газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Февраль 2023, 09:37

Беҙҙең тормош үҙе футляр кеүек

Салауат башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә Антон Чеховтың “Футлярҙағы кеше” һәм “Мөхәббәт тураһында” хикәйәләре буйынса үҙенсәлекле спектакль күрһәтелде.

Беҙҙең тормош үҙе футляр кеүек
Беҙҙең тормош үҙе футляр кеүек

Салауат башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә Антон Чеховтың “Футлярҙағы кеше” һәм “Мөхәббәт тураһында” хикәйәләре буйынса үҙенсәлекле спектакль күрһәтелде.

“Футлярҙағы кеше” хикәйәһендә һүҙ төп герой - ямғырҙан һәм елдән түгел, ә үҙенең ҡурҡыуҙарынан йәшеренергә теләп, һәр ваҡыт ҡара күҙлектә һәм ҡулсатыр аҫтында йөрөгән, үҙ-үҙенә бикләнгән Беликов  тураһында бара. Уға шулай уңайлы, ошо мөхиттән сығырға, бер нәмәне лә үҙгәртергә теләмәй. Иң үкенеслеһе шул, Беликов тирә-йүндәгеләрҙе лә үҙенең ҡағиҙәләренә буйһондорорға тырыша. Үткәндәр менән генә йәшәп, киләсәктән ҡурҡҡан Беликовтың ғүмере аяныслы тамамлана. Бары тик ябыҡ табутта ғына уның йөҙөнә ҡәнәғәтлек һәм йылмайыу билгеләре сыға... 
“Мөхәббәт тураһында”ғы хикәйәлә мәңгелек тема - мөхәббәт тураһында һүҙ бара. Быны хикәйәнең исеменән үк аңларға була. Павел Константинович менән Анна Алексеевна араһында ғишыҡ уты ҡабына, тик улар бергә була алмай, сөнки ҡатындың ғаиләһе, балалары бар. Ике ғашиҡ йәр оҙаҡ ваҡыт бер-береһенә хис-тойғоларын белгертә алмай. Һуңлап булһа ла йөрәктәренә тулышҡан һөйөү хистәрен әйтәләр, тик мәңгелеккә айырылалар.
Ул көндө Салауат индустриаль колледжы студенттары спектаклдең тәүге тамашасылары булды. Йәштәр сәхнәлә барған ваҡиғаларҙы күҙәтеп, күп һорауҙарға яуап эҙләне.

Марат Солтанов:
- Ике хикәйә лә бик фәһемле, һабаҡ алырлыҡ. Тексты яҡшы итеп уҡынылар, персонаждар ҙа үҙенсәлекле. Бөтә нәмә аңлашылды. Беликовты ғәйепләһәләр ҙә, һәр кемдең был тормошта үҙ юлы, үҙ ҡарашы.
Тимәк, уға футлярҙа йәшәүе уңайлы һәм рәхәт булған. Тик минең фекер - үҙеңә бикләнеп, ғүмерҙе бушҡа уҙғарырға  ярамай, камиллашырға, үҫешергә, кеше араһына сығырға, тирә-йүндәгеләр менән аралашырға кәрәк.
Илнара Шәйәхмәтова:
- Ролдәрҙе бик оҫта башҡарҙылар. Ике хикәйә лә көнүҙәк, мөхәббәт темаһы айырыуса яҡын. Кеше һиңә оҡшай, һин уны яратаһың, тик уның менән бергә була алмайһың - ошондай осраҡ күптәргә таныштыр. Әгәр
кешенең ғаиләһе, пары бар икән, уны эстән генә яратырға хоҡуҡлыһың, тик уны йәренән айырырға ярамай. Кеше бәхетһеҙлегендә бәхет төҙөп булмауын аңларға кәрәк. Иң яҡшыһы, был кешене онотоу. Павел Аннаны ебәреп, бик дөрөҫ эшләгәндер, тип уйлайым.
Колледждың тарих уҡытыусыһы Евгения Сорокина ла тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
- Театрға йыш киләбеҙ, актерҙарға уйындары өсөн рәхмәт. Текст оҫта уҡылды. “Футлярҙағы кеше” хикәйәһе  бөгөнгө көнитмешебеҙгә тура килеп тә торған кеүек. Сөнки телефонда, интернетта ултырып, беҙ ҙә
ысынбарлыҡтан айырылабыҙ, виртуаль донъяға сумабыҙ бит. Һәр спектаклдән һуң ҡыҙыу фекер алышабыҙ. Был юлы ла студенттарҙың әйтер һүҙе табылыр, тип уйлайым, - тине педагог.

- Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҫмерҙәр, йәштәр өсөн сәхнә әҫәре ҡуйырға тигән бурыс йөкмәтелде, мәктәп программаһы  исемлеге тәҡдим ителде. Улар араһынан Антон Чеховҡа туҡталырға ҡарар иттем. Сөнки ул мәктәп
программаһында ла бар, институтта ла үттек, уның әҫәре буйынса тамашалар ҡуйҙыҡ. Бөгөн уның ике  хикәйәһен һайланым. Минең ҡарашҡа, улар бөгөн дә актуаллеген юғалтмаған. Персонаждарҙы йәлеп итеү спектаклде тағы ла уңышлыраҡ иткәндер. Әкиәтте уҡығанда ла һүрәттәре булһа,  ҡыҙыҡлыраҡ бит. Әле лә футлярҙа йәшәгән кеүекбеҙ - күрше кабинеттарҙа ултырһаҡ та, бер-беребеҙгә смс-хәбәрҙәр яҙабыҙ, шылтыратып йомош йомошлайбыҙ. Әлеге ваҡытта тере аралашыу етмәй. Ошо үҙе футляр түгелме ни? - ти спектакль режиссеры Рафаэль Ғәйнуллин.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: