газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Март 2023, 14:32

Тарихын онотҡан халыҡтың иле бөткән

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан Салауат башҡорт дәүләт драма театрында ҡуйылған премьерала һүҙ ошо хаҡта барҙы.

Тарихын онотҡан халыҡтың иле бөткән
Тарихын онотҡан халыҡтың иле бөткән

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан Салауат башҡорт дәүләт драма театрында ҡуйылған премьерала һүҙ ошо хаҡта барҙы.

Институтты тамамлағандан һуң ата-әсә йортонда төпләнергә ҡайтҡан Айбулат яңы өйгә нигеҙ һалғанда хазина таба. Асыҡланыуынса, хазина ябайҙан булмай - һандыҡтың эсендә ғәрәп телендә яҙылған аманат һәм шәжәрә табыла,унда ошо ауылдың, ата-бабаларҙың тарихы һаҡлана. Саф күңелле Аллабирҙе бабай йәш быуынға аманатты еткереп ерҙәге үҙенең бурысын үтәп, яҡты донъя менән хушлаша. Уның ҡарауы, яҡты донъяға яңы сабый тыуа, тимәк, быуындар бәйләнеше өҙөлмәй, дауам итә. Шуныһы ҡыуаныслы, хазинаны алтын-көмөш, байлыҡ тип уйлаған Айбулаттың ауылдаштары ласпектакль аҙағында бының улай түгеллеген, төп хазина
ата-бабаларыбыҙҙың аманаты икәнлеген яҡшы аңлай. Сәхнә биҙәлеше лә үҙенсәлекле ине: унда Башҡортостан картаһы, ауыл, Айбулаттың ата-әсәһенең йорто ла урын алған. Йорттоң ырыуҙарыбыҙҙың тамғалары
менән биҙәлеүе тамашаны тағы ла әһәмиәтлерәк итте. Актерҙарҙың кейемдәрендә башҡорт орнаменттарының элементтары сағыла, костюмдар заманса, стилләштереп тегелгән.

- Тиҫтәнән ашыу йылдан һуң пьесаның тап беҙҙең театрҙа сәхнәгә сығарылыуы ғорурлыҡ уята. Әҫәрҙә тыуған төбәккә, ергә, телгә булған һөйөү, ата-бабаларҙың рухын һаҡлау, уға тап төшөрмәү кеүек изге төшөнсәләр урын алған. Был спектакль театрҙың репертуарында оҙаҡ йылдар йәшәр, уның менән башҡа ҡала-райондарға ла сығырбыҙ, тип өмөтләнәм, - ти театрҙың баш режиссеры, спектаклдең ҡуйыусы-режиссеры Лиана Ниғмәтуллина.
Спектакль һуңында театр актеры Револь Ғималов яҙған “Башҡортом” йыры аҫтында Башҡортостан Республикаһын булдырыуға үҙ өлөшөн индергән, телем, халҡым тип янған билдәле тарихи шәхестәрҙе иҫкә алыу бик
тулҡынландырғыс булды.

Пьесаның авторы Салауат Әбүзәров пьесаһын сәхнәлә күреүенә шат.
- Пьесамды сәхнәгә сығарған Салауат башҡорт дәүләт драма театрына оло рәхмәтемде белдерәм. Комедия тигәс, башта аптырабыраҡ ҡуйғайным, сөнки әҫәр драма булараҡ яҙылғайны. Шуға драманы комедия рәүешендә лә биреп булыуын күҙ алдына килтерә алмай инем. Әммә режиссер Лиана Ниғмәтуллина халыҡҡа сағыу образдар, үҙенсәлекле алымдар аша көлкөлө, шул уҡ ваҡытта уйландырырлыҡ әҫәр ҡуя алған. Был спектаклде мотлаҡ бөтә республика тамашасыһы күрергә тейеш. Салауат халҡы, һәр ваҡыт шулай берҙәм, татыу булып театрға йөрөгөҙ, залдар һәр саҡ тулы булып торһон, - тине ул.
Тамашасылар спектаклде йылы ҡабул итте, артистарҙы көслө алҡыштар менән оҙаҡ сәхнәнән ебәрмәй торҙо.
Алһыу Шәмсетдинова:
- Бөгөн беҙ яҡтабышыбыҙ Салауат Әбүзәровтың пьесаһы буйынса Салауат театры ҡуйған комедияны ҡараныҡ. Комедия тиһәк тә, уның нигеҙендә тәрән уйландырырлыҡ проблемалар ята - эшһеҙлек, эскелек, ауылдарға тейешенсә иғтибар етмәү. Төп мәғәнәһе, әлбиттә, тыуған төйәккә тоғро ҡалыу, ата-бабаларҙың рухын рәнйетмәү. Театр артистары, һәр ваҡыттағыса, һоҡландырғыс итеп уйнаны.
Зәбирә Басирова:

- Спектаклде ғорурланып та, тулҡынланып та ҡарап ултырҙым. Бының менән артистар тарихын онотҡан халыҡтың иле бөтөүен, хазинаның алтын-көмөш түгел, ә тыуған тупрағыбыҙға булған оло һөйөү булыуын аңлатырға тырышты. Төп герой Айбулаттың үҙ һүҙендә ныҡ тороуы, сәмсел булыуы һоҡландырҙы. Беҙҙең милләт тә шулай ныҡ булһын, үҙ телен, тарихын белһен һәм үҙ мәнфәғәттәрен яҡлаһын, еребеҙҙе таратмайынса, телебеҙҙе һаҡлап йәшәһен ине. Күңел әйтеп аңлата алмаҫлыҡ тойғолар менән тулды. Артистарыбыҙ оҫтарғандан-оҫтара бара, уларҙың уңыштарына шатланабыҙ.
Ул көндө премьераға Салауат ҡалаһы халҡы ғына түгел, ә күрше Ишембайҙан да килгәйнеләр.
Фәрит Мырҙабаев:
- Премьера бик оҡшаны. Салауат артистары тамашасыға спектаклдең төп фекерен тулыһынса еткерә алды. Әлеге ваҡытта күпселек йәштәр ҡалаға ынтыла, спектакдең төп геройы Айбулат кеүек ауылға ҡайтып төпләнеүселәр бик һирәк. Спектакль ошо йәһәттән дә йәштәргә бик фәһемле. Төп хазина - алтын-көмөш түгел, ә ата-бабаларыбыҙҙың ҡомартҡыһы, уларҙың аманаты. Рәхәтләнеп көлөп тә алдыҡ, тәрән уйландырған урындары ла етерлек булды.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: