла, балта оҫтаһы ла

“Ҡулынан бөтә эш килә, кәрәк булһа, балта оҫтаһы, кәрәк булһа, сәхнәгә сығып уйнай алырлыҡ әртис тә,бынамын тигән гармунсы ла ”, - ти театр хеҙмәткәрҙәре сәхнә машинисы Василий Турчин тураһында.

Ул Ишембай районының Верхотор ауылында тыуып үҫә. Өс йәш булғанда Салауат ҡалаһына күсеп киләләр. Шуға Василий Александрович үҙен хаҡлы рәүештә Салауат егете, тип иҫәпләй. Сөнки бала сағы, үҫмер, йәшлек йылдары һәм унан һуңғы бөтә тормошо ошо ҡала менән бәйле.
- Икенсе районда тыуһам да, Салауатты тыуған ҡалам тип иҫәпләйем. Иҫемдә, автовокзал яғындағы иҫке барактарҙа йәшәнек, һуңынан фатирға күстек. 17-се мәктәпте тамамланым, армия сафтарында хеҙмәт
итеп ҡайттым. СНХРС-ҡа урынлашып, унда 11 йыл эшләнем. Артабанғы яҙмышым Салауат театры менән бәйле, - ти Василий Турчин.
Декорацияларҙы эшләү, спектакль алдынан йыйыу, унан һуң һүтеү - барыһы ла уның бурысы. Эшкә слесарь- сантехник булып ҡабул ителһә лә, тора бара буш ваҡыттарында декорациялар яһаусы егеттәргә ярҙам
итә башлай һәм был эшкә башкөлләй инеп китеүен үҙе лә һиҙмәй ҡала. Василий Александровичтың оҫталығын күргән етәкселек уны сәхнә машинисы итеп тәғәйенләй.
- Ағас эшен яратам. Олатайым алтын ҡуллы кеше ине, атайым да шулай булды. Күрәһең, был ҡандан киләлер. Декорацияларҙы эшләгәндә, актерҙар йығылып төшмәһен, йәрәхәт алмаһын өсөн, тәү сиратта, уларҙың
хәүефһеҙлеген хәстәрләйем. Декорацияны тиҙ йыйылып-һүтелмәле итеп эшләү ваҡытты экономияларға мөмкинлек бирә. Бына шулай мауығыу, ярҙам итеүҙән генә башланған эш төп хеҙмәт бурыстарыма әүерелде, - ти ул.
Спектакль ваҡытында тамашасының күҙенә иң беренсе бәрелгәне, декорациялыр, моғайын. Ысынға яҡынайтып яһалған өйҙәр, күккә олғашҡан тауҙар, өҫтәл, ултырғыстар, кәмәләр, арбалар, һандыҡтар, подиум, баҫҡыстар - быларҙың барыһы ла Василий Турчин тарафынан ижад ителгән, бөтәһе лә ағастан.

Василий Александровичтың эш цехы бар. Бына ошонда тыуа ла инде уның ҡулдары менән яһалған әйберҙәр.
- Ҡатмарлы конструкциялар була. Ундай ваҡытта тимер торбалар менән нығытыу ҙа талап ителә. Был ижади эш. Иң мөһиме, һәр нәмә уңайлы, файҙалы, тамашасының иғтибарын йәлеп итерлек булырға тейеш - ти ул.
Василий Турчинды театрҙа яратып ”дядя Вася” тип йөрөтәләр. Оҫта ҡуллы, ярҙамсыл, ихлас, асыҡ кеше, тиҙәр уның тураһында театр хеҙмәткәрҙәре.
- Ғинуарҙа театрҙа эшләүемә 25 йыл тулды. Ошо йылдар эсендә ул шул тиклем күңелемә беректе, бында бер-беребеҙ менән туғандарса һөйләшәбеҙ, аралашабыҙ.Театрҙа эш сәғәтенең нормаһы юҡ, күптәр
быға сыҙамай. Элек ҡатыным, йыйылмалы карауат алып бирәм дә, йәшә шунда, тип әйтер ине. Хәҙер ул да күнекте, өндәшмәй. Театр - минең икенсе йортом, - ти йылмайып Василий Александрович.
Уның һүҙҙәренсә, заманса ҡорамалдар эште күпкә еңеләйтә.
- Уйлап ҡуям да, элек бөтә нәмә ҡул көсө менән башҡарылды: ҡаҙаҡ, балта, бысҡылар. Ә хәҙер бер төймәгә баҫып ҡына әллә күпме эш ҡыйратып һәм алдыңа ҡуйылған бурыстарҙы тиҙ арала атҡарып сығырға була. Театр яңы эш ҡорамалдары һатып алды. Бер яҡтан был уңайлы булһа, икенсе яҡтан, декорацияларҙы ватмай-емермәй һүтеп алып, уны оҙайлы ваҡыт ҡулланырға мөмкинлек бирә.
Әңгәмә ваҡытында Василий Александровичтың гармунсы булыуы, сәхнәгә сығып спектаклдә уйнарға тура  килеүе лә асыҡланды.
- Гармунда уйнарға яратам. Олатайым да оҫта гармунсы ине. Антон Федоровтың “Шукшин хикәйәләре” спектаклен ҡуйған мәле. Аҙағында гармунда бейеү көйө уйнарға кәрәк. Режиссер ярҙам ит инде зинһар, тип үтенә. Оҙаҡ ризалашманым, мин бит һәр саҡ сәхнә артында, ә бында бар ғаләм алдына сығырға. Ныҡыша торғас, күндерҙеләр. Репетициялар һәйбәт үтте. Тик,  ни ғәжәп, сәхнәгә тамашасы алдына сығыр алдынан
бармаҡтарым тыңлашманы ла ҡуйҙы. Актерҙарҙы ла, режиссерҙы ла уңайһыҙ хәлгә ҡалдырам бит тип, көйәләнәм. Күрәһең, ҡаушауым, тулҡынланыуым шулай ныҡ булғандыр. Ниндәйҙер мөғжизә менән бармаҡтарым эшләп китеп, уңышлы итеп сығыш яһай алдым, - тип хәтерләй ул.
Василий Александрович ҡатыны менән ике ул тәрбиләп үҫтергәндәр, әлеге көндә балаларына терәк-таяныс, ейән-ейәнсәрҙәренә хәстәрлекле олатай һәм өләсәй булып ғүмер кисерәләр.

 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: