газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Февраль 2023, 15:47

“Күңел тыныслығында ғүмер кисерәм”

Шулай ти ошо көндәрҙә үҙенең 75 йәшлек матур юбилейын билдәләгән Салауат башҡорт дәүләт драма театры ветераны, Башҡортостандың халыҡ һәм атҡаҙанған артисткаһы Венера Хәсәнова.

“Күңел тыныслығында ғүмер кисерәм”
“Күңел тыныслығында ғүмер кисерәм”

Шулай ти ошо көндәрҙә үҙенең 75 йәшлек матур юбилейын билдәләгән Салауат башҡорт дәүләт драма театры ветераны, Башҡортостандың халыҡ һәм атҡаҙанған артисткаһы Венера Хәсәнова.

Тыумышы менән Ҡыйғы районы ҡыҙы ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килә. Атаһы Ғиниәт Абдрахман улы 1939 йылда фин һуғышына алына, һуңынан Бөйөк Ватан һуғышы башлана, ул тамамланғандан һуң да тағы ике йыл хеҙмәттә була. Ата-әсәһен Венера Хәсәнова айырыуса йылылыҡ менән иҫкә ала.
- Әсәйем балалар тәрбиәләү менән мәшғүл булды, атайым төрлө эштәрҙә эшләне. Улар беҙҙе ғәҙел, тәртипле, әҙәпле кешеләр булырға өйрәтте, - ти Венера апай.
Ҡыҙ бәләкәйҙән сәхнә тураһында хыяллана. Тик был уйын бер кемгә лә әйтмәй, күңеленең бер мөйөшөнә һалып ҡуя. Шулай ҙа, һөнәр һайлау мәле еткәс, ҡыҙ ниәтен тормошҡа ашырыуҙа тәүәккәл аҙым яһай - Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлағас, артабан юғары белем алыу ниәте менән Өфөгә юллана.
Бына ҡабул итеү имтихандары етә. Театр факультеты абитуриенттарын ҡатмарлы өс тур көтә, конкурс ҙур була. Ҡыҙ үҙ көсөнә ышанып етмәй, ныҡ борсола. Һәр турҙан һуң, үтә алмағанмындыр инде тип, гел сумаҙанына әйберҙәрен тултыра. Исемлеккә ҡарарға ла ҡурҡа, ҡыуаныслы хәбәрҙе уға иптәштәре еткереп тора. Тик бер хәл уның үҙенә, мөмкинлектәренә ҡарата булған фекерен үҙгәртергә мәжбүр итә.
- Һәр турҙан һуң уҡыу йорто менән менән хушлашҡандай аудиториялар буйлап һағышлы ғына йөрөй торғайным. Тап ошондай мәлдәрҙең береһендә кафедра бүлеге мөдире Шәүрә Мортазинаның сәркәтибе яныма килеп, Шәүрә Муса ҡыҙының үҙенә саҡырыуын әйтте. Ул ваҡыттағы ҡурҡыуым! Кемдең-кеме, кафедра бүлеге мөдиренең үҙе саҡыра бит! Кермәйем, тип ҡырт киҫтем. Шулай ҙа бик ныҡышҡас, ризалаштым. Кабинетҡа ингәс, Шәүрә Муса ҡыҙы үҙенең алдағы турҙарҙа мине күҙәтеүе, һәләтем барлығын күреүе тураһында һөйләне. Һуңғы йомғаҡлау турын да лайыҡлы үтергә кәрәк, ҡурҡма, үҙеңде ышаныслы тот, ябай бул, тине. Уның һүҙҙәренән һуң күңелемә йылы йүгерҙе, әйтерһең, иңдәремә ҡанат үҫте, һынауҙарҙы уңышлы уҙып, уҡырға инеп киттем, - ти Венера Ғиниәт ҡыҙы ул йылдарҙы хәтерләп.
Ҡыҙ тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, юғары стипендияға лайыҡ була, яҡшы уҡыуы менән генә түгел, ә тәбиғәттән бирелгән һығылмалылығы, төҙ буй-һыны менән дә айырыла, сөнки еңел атлетика һәм гимнастика менән бала саҡтан шөғөлләнеп үҫә.
- Был мауығыу миңә бәләкәйҙән оҡшаны, тора-бара бының үҙеңде формала тотоу өсөн дә яҡшы ысул булыуын аңланым. Институтта художество гимнастикаһы буйынса секцияға йөрөнөм, тренерым мине, яҡшы уҡыусы булараҡ, үҙе менән Башҡортостан беренселегендә ҡатнаштырҙы, ярыштарҙа призлы урындар яуланым, спорт мастерлығына кандидат булдым, - ти ул.
Институттағы студент йылдары һиҙелмәй үтеп китә. Бына студенттарҙы йүнәлтмә буйынса бүлеү мәле етә.
- Ул ваҡытта республикала театрҙар аҙ ине: Сибай, Салауат һәм Башҡорт академия театры. Курсташтарымдың барыһы ла тиерлек ҡайҙа барасаҡтарын билдәләп ҡуйған. Баймаҡ, Сибай яҡтарыныҡылар Сибайға юлланды,
кемдәрҙер Өфөлә ҡалды. Бер мин генә билдәһеҙлектә. Бына кемдең ҡайҙа барасағын иғлан итәләр. Сират миңә килеп еткәс, “Татарстандағы Миңзәлә театрында актерҙар етешмәй, шунда барырһың инде, телде өйрәнергә лә кәрәк булыр”, тинеләр. Күрәм, институт ректоры Заһир ағай Исмәғилевтың йөҙө боҙолған. “Ни хәл итәһең, үҙебеҙҙең Башҡортостанда урын табылмағас, Татарстанға юлланырға, телде өйрәнергә лә тура килер инде”, тинем. Комиссия кәңәшләшкәндән һуң саҡырып алып, Салауат театрына ебәрәсәктәрен әйттеләр. Баҡтиһәң, Заһир ағай мине бер ҡайҙа ла ситкә ебәрмәҫкә, кисекмәҫтән республикала урын табырға, тигән фарман биргән икән. Уның абруйы шул тиклем көслө ине. Бына шулай 1974 йылдың көҙөндә яҙмыш елдәре Салауатҡа алып килде. Ошо ике шәхес тормошомда иҫ киткес ҙур роль уйнаны, - тип хәтерләй Венера апай.
Салауат театры тураһында ишеткәнегеҙ булдымы, ҡаланы күреп-белә инегеҙме, тигән һорауыма:
- Салауат театры артистарының уйнағандарын гастролдәре ваҡытында һоҡланып ҡарай торғайным. Ә ҡаланы исмаһам бер генә тапҡыр ҙа күргәнем булманы. Мине һәм тағы өс курсташымды театр коллективы
йылы ҡабул итте. Ул ваҡытта директор Рафаэль Сәлихов, баш режиссер Вәзих Сәйфуллин ине. Тора-бара кемдер эш урынын алыштырҙы, кемдер икенсе театрға күсте, бер мин Салауат театрына хеҙмәт итеүемде дауам иттем һәм уға 40 йылға яҡын тоғро ҡалдым. Хеҙмәт кенәгәмдә бер генә яҙыу бар. Һәр ваҡыт өлкән коллегаларымдың әйткән кәңәштәренә ҡолаҡ һалырға, режиссерҙың талаптарын теүәл үтәргә тырыштым. Салауат театрының ул саҡта ихтирам һәм абруй ҡаҙанған мәле ине. Ғәзизә Насирова, Рим Баянов, Бикташ Кәлимуллин, Риф Мозаһитов, Фәйзулла Бәхтейәров, Хәлит Усманов, Ғәлиә Әмирханова, Флүрә Хәбибуллина,
Флүрә Ниғмәтуллина кеүек талантлы актерҙар менән эшләү бәхете тейгәнгә бик шатмын. Сәхнә теленең бөтә нескәлектәренә өйрәткән Хәлит ағай Усмановты айырыуса йылылыҡ менән иҫкә алам. Ул талантлы актер ҙа, режиссер ҙа ине. Ошо ваҡыт эсендә Салауат тыуған һәм яратҡан ҡалама әйләнде, йөрәгемдә айырым бер урын биләй, - тип яуап бирҙе Венера апай. 

Труппаға лирик актриса булып инһә лә, уның актерлыҡ диапазоны күпкә киңерәк булып сыға, драматик, трагик ролдәрҙе лә ауырлыҡһыҙ башҡара. Актриса тарафынан бихисап ролдәр сәхнәгә сығарыла: «Ҡыйыу ҡыҙҙар»ҙа Бибиғәйшә, «Күршеләр»ҙә Рита, «Юғалған яҙмыш»та Анника, «Нәркәс»тә Зөмрәт, «Көнләш, Америка»ла Сания, «Зәйтүнгөл»дә Фәғилә, “Аҡҡошом минең” дә Гөлъямал һ.б. Ул даими эҙләнә, үҙенә ҡарата талапсан була, һәр образы өҫтөндә ныҡышмал эшләй. Актрисаның тырышлығы етәкселек яғынан да билдәләнмәй ҡалмай. Н. Асанбаевтың “Миләш-Миләүшә” драмаһындағы Миләүшә образы өсөн 1989 йылда Бәҙәр Йосопова исемендәге театр эшмәкәрҙәре союзы премияһына лайыҡ була. 1993 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисткаһы”, 2005 йылда “Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисткаһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. 64-се театр миҙгелендә Венера Хәсәнова “Иң яҡшы актриса” тип таныла.
Бик һәйбәт физик форма уға көс, һығылмалылыҡ талап иткән ролдәрҙе башҡарырға мөмкинлек бирә. 

- Йүгерергә, һикерергә, шпагатҡа ултырырға кәрәк булған ролдәрҙе йыш уйнарға тура килер ине. Айырыуса ҡара көстәрҙе күп бирҙеләр. Шунда үҙем өсөн мөһим бер фекерҙе билдәләп ҡуйҙым: ҡара көстәрҙе уйнағанда уларҙы күңелгә керетмәҫкә кәрәк. Быны ошондай яуыз образдарҙы сәхнәгә сығарағанда ике тапҡыр йығылып йәрәхәт алғандан һуң билдә тип ҡабул иттем. Сәхнә - ул мистик урын да, - ти театр ветераны.
Эшкә килгәс тырыш, уңған егет Марат Абдрахман улы менән таныша. Ул театрҙа водитель булып эшләгән була. Оҙаҡ та дуҫлашып йөрөмәйҙәр, ғаилә ҡороп ебәрәләр, улдары Радмирға ғүмер бирәләр.
- Тормош иптәшемдән уңдым. Беҙ һәр ваҡыт: өйҙә лә, эштә лә, гастролдәрҙә лә бергә булдыҡ. Спектаклдәр ваҡытында улыбыҙҙы ҡараны, һәр саҡ ярҙам итеп торҙо. Бер өлкәлә эшләүебеҙ беҙҙе тағы ла нығыраҡ яҡынайтты, берләштерҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡты донъяларҙан китеүенә йылдан ашыу, - ти Венера Ғиниәт ҡыҙы.
Театр мөхитендә тәрбиәләнгәнгәме, Радмир ҙа сәнғәт юлын һайлай. Әле Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының хәрби оркестрында эшләй, ғаиләле, әсәһе менән бәйләнеште өҙмәй, янына ҡайтып йөрөйҙәр.

Венера апай дин юлына баҫыу менән күңел тыныслығы табыуы тураһында ла әйтеп үтте.
- Ниндәйҙер проблема килеп тыуғанда кеше унан сығыу юлдарын эҙләп сәбәләнә башлай. Мин дә төрлө нәмә менән мауығып ҡараным - эзотерика буйынса күп китаптар уҡыным, йога менән шөғөлләндем, һалҡын һыу менән ҡойондом. Әммә быларҙың барыһы ла ваҡытлыса булды. Күңел ниндәйҙер башҡа нәмәне талап итте һәм таптым мин уны - дин юлына баҫтым. Шул мәлдән донъяға ҡарашым үҙгәрҙе, еңеллектәр килде. Мәҙрәсә тамамлап, ҡулыма диплом алдым. Һәр көнгә ҡыуанып, Аллаһы Тәғәләгә рәхмәттәр уҡып йән тыныслығында ғүмер кисерәм. Биш намаҙымды ҡалдырмайым, Ҡөрьән, доғалар уҡыйым, - ти Венера Хәсәнова.
Венера Хәсәнова кинола ла үҙен һынап ҡарай.
- Тәүге тапҡыр “Тамыр” балалар студияһында “Ҡамыр батыр” әкиәтендә төштөм. Унда Убырлы ҡарсыҡ булдым. Икенсе ролем - ҡалабыҙҙың талантлы егете, режиссер Рауил Хәкимовтың “Ғәлиәбаныу” фильмында Бәҙиғә роле һәм өсөнсөһө - “Әбейҙәр сыуағы”нда Фатима. Тәҡдим булһа, әле лә кинола төшөргә ҡаршы түгелмен, - ти Венера апай.
Юбилейлы миҙгелдә ул тыуған коллективына изге теләктәрен дә еткерергә онотманы.
- Театрыбыҙ йәшәһен, сәскә атһын. Театрлы булыу бөтә ҡалаға ла тәтемәй. Ә беҙ данлы театрыбыҙ булыуы менән ғорурлана алабыҙ, ул ҡаланың абруйын күтәрә. Артабан да яңынан-яңы уңыштарға ирешеп ижад итергә насип булһын, - тип һүҙен йомғаҡланы Венера апай.

Фото Салауат башҡорт дәүләт драма театрынан.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: