газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Ғинуар 2023, 11:00

Матур ҡыҙҙар Премьер-лигала

24 ғинуарҙа Сочи ҡалаһында «КиВиН-2023» 34-се Халыҡ-ара КВН фестивале тамамланды. Унда барлығы 450 команда ҡатнашты.

Матур ҡыҙҙар Премьер-лигала
Матур ҡыҙҙар Премьер-лигала

24 ғинуарҙа Сочи ҡалаһында «КиВиН-2023» 34-се Халыҡ-ара КВН фестивале тамамланды. Унда барлығы 450 команда ҡатнашты.

Башҡортостанды яҡлап өс сағыу һәм популяр команда: “Матур ҡыҙҙар ҡалаһы” һәм ӨДНТУ Салауат филиалының “Нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы институты”, Өфөнән “Үҙенсәлекле фекер” командаһы сығыш яһаны.
ӨДНТУ Салауат филиалының “Нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы институты” ның йәш командаһы “КиВиН” фестивалендә ҡатнашыуға хоҡуҡты ҡалала декабрь аҙағында уҙған ҡала башлығы кубогына еңеүе арҡаһында
ала. Бөтә командаларҙың сығышы ла сағыу һәм уңышлы була. Салауат ҡыҙҙары былтырғы һөҙөмтәне ҡабатлап, ҡабаттан Премьер- лигаға, ә Өфө командаһы - КВН халыҡ- ара союзының Юғары лигаһына сыға. Сығыштарҙы хәҙер телевизор экрандарынан да күрергә була.

Фото республика Башлығы хакимиәтенең «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмөнән.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: