газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Февраль 2023, 09:36

“Бөйөк шәхестәрҙе ҡабатла!”

Шулай тип аталды ҡаланың картиналар галереяһында бойомға ашырылған социаль-ижади проект. Уның сиктәрендә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар бөйөк рәссамдарҙың һүрәттәрен ҡабатлап төшөрҙө. Тәүге тапҡыр ул 2019 йылда уҙғарылған.

“Бөйөк шәхестәрҙе ҡабатла!”
“Бөйөк шәхестәрҙе ҡабатла!”

Шулай тип аталды ҡаланың картиналар галереяһында бойомға ашырылған социаль-ижади проект. Уның сиктәрендә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар бөйөк рәссамдарҙың һүрәттәрен ҡабатлап төшөрҙө. Тәүге тапҡыр ул 2019 йылда уҙғарылған.

- Беҙҙең балалар күп ваҡыттарын реабилитацияла уҙғара, шул иҫәптә арт-реабилитация ла мөһим урын биләй. Һүрәт төшөрөү баланың фекерләү ҡеүәһен, моториканы үҫтерә, фантазияһын байыта. 2023 йыл
Уҡытыусы һәм остаз йылы тип иғлан ителде һәм бөгөнгө сара ла шуға арнала. Проектты бойомға ашырыуҙа бик күптәр: картиналар галереяһы хеҙмәткәрҙәре, уҡытыу-методика үҙәге методистары, сәнғәт үҙәге педагогтары, беҙҙең йәмәғәт ойошмаһы ағзалары ҡатнашты, - тип һөйләй “Әсә йөрәге” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Мария Дорофеева.
Һәр балаға айырым педагог беркетелде. Практик өлөшкә тотонор алдынан, уҡытыу-методика үҙәге методисы Ирина Гулина балалар менән билдәле рәссамдар үҙ картиналарында һүрәтләгән урындар буйлап виртуаль
сәйәхәт уҙғарҙы. Һуңынан һәр кем үҙе теләгән һүрәтте һайлап, эшкә тотондо. Остаздары уларға ярҙам итте, ҡатмарлыраҡ урында бергәләп төшөрҙөләр.
10 йәшлек Виктория Бугуцкая (һүрәттә) Пьер Огюст Ренуарҙың “Сәскәләр гөлләмәһе”н һайлаған. Башта уны өләсәһенә бүләк итергә уйлаһа ла, һуңынан гөлләмәне әсәһенә бирергә ҡарар иткән.
- Һүрәт төшөрөргә бик яратам, сәнғәт мәктәбенә йөрөйөм, апайым да төшөрә. Картина сағыу, бик матур. Педагог бөтә нәмәлә ярҙам итә. Был гөлләмәне әсәйемә юллайым, һуңынан өләсәйемә эшләйәсәкмен, - ти ҡыҙ.
- Бындай сарала тәүгә ҡатнашыуым, миңә бик оҡшаны. Тәүҙә Виктория үҙенә бик яҡын килтертмәне, өләсәһен эргәһенән ебәрмәне. Яйлап уның менән бәйләнеш булдырғандан һуң ғына беҙҙең арала ышаныс барлыҡҡа килде. Уға төҫтәрҙе дөрөҫ бутарға өйрәттем, ҡатмарлыраҡ урында төҙәтеп, бер аҙ төшөрөштөм. Башта ҡәләм менән картинаның макетын булдырҙыҡ, һуңынан акрил буяуҙар менән эшкә тотондоҡ, - ти “Йәшлек” үҙәгенең өҫтәмә белем биреү педагогы Әлфиә Мамонтова.

Сарала беҙҙең ҡаланан ғына түгел, ә күрше Стәрлетамаҡтан да килеүҙәре шатландырҙы.
- Бында ҡатнашыуым тәүгә түгел. 2019 йылда ла саҡырғайнылар. Бик кәрәкле һәм мөһим проект булдырғандар. Һүрәт төшөрөү кешегә һәр яҡлап үҫешергә, тирә-яҡты танып-белергә ярҙам итә. Бөгөн үҙемдең
тәрбиәләнеүсемде алып килдем. Кристина тырыш ҡыҙ, ыңғай һөҙөмтәләр, алға китеш бар, - ти республика балаларға дистанцион белем биреү үҙәге Стәрлетамаҡ филиалының рәсем уҡытыусыһы Дилара Арыҫланова.
Салауат ҡалаһы сәнғәт үҙәгенең өҫтәмә белем биреү педагогы Рәзинә Сабитова был көндө Ольга Печуляктың остазы булды.
- Бөгөн балаларға бөйөк рәссамдарҙың һүрәттәрен ҡабатларға ярҙам итәбеҙ. Ольга һүрәтте бөтә күңеле менән төшөрә, уның яҡшы килеп сыға, - ти педагог.
- Мин Винсент Ван Гогтың “Айлы төн” һүрәтен һайланым. Картина үҙенә тартып, ылыҡтырып тора. Остазым ярҙамында һүрәтемде бөйөк рәссамдыҡына мөмкин тиклем нығыраҡ оҡшатып эшләргә тырышам, - ти Ольга.
- Дүрт йыл элек уҙған проект менән бөгөнгөһө араһында ҙур айырма бар, алға китеш, үҫеш һиҙелә. Балаларға һәм педагогтарға афарин, тип әйтергә генә ҡала, - тине сара аҙағында Мария Дорофеева һәм  педагогтарға, сараны ойошторорға ярҙам иткәндәргә ҡала хакимиәте мәҙәниәт бүлегенең һәм “Әсә йөрәге” йәмәғәт ойошмаһының рәхмәт хаттарын тапшырҙы. 
Һүрәт төшөрөү өсөн буяуҙар, ҡәләмдәр, юйғыстар бағымсылар ярҙамы менән һатып алынған. Сара тамамланғандан һуң артабан да ижад итеү өсөн балалар уларҙы үҙҙәре менән алды.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: