газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Март 2023, 10:30

Яҙыусы менән осрашыу

Ҡалабыҙҙың тарихи һәм рухи тергеҙеү китапханаһында Рәсәй һәм Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы, Аҡмулла исемендәге премия лауреаты, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәнис Янышев менән осрашыу үтте.

Яҙыусы менән осрашыу
Яҙыусы менән осрашыу

Был сарала яҙыусы, журналист Мөхтәр Сабитов, шағирә Нәзирә Ишҡолова, «Сатҡылар» ижади берекмәһе ағзалары ҡатнашты.
Фәнис Янышев әҙәбиәткә журналистиканан килә. Тәүҙә мәҡәлә, очерктары Ишембай, Салауат ҡала гәзитендә баҫыла. Аҙаҡ көсөн хикәйә жанрында һынап ҡарай. Республика гәзиттәрендә, «Һәнәк», «Башҡортостан ҡыҙы» журналдарында тәүге хикәйәләре донъя күрә. Әҙип фәнни-танып белеү, фантастик башҡорт балалар әҙәбиәтенә нигеҙ һалыуға һәм уны фәнни-хужожестволы, фантастик әкиәт, хикәйә, повесть жанрҙары аша үҫтереүгә ижади өлөш индерә. Ул был йәһәттән тиҫтәнән ашыу китап авторы. Фәнис Янышевҡа «Аҡмулла аманаты» повесы башҡорт әҙәбиәтендә прозаик булараҡ танылыу килтерә. Ул башҡорт, үҙ тәржемәһендә рус телдәрендә донъя күрә. Был әҫәре өсөн ул Миәкә районының М. Аҡмулла исемендәге премияға лайыҡ була.
Бик бай автобиографиялы Фәнис Фәтих улын ҡалабыҙҙың ҡәләм тирбәтеүселәре уңыштары менән ҡотланы. Мөхтәр Сабитов Фәнис Янышев менән нисек дуҫтарса бергә эшләүҙәрен, беренсе хикәйәләрен яҙып 1986 йылда өс авторға китап сығарыуҙарын һөйләне.
Фәнис Фәтих улы «Сатҡылар» берекмәһе ағзаларының үҙ шиғырҙарын уҡыуын ихлас күңелдән тыңлап, кәңәштәрен бирҙе.
Фәһемле осрашыу Фәнис Фәтих улына яҡшы теләктәр теләп, тағы ла осрашыуға яҡты өмөттәр белдерелеп, иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды .

Минзада Жданова, «Сатҡылар» ижады берекмәһе ағзаһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: