газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Февраль 2023, 03:00

Быуаттар төпкөлөнә илтер

Ҡаланың картиналар галереяһында Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Вәкил Шәйхетдиновтың шәхси күргәҙмәһе (6+) асылды.

Быуаттар төпкөлөнә илтер
Быуаттар төпкөлөнә илтер

Ҡаланың картиналар галереяһында Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Вәкил Шәйхетдиновтың шәхси күргәҙмәһе (6+) асылды.

“Мираҫ” мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһының сәнғәт бүлеге мөдире Татьяна Пирковская күргәҙмәне асып, Вәкил Шәйхетдиновтың эштәре салауаттар өсөн ысын бүләк һәм ҙур ваҡиға булыуын билдәләне, сөнки рәссамдың күргәҙмәләре ҙур, мәртәбәле урындарҙа уҙғарылған.
Ҡала хакимиәте мәҙәниәт бүлегенең баш белгесе Алина Шәйәхмәтова күргәҙмәлә башҡорт фольклорына арналған 40-тан ашыу эш тәҡдим ителеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып, рәссамға почет грамотаһы тапшырҙы. Һәр картинала милли колорит һиҙелә, сөнки күргәҙмәнең нигеҙен “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосы мотивы буйынса эштәр тәшкил итә.
- Башҡортостан буйлап сәйәхәт иткәндә Урал батыр эҙҙәре буйлап барған кеүек хис итәм үҙемде: Ямантау, Ирәмәл тауҙары... Картиналарымды төшөргәндә тамашасы был урындарға эләккәндә минең образдарымды, Урал батыр эпосын иҫкә төшөрөүен теләнем, - ти Вәкил Шәйхетдинов.
25-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары Нурислам Шәһиев менән Нургизә Әбделмәнова башҡарыуындағы “Урал батыр” эпосы ҡунаҡтарҙы быуаттар төпкөлөнә илтеп, халҡыбыҙҙың асылы, тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырҙы.
Вәкил Шәйхетдинов балалар сәнғәт мәктәбе директоры Гүзәл Ситдиҡованың ижади остазы булған икән.
- Мин рәссамды күп йылдар беләм һәм уның тураһында рәссам түгел, ә остаз булараҡ һөйләргә теләйем. Тәүге тапҡыр уның менән балалар сәнғәт мәктәптәре пленэрында осраштыҡ. Унан һабаҡ алыу - үҙе оло тәжрибә.
Вәкил Шәйхетдинов белемдәре менән ихлас уртаҡлаша. Беҙҙең сәнғәт мәктәбендә бик шәп оҫталыҡ дәресе үткәрҙе, ул бер баланы ла битараф ҡалдырманы, - тип йылы һүҙҙәр әйтте рәссам адресына.
Вәкил Шәйхетдиновты беҙҙең ҡала менән бик күп нәмә бәйләй.
- Салауат ҡалаһы тарихын уның беренсе көндәренән тиерлек беләм, был турала комбинат менән хеҙмәттәшлек иткән ваҡытта күп кенә картиналар ижад иттем. Күргәҙмә үткән һәр ҡалала этюд эшләп ҡалдырам.
Салауатҡа мартта әйләнеп ҡайтам, ысын яҙғы этюд төшөрәсәкмен, - тине рәссам.
Ул көндө күргәҙмәгә килеүсе ҡунаҡтар араһында 25-се башҡорт гимназияһының 4В класы уҡыусылары ла бар ине. Башланғыс кластар уҡытыусыһы Альмира Миңлеәхмәтова рәссамдың башҡорт фольклорын тәрән
тойоуын һәм уны үҙенең эштәрендә сағылдыра алыуын билдәләне.
- “Урал батыр” эпосын гимназияла дәрестә өйрәнәләр. Балалар картиналарҙы ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Һуңынан рәсем дәресендә балалар рәссамдың иң оҡшаған картинаһын иҫтә ҡалдырып, яттан төшөрәсәк. Уҡыусыларҙың күптәре сәнғәт мәктәбенә йөрөй. Шуға улар күргәҙмәгә килгәс тә картинаның нисек төшөрөлөүенә иғтибар итә. Картиналар галереяһында тәүгә түгелбеҙ, бер нисә ҡыҙҙың эше бында уҙған балалар
ижады күргәҙмәһендә лә ҡатнашты, - ти Альмира Миңлеәхмәт ҡыҙы.
Сара һуңында Вәкил Шәйхетдинов салауаттарға изге теләктәрен еткерҙе:
- Барығыҙға ла аяҙ күк йөҙө, бәхетле тормош теләйем. Бер-берегеҙ, тәбиғәт менән йышыраҡ аралашығыҙ. Ҡала эргәһендә һоҡланғыс пейзаждар бик күп - мин бында картиналар яҙыр өсөн тыуған Бүздәк районынан киләм. Тәбиғәтте киләсәк быуындар өсөн һаҡлағыҙ, балаларға изгелек һәм матурлыҡ төшөнсәләрен аңлатығыҙ, - тине ул.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: