Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Февраль 2023, 17:30

Йәш таланттарҙан күркәм тамаша

Салауатта «Раштыуа йондоҙсоҡтары» фестивале ҙур гала-концерт менән тамамланды.

Йәш таланттарҙан күркәм тамаша
Йәш таланттарҙан күркәм тамаша

Салауатта «Раштыуа йондоҙсоҡтары» фестивале ҙур гала-концерт менән тамамланды.

«Раштыуа йондоҙсоҡтары» конкурсы биш йыллыҡ тарихы осоронда Салауат ҡалаһы сиктәренән сығып, үҙенең географияһын киңәйтә һәм 5 меңдән ашыу ҡатнашыусыны үҙенә берләштерә. 27 ғинуарҙа «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге сәхнәһендә юбилейлы фестиваль матур гала-концерт менән тамамланды.
Быйыл конкурсҡа 1 200 ғариза бирелгән. Һөнәри баһала ағзалары хөкөмөнә үҙ һәләттәрен йәш салауаттар ғына түгел, Ишембай, Мәләүез, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан һәм республиканың райондарынан да талантлы ҡыҙ һәм малайҙары ижади эштәрен тәҡдим итә.
Гала-концерттың сағыу финалына әйләнгән бүләкләү тантанаһында сәхнәгә бик күп ысын йондоҙсоҡтар сыҡты. Һәм был шаштырыу түгел, сөнки һәр береһендә талант осҡоно яна. Йәш рәссамдарҙы, йырсыларҙы, бейеүселәрҙе, музыканттарҙы ҡулдарынан етәкләп барыусы педагогтар уларҙағы осҡондо ысын ялҡынға әйләндерәсәгендә һис шик юҡ.
- Бала янында ярҙам итеүсе, кәрәкле кәңәштәрен биреп юл күрһәтеүсенең булыуы бик мөһим. Бындай кеше булғанда баланың ижади потенцияалын асыу күпкә еңелерәк, тип иҫәпләйем. Сәхнәлә тороусы йәш таланттарҙың ата-әсәләренә, остаздарына рәхмәт белдергем килә, һеҙ уларға бөтә көсөгөҙҙө һалаһығыҙ. Уларҙың бөгөнгө уңышы - һеҙҙең дә еңеү, - тип өндәште ололарға ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов.
Ысынлап та балалар өсөн янып-көйөргә килгән ололар кисәнең йондоҙсоҡтарына ҡарағанда ла нығыраҡ борсолғандыр, шатланғандыр.
«Раштыуа йондоҙсоҡтары» фестивалендә яңы йондоҙсоҡтар балҡыны һәм уның киләсәктә лә йәш таланттарҙы асыуҙы дауам итеүен теләйбеҙ.

Владислав Фаррахов фотоһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: