газета "Салауат"
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Февраль 2023, 21:32

Йөрәгемдә айырым бер урын биләй

“Театр минең яҙмышымда” рубрикаһында бөгөн һүҙебеҙ сәхнәлә образдар тыуҙырған, ролдәре менән балҡыған актер тураһында түгел, ә киреһенсә, эше шаршау артында ҡалған, күренмәгән, әммә шул уҡ ваҡытта хеҙмәте кәрәкле һәм мөһим булған кадрҙар белгесе Айгөл Зәйнетдинова тураһында булыр.

Йөрәгемдә айырым бер урын биләй
Йөрәгемдә айырым бер урын биләй

“Театр минең яҙмышымда” рубрикаһында бөгөн һүҙебеҙ сәхнәлә образдар тыуҙырған, ролдәре менән балҡыған актер тураһында түгел, ә киреһенсә, эше шаршау артында ҡалған, күренмәгән, әммә шул уҡ ваҡытта хеҙмәте кәрәкле һәм мөһим булған кадрҙар белгесе Айгөл Зәйнетдинова тураһында булыр.

Ул - Мәләүез ҡыҙы. Мәктәпте тамамлауға ҡыҙ врач булыу теләге менән яна.
- Врач һөнәре сирлеләрҙә йәшәүгә өмөт уятып, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыуға йүнәлтелгәнгәме, гел медицина өлкәһендә эшләргә хыялландым. Ә үҙем шул тиклем ҡурҡаҡ, ҡанға ҡарай ҙа алмайым. Балалыҡ менән врач һөнәренең үтә лә яуаплы булыуын аңлап та етмәгәнмендер, бәлки. Бәхеткәме, был юлдан китергә насип булманы, яҙмыш үҙе шулай ҡушҡандыр, тип уйлап ҡуям, - ти Айгөл Фәүәдис ҡыҙы.
Һәр замандың үҙ зауығы тигәндәй, Айгөл мәктәпте тамамлаған йылдарҙа юрист, бухгалтер, экономист кеүек һөнәрҙәр киң таралған була, класташтарының күбеһе ошо йүнәлеште һайлай. Айгөл дә
Стәрлетамаҡ технология техникумына юллана һәм бухгалтер булып сыға. Һуңғараҡ юғары белем ала. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Салауат театрында башлай.
- Театрға 1999 йылдың көҙөндә уҡыуҙы тамамлап 20 йәшлек кенә йәш белгес булып килдем һәм шул ваҡыттан бирле ошондамын. Хеҙмәт кенәгәмдә бер генә яҙыу тора. Күптәр һин нисек шунса йылдар ҡағыҙҙар өйөмө менән ултыра алаһың, тип һорай, ә мин уларға эшемде яратам, тип яуаплайым. Тәүҙә секретарь итеп ҡабул иттеләр, 2006 йылда, кадрҙар бүлеге начальнигы урыны бушағас, ике вазифаны бергә алып барырға тәҡдим иттеләр. Үҙемде башҡа өлкәлә күҙ алдына ла килтерә алмайым, дөрөҫөн әйткәндә, башҡа нәмә менән шөғөлләнеп ҡарағаным да булманы. Һүҙ юҡ, һәр эштең үҙ ауырлығы булғандай, бында ла мәшәҡәте етерлек - бойороҡтарҙы рәсмиләштереү, хәрби иҫәп алып барыу, отчеттар ебәреү. Хәҙерге заманда бөтә нәмә компьютерлаштырылған булһа ла, ҡағыҙ эше бер ҙә кәмемәй, киреһенсә, артҡан кеүек. Бөтә нәмә тәжрибә, ваҡыт, хаталар, яңылышыуҙар, төҙәтеүҙәр, тикшереүҙәр аша килә. Закондар ҙа үҙгәреп тора, уларҙы ваҡытында белеп, дөрөҫ ҡулланырға тейешһең, - ти Айгөл Фәүәдис ҡыҙы.
Ул Стәрлетамаҡта уҡып йөрөгәндә Салауат егете менән таныша, бер аҙ осрашып йөрөгәндән һуң бергә тормош ҡороп ебәрәләр, бер ул һәм бер ҡыҙға ғүмер бирәләр. Ҡыҙҙары хәҙер студент, малайҙарына 13 йәш.
Театр һеҙҙең өсөн нимә ул, тип һорағас, былай тип яуап бирҙе:
- Театр минең өсөн - икенсе йортом. Ул йөрәгемдә айырым бер урын биләп тора. Коллегаларымды хөрмәт итәм, яратам. Бер ғаилә булып йәшәйбеҙ, шатлыҡ-ҡайғыларҙы, һөйөнөс-көйөнөстәрҙе лә бергә
уртаҡлашабыҙ, һәр кемдең уңышын үҙебеҙҙеке кеүек ҡабул итәбеҙ. Күпме сабыйҙарҙың тыуыуына шаһитбыҙ, әллә күпме туйҙар, юбилейҙар үтте бында. Театрым киләсәктә лә сәскә атһын, тамашасыларҙың ышанысын юғалтмаһын ине. Коллективтың нигеҙен тәшкил иткән артистар үҙ урынында ҡалһын, тарҡалмаһын ине. Спектаклдәрҙе ҡарағанда коллегаларың өсөн ғорурлыҡ кисерәһең, уларҙы бөтөнләй башҡа яҡтан асаһың, ҡаҙаныштарына, уңыштарына һөйөнәһең. Ошо юлды һайлағанға бер ҙә үкенмәйем, үҙ урынымды таптым, эшкә ҡанатланып киләм. Театр коллективы - минең өсөн
иң яҡшыһы, иң татыуы, - тип һүҙен йомғаҡланы Айгөл Зәйнетдинова.
Фото Айгөл Зәйнетдинованың шәхси архивынан.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: