газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Март 2023, 13:20

Сихри мөхиттәге тулҡынландырғыс осрашыу

Салауат ҡалаһына СССР-ҙың халыҡ артисы, ЮНЕСКО донъя артисы, билдәле скрипкасы, маэстро Владимир Спиваков килде. Был осрашыу Салауат ҡалаһының 75 йыллыҡ юбилейына ла арналғайны.

Сихри мөхиттәге тулҡынландырғыс осрашыу
Сихри мөхиттәге тулҡынландырғыс осрашыу

Салауат ҡалаһына СССР-ҙың халыҡ артисы, ЮНЕСКО донъя артисы, билдәле скрипкасы, маэстро Владимир Спиваков килде. Был осрашыу Салауат ҡалаһының 75 йыллыҡ юбилейына ла арналғайны.

Владимир Спиваковтың йәш таланттар музыка мәктәбе 2014 йылдың сентябрендә Дамир Шәүәлиев башланғысы менән Салауат музыка колледжының структур бүлексәһе булараҡ асылғайны. «Сит балалар булмай» хәйриә фонды финанс ярҙам күрһәтә, маэстро Владимир Спиваков бик һәйбәт музыка инструменттары менән тәьмин итә.
Ҡаланың был музыка мәктәбендә 50 йәш талан тәрбиәләнә, улар фортепиано, ҡыллы музыка ҡоралдары (скрипка, виолончель), тынлы музыка инструменттары (флейта, саксофон, кларнет), халыҡ музыка ҡоралдары (ҡурай, думбыра, балалайка, баян) буйынса белем ала. Улар менән 34 педагог шөғөлләнә.
Һигеҙ йыл эсендә өс уҡыусы Влаимир Спиваковтың халыҡ-ара хәйриә фонды стипендиаты була. Музыка мәктәбе уҡыусылары маэстро фондының проекттарында актив ҡатнаша һәм бөтә донъяла киң билдәле музыканттарҙың оҫталыҡ дәресенда ҡатнашыу мөмкинлеге ала. Шулай уҡ төрлө халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм республика конкурстарында лауреаттар, дипломанттар була.
Был көндө уҡытыусылар, студенттар һәм уларҙың ата-әсәләре маэстроны айырым бер тулҡынланыу менән көтөп алды. Владимир Спиваков Салауат музыка колледжының концерт залына килеп ингәс тә уны алҡыштарға күмделәр.
- Владимир Теодорович, һеҙҙең беҙгә килеүегеҙҙе түҙемһеҙләнеп көттөк. Һеҙ донъя кимәлендә билдәле шәхес, Рәсәй һәм донъя мәҙәниәте ғорурлығы. Бөгөн Салауаттың йәш музыканттары һеҙҙе күреүенә һис шикһеҙ шат. 10 йыл элек асылған мәктәп йәшәй һәм үҫешә, башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Салауат ҡалаһы мәҙәниәте үҫешенә индергән өлөшөгөҙ өсөн рәхмәт. Йышыраҡ килегеҙ, үҙегеҙҙең сығыштарығыҙ менән ҡыуандырығыҙ, - тине мәртәбәле артисҡа ихтирам белдереп ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов.
Был көндө Салауат музыка колледжы сәхнәһендә ысын сихри мөхит барлыҡҡа килде, уны йәш таланттар тыуҙырҙы. Концертты Салауат музыка колледжының рус халыҡ инструменттары оркестры асты. Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, «Балалар - балаларға» проекты һәм «Елкән» телевизион конкурсы ҡатнашыусыһы, Владимир Спиваковтың йәш таланттар музыка мәктәбе уҡыусыһы Валерия Осипова солистка булды. Һуңынан музыка мәктәбе хоры «Рәсәй» йырын башҡарҙы.
Һәләтле йәштәрҙең сығышы маэстроны һоҡландырҙы.
- Ҡәҙерле дуҫтар, ошондай матур бүләк яһауығыҙ өсөн рәхмәт белдергем килә. Ата-әсәләргә балаларын ошо мәктәпкә биргәндәре, педагогтарға яҡшы белем биреүҙәре өсөн рәхмәт, - тине Владимир Спиваков.
Концерттан һуң ул йәш таланттарҙың музыка мәктәбе хаҡында тәьҫораттары менән бүлеште:
- Музыка мәктәбенә килеү бик тулҡынландырғыс. Кеше гармонияла булырға тейеш һәм музыка уны булдырыуға булышлыҡ итә. Балаларҙың матурлыҡҡа, сәнғәткә ынтылыуы уларҙың күңеленең саф булып ҡалыуына ярҙам итә. Ысынлап та мөғжизәле мөхит, ҡояшлы, нурлы мәктәп. Бында тәрбиәләнгән балалар икенсе трөлө ысынбарлыҡты булдырасаҡ, уларға йәшәргә, үҫешергә, матурлыҡта, гармонияла һәм һөйөүҙә булырға кәрәк. Рәхмәт, мин бында булыуым менән бәхетлемен.
Маэстро йәш таланттар музыка мәктәбенә килгән һайын Почетлы ҡунаҡтар китабында изге теләктәрен яҙып ҡалдыра. Был юлы Владимир Спиваков шундай юлдар яҙҙы: «Бик матур, тулҡынландырғым осрашыу өсөн рәхмәт! Бәхетле булығыҙ!».

Алена Бизикина фотоһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: