Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Февраль 2023, 09:25

Кемдәр улар «Туңдырылғандар»?

Салауат башҡорт дәүләт драма театры ҡарамағындағы «Арлекин» өлгөлө балалар театр студияһында «Туңдырылғандар» спектакленең премьераһы үтте.

Кемдәр улар «Туңдырылғандар»?
Кемдәр улар «Туңдырылғандар»?

Былтыр «Арлекин» театр студияһы Ижевск ҡалаһында уҙған «Театраль Волга буйы» фестивалендә «Иң яҡшы балалар спектакле» номинацияһында 2-се урын яулай һәм яңы спектакль ҡуйыуға 150 мең һумлыҡ сертификат ала. «Туңдырылғандар» спектакле ошо еңеү ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Спектакль Михаил Богомолов пьесаһы буйынса сәхнәгә сығарыла. Ҡуйыусы режиссерҙар - Радик Ғәлиуллин һәм Эльвира Йәрмөхәмәтова, ҡуйыусы рәссам - Антон Бледных, хореограф - Гөлнәзирә Сәфиуллина. Спектаклдә «Арлекин» студияһының бөтә тәрбиәләнеүселәре һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гөлфирә Сәфиуллина ҡатнаша.
Хәлдәр беҙҙең һәм бындағы булмаған донъялар араһында бара. Был ғәмәлгә ашмағантормош тураһында иҫтәлектәрҙән туҡылған моңһоу урын. Ҡояш та унда һоро, йылылыҡ та, тыныслыҡ та бүләк итмәй, ҡар ҙа, ямғыр ҙа юҡ. Бында һәр ваҡыт һыуыҡ, әммә был ҡыш түгел, бер туҡтауһыҙ еле иҫкән көҙгә оҡшаш. Тарихҡа тиклемгеме, әллә һуңғы һуғыштан һуң ҡалған емереклектәр араһындамы беҙ төп геройҙарҙы - һоро кейемдәрҙәге, үҙҙәре менән хәйләһеҙ һәм кәрәкмәгән донъя кәәрк-ярағын алып абрыусы балалар төркөмөн күрәбеҙ.
- Былтыр репетиция ваҡытында Михаил пьесалар яҙыуы хаҡында әйтте. Мине күптән борсоған темаға яҙа алаһыңмы тип һораным да, үҙемдең идеяны һөйләп бирҙем. Тема тыумаған балалар яҙмышы ине, - ти Радик Ғәлиуллин.
Михаил тәүҙә заказ буйынса яҙмауын әйтә.
- Һуңынан Радик әйткән идеяны бер нисә көн күңелдә йөрөттөм дә, пьеса тыумаған балалар тураһында ғына түгел, яңғыҙлыҡ тураһында ла булырға тейеш тигән уйға килдем, миңә йәндең яҙмышын ғына түгел, тыумаған тормош икәнен дә күрһәтеү мөһим ине. Материалды 10 көн эсендә яҙҙым һәм пьесаны ҡуйыуҙы тулыһынса Радикка ышанып тапшырҙым. Килеп сыҡҡан ижад емеше өсөн рәхмәт, - тип билдәләй пьеса авторы Михаил Богомолов.
Режиссер балаларға был сетерекле теманы нисек аңлата алған һуң?
- Миндә тәүҙә балалар аңлармы, йәштәрҙең психикаһын һындырмайыммы, тигән ҡурҡыу булды. Пьесаны бергә уҡып сыҡҡас, уларҙың был тема буйынса күпте белеүҙәрен аңланым, улар тейешенсә ҡабул итте һәм эш башланып китте, - ти Радик Ғәлиуллин. - Спектакль - коллектив эш, шуға күрә уны ҡуйыуҙа ҡатнашыусы коллегаларыма, әҫәрҙе сәхнәгә сығарыу өсөн ваҡытын һәм тырышлығын йәлләмәгән балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә белдерәм.
- Спектакль ҡуйыу планында был минең тәүге эшем, быға тиклем арлекинсылар менән әҙәби кисә эшләгәнебеҙ булды, балалар өсөн монологтар һайлап һәр ҡайһыһы менән шәхсән өйрәндек. Балаларҙы яратһаң, хөрмәт итһәң, шәхес итеп ҡабул итһәң, уларҙың фекерҙәренә ҡолаҡ һалһаң, улар менән эшләүҙең ҡыйынлығы юҡ. Спектакль өҫтөндә эш фекер алышыу аша бара, һәр материал баланы яңы яҡтан аса. Беҙ был спектаклде күптән планлаштырғайныҡ, ниһайәт, уны ҡуйҙыҡ. Был ваҡыт эсендә беҙ ҙә, балалар ҙа үҙгәрҙе, фекерҙәр тап килмәгән ваҡыттар ҙа булды, әммә бөтә һорауҙарҙы хәл итеп ошо һөҙөмтәгә килдек, - ти ҡуйыусы режиссерҙарҙың береһе Эльвира Йәрмөхәмәтова.
София Коробова, «Арлекин» студияһы тәрбиәләнеүсеһе:
- Мин студияла 6 йыл шөғөлләнәм. Үҙемдең ролем өҫтөндә бик оҙаҡ һәм етди эшләнем, тәүҙә еңел дә булманы, сөнки тема ауыр ғына. Һуңынан шул тиклем ролгә инеп киттем, хатта ошо спектаклдә йәшәгән кеүекмен. Миңә был театр студияһында оҡшай һәм киләсәктә театр йүнәлеше буйынса белем алырға хыялланам.
Артур Әбйәлилов, «Арлекин» студияһында шөғөлләнеүсе:
Быға тиклемге спектаклдәребеҙ тормош тураһында, йәки әкиәт булһа, бында уйлап сығарылған мөхиттә бара спектакль. Башта уйнауы ҡыйыныраҡ ине, һуңынан бөтә тырышлығыбыҙҙы һалдыҡ һәм барыбыҙ ҙа ҡуйылған бурыстарҙы атҡарып сыҡҡанбыҙҙыр, тип уйлайым.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: