газета "Салауат"
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Ғинуар 2023, 14:52

Сәнғәт юлы юҡҡа һайланмаған

Тамашасы театрға үҙҙәренең рухи донъяһын байытыу өсөн ашыға. Уларҙы сәхнәлә уйнаған актерҙар илатырға һәм йыуатырға, моңайтырға һәм көлдөртөргә мәжбүр итә ала икән, тимәк актерҙар маҡсатына ирешкән. Ә бының өсөн яһалмалылыҡты ситкә ҡуйып, ролгә бар күңелдән инергә кәрәк. Ошо көндәрҙә үҙенең 75 йәшлек олпат юбилейын билдәләгән Салауат башҡорт дәүләт драма театры ветераны Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Миңдулла Иҙрисов тап ошондай актерҙарҙың береһе.

Сәнғәт юлы юҡҡа һайланмаған
Сәнғәт юлы юҡҡа һайланмаған

Тамашасы театрға үҙҙәренең рухи донъяһын байытыу өсөн ашыға. Уларҙы сәхнәлә уйнаған актерҙар илатырға һәм йыуатырға, моңайтырға һәм көлдөртөргә мәжбүр итә ала икән, тимәк актерҙар маҡсатына ирешкән. Ә бының өсөн яһалмалылыҡты ситкә ҡуйып, ролгә бар күңелдән инергә кәрәк. Ошо көндәрҙә үҙенең 75 йәшлек олпат юбилейын билдәләгән Салауат башҡорт дәүләт драма театры ветераны Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Миңдулла Иҙрисов тап ошондай актерҙарҙың береһе.

Ғафури районының Йөҙимән ауылында тыуып үҫкән егет һигеҙ класты тыуған ауылындағы мәктәптә тамамлай, урта белемде күрше Сәйетбабала ала. Актер булырмын, тип башына ла килтермәй.
- Класташым Әнүәр менән уҡытыусы булырға хыяллана инек. Тик уҡыуҙар тамамланыуға дуҫымдың апаһы Өфөнән ҡайтып, театр бүлегенә студенттар ҡабул итеүҙәре тураһында хәбәр итте һәм тиҙ генә юлға
йыйынырға ҡушты. Шиғыр һөйләп,“Илсе Ғайса”ның бер куплетын йырлап, өс турҙы ла уңышлы үтеп, уйламағанда яҙмышымды сәнғәт менән бәйләнем шулай, - тип иҫкә ала йәшлек йылдарын Миңдулла ағай.
Уҡыуын тамамлағандан һуң Миңдулла Сәлимйән улын һәм тағы дүрт курсташын йүнәлтмә буйынса Салауат театрына эшкә ебәрәләр. Ҡала уларҙы йылы ҡаршы ала.
- Салауат театрының дер һелкетеп ижад иткән, уңыштары менән дан тотҡан мәленә эләктек. Тәүге ролем Нәжиб Асанбаевтың “Һыу юлы” пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдә Йософ булды. Еңел уйналды ул
образ. Спектаклдең нисек килеп сығыуы актерҙарҙан ғына түгел, режиссерҙан да тора. Вәзих Сәйфуллин, Әнүәр Нурмөхәмәтов, Олег Ханов кеүек үҙенсәлекле ҡарашлы, тәрән фекерле көслө режиссерҙар менән эшләргә тура килеүе менән бәхетлемен. Беҙҙең быуын Станиславский системаһы буйынса эшләне. Сәхнәлә уңыштарға ирешергә теләһәк, был система бер ваҡытта ла юғалырға тейеш түгел. Спектакль ваҡытында
тамашасыны сәхнәлә барған күренештәргә ышандыра белергә кәрәк. Әлеге йәштәр ҙә бер ни тиклем ваҡыттан һуң уңыштары менән балҡыр, уларға оло актерҙарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалыу ҡамасауламаҫ. Был бик мөһим, - ти Миңдулла ағай.

Уҡыған ваҡытта буласаҡ кәләше, Шишмә районы ҡыҙы Ғәлиә апай менән таныша һәм күп тә үтмәй ғаилә ҡороп ебәрәләр, ике ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Ғәлиә Хәлил ҡыҙы бөтөнләй икенсе өлкә кешеһе булһа ла, тормош иптәшен һәр ваҡыт аңлап, ярҙам итеп тора.
- Ғәлиәмә сикһеҙ рәхмәтлемен. Улдарымды уҡытыу, ҡарау, тәрбиәләү тотош уның өҫтөндә булды. Элек бит гастролдәр өсәр айға һуҙыла торғайны. Ышаныслы ҡатыным булыуым арҡаһында тыныс күңел менән йөрөлдө. Сөнки беләм, өй ҡараулы, балалар тәрбиәле. Мин дә ҡулдан килгәндең барыһын да эшләргә тырыштым - тауарға ҡытлыҡ булған ваҡыттарҙа һауыт-һабалар, башҡа әйберҙәр алып ебәрә торғайным, аҡса ла һалдым, - ти Миңдулла Сәлимйән улы.
Ғәлиә апай иһә тормош иптәшен хәстәрлекле, хужалыҡсыл кеше, тип иҫәпләй.
- Миңдулла тырыш, егәрле кеше, тип ышаныслы әйтә алам. Гастролгә киткәнсе үк мөмкин булған бөтә эштәрҙе башҡарҙы. Һәр ваҡытта ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, кешелекле, ихлас, изге күңелле лә ул, - ти тәжрибәле актерҙың хәләл ефете.
Миңдулла Иҙрисовҡа яҙмышын сәнғәт менән осраҡлы ғына бәйләргә тура килһә лә, ул осраҡлы актер булмай. Бер туҡтауһыҙ эҙләнеп, үҙенә, тирә-йүндәгеләргә ҡарата талапсан актер тамашасы һөйөүен тиҙ яулай.
“Онота алмаһам, нишләрмен?” мелодрамаһындағы Заһит, “Ҡара йөҙҙәр” повесы буйынса ҡуйылған трагедияла Закир, «Көҙән башҡорто» драмаһында Зәки Вәлиди, ”Салауат” драмаһында Юлай, “Зәйтүнгөл”дә Ғайфулла, “Нәркәс”тә Сынтимер, “Көнләш, Америка”ла Ғайфулла, “Шулай булды шул”да Нурғәли ролдәрен оҫталыҡ менән башҡарып, сәхнә түрендә балҡый. Был исемлекте әллә күпме дауам итергә була. Эшләү дәүерендә 100-ҙән ашыу сағыу образдар тыуҙыра.
- Үткәнемә бер ҙә үкенмәйем. Эшемде шул тиклем яратып башҡарҙым, ҡабаттан һөнәр һайлау мөмкинлеге тыуһа ла, сәнғәт юлын һайлар инем, - ти актер.
Миңдулла Сәлимйән улының тырыш хеҙмәте Хөкүмәт тарафынан да билдәләнмәй ҡалмай. Театр сәнғәте үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн 1979 йылда «БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы», 2003 йылда «Башҡортостандың халыҡ артисы», 2010 йылда «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы» исемдәренә лайыҡ була, 2004, 2006, 2016 йылдарҙа «Иң яҡшы йыл актеры» исеме бирелә. 2006 йылда Мәскәүҙә уҙған Рәсәйҙең Кесе театрҙары фестивалендә С.Лобозеровтың пьесаһы буйынса «Кавардак Forever» фантасмагорияһындағы Тимофей роле өсөн дә юғары баһа ала.
Миңдулла Иҙрисов менән хеҙмәттәштәре лә ғорурлана.
- Миңдулла ағайға шәхес һәм театр актеры булараҡ та хөрмәт менән ҡарайым, уның ижад иткән образдарын яратам. Ул үҙенең һәр роленә етди ҡарай һәм мөкиббән китеп тотона. Күп кенә спектаклдәрҙә бергә уйнаған кеше булараҡ, Миңдулла ағай менән эшләүе еңел һәм рәхәт, тип әйтә алам. Ул һәр ваҡыт үҙенең кәңәштәре, урынлы тәҡдимдәре менән ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. “Көҙән башҡорто”нда ул Зәки Вәлидиҙе уйнаһа, мин уның ҡатыны Нәфисәне сығарҙым. “Зәйтүнгөл” драмаһында ул - атайым, мин - Зәйтүнгөл. “Шулай булды шул”да ул төп  роль Нурғәлиҙе башҡарһа, мин - уның ҡыҙы Гөлшатты уйнаным. Миңдулла ағай - киң диапазонлы актер. Хоҙай уға бер нәмәне лә йәлләмәгән: тауышын да, матурлығын да, буй-һынын да. Юбилярҙы матур байрамы менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, бәхетле  оҙон ғүмер теләйем, - ти Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Наҙгөл Иҫәнбаева.
- Миңдулла ағай менән бергә эшләгән спектаклдәр бик күп булды. Уларҙың барыһын да һанап бөтөрөрлөк түгел. Шулай ҙа “Зәйтүнгөл”, “Иҙеүкәй”, “Шулай булды шул”, “Риүәйәт”  спектаклдәрен билдәләп үтмәй мөмкин түгел. Сәхнәлә уның менән эшләүе бик еңел. Театрыбыҙҙа шундай ҙур профессионал актер эшләүе менән ғорурланабыҙ. Сәхнәлә илке-һалҡы ғына уйнай торған артист түгел. Тәрәнгә төшөп, ролен аңлап башҡара. Беҙгә, йәштәргә, кәңәштәрен йәлләмәне, ярҙам итте. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, әле лә премьераларға килә, театрҙа булған хәл-ваҡиғаларҙы белә. Уның тураһында тик яҡшы ғына һүҙҙәр әйтергә  була. Театрҙың аҡһаҡалын үҙебеҙҙә күреүебеҙгә һәр ваҡыт шатбыҙ. Оло быуын артистары менән бәйләнеш өҙөлмәһә, театрыбыҙ йәшәйәсәк, йөҙөн юғалтмаясаҡ, - ти Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Нәүфилә Яҡупова.
Хаҡлы ялдағы Миңдулла ағайҙан буш ваҡытығыҙҙа нимә менән шөғөлләнәһегеҙ, тип һорайым.
- Әле лә баҡса тотабыҙ. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем шундабыҙ. Был беҙгә күңел йыуанысы ғына. Балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ - оло ҡыуаныс. Килеп хәлдәребеҙҙе белешеп торалар, - тип яуап бирҙе ул.
- Юбилейы уңайынан тыуған театрымдың киләсәктә лә сәскә атыуын, ҙур үрҙәр яулауын теләйем. Юғары дәрәжәгә еткән исемде түбән төшөрөргә булмаһын, илһамланып, дәртләнеп ижад итергә насип итһен, - тип һүҙенйомғаҡланы юбиляр. 
Фотолар театрҙың шәхси архивынан.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: