газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Ғинуар 2023, 10:20

Үҙенсәлекле уйынсыҡтар

Һәләтле Алена Ғиләжева яһаған ҡурсаҡтар һоҡланыу уята.

Үҙенсәлекле уйынсыҡтар
Үҙенсәлекле уйынсыҡтар

Яңы йылдың төп биҙәге - шыршы. Шулай ҙа уға эленгән уйынсыҡтар үҙенсәлек бирә, бигерәк тә улар үҙ ҡулың менән яһалғанда, уларҙан айырым бер йылылыҡ бөркөп тора. Һәләтле Алена Ғиләжева тыуҙырған ҡурсаҡтар һоҡланыу уята.
- Бындай үҙенсәлекле һындар яһау идеяһы нисек барлыҡҡа килде?
- Барыһы ла бер йыл элек башланды. Әсәйем менән сәй өҫтәле артында туғандарға һәм яҡындарға Яңы йылға нимә бүләк итергә тип уйланып ултырғанда, ниндәйҙер ҡыҙыҡлы, ғәҙәти булмаған һәм боронғо әйбер бүләк итеү теләге тыуҙы. Шул ваҡыт совет заманындағы мамыҡтан яһалған Ҡыш бабайҙар иҫкә төштө. Ә нишәп шундай уйынсыҡтар яһамаҫҡа тип уйланыҡ.
Минең әсәйем - ижади кеше, ысын ҡул оҫтаһы, художество белеме бар һәм миңә лә унан матурлыҡҡа ынтылыш хисе күскән. Ижади һөнәр һайламаным, тәүҙә «Акушер», һуңынан «Провизор» һөнәре буйынса Стәрлетамаҡ медицина колледжын тамамланым. Әлеге ваҡытта декрет отпускаһындамын һәм, буш ваҡытты юҡҡа сарыф имәҫ өсөн, әсәйемә яңы йыл уйынсыҡтары яһау менән шөғөлләнергә тәҡдим иттем.
- Ҡурсаҡ һындарын шунда уҡ яһай башланығыҙмы?
- Әлбиттә, тәүҙә уйынсыҡтар бик матур ҙа килеп сыҡманы. Әммә һәр яңы эшебеҙ яҡшыраҡ һәм яҡшыраҡҡа әйләнә барҙы. Уйынсыҡтар эшләгәндә ниндәйҙер үҙенә бер айырым донъяға сумаһың, бөтә насарлыҡтар онотола, проблемалар икенсе планға күсә.
Тәүге эштәребеҙҙең ҡайһы берҙәре Германияға һәм Санкт-Петербургҡа китте, социаль селтәрҙә күргәс кешеләр уларҙы оҡшатып заказ бирҙе.
- Күмпе һын яһанығыҙ?
- Йыл эсендә әсәйем менән бергә 30-лап Яңы йыл уйынсығы яһаныҡ. Йәй көнө беҙ бының менән шөғөлләнмәнек.
- Уйынсығығыҙҙың һөҙөмтәлә ниндәй булып килеп сығырын беләһегеҙме?
- Был йәһәттән бөтә оҫталар төрлөсә эшләй. Беҙ, мәҫәлән, башта мамыҡтан һындарҙы булдырабыҙ һәм һуңынан ғына йөҙөн яһайбыҙ. Беҙҙә улар күп булғас, һәр төрлөһөн һайлай алабыҙ. Ҡайһы берҙә бер төрлө уйҙы тормошҡа ашыра башлайбыҙ ҙа, һөҙөмтәлә бөтөнләй икенсе төрлө уйынсыҡ килеп сыға. Шуға күрә уйынсыҡты эшләй башлағанда һөҙөмтә хаҡында уйланмайбыҙ.
Ҡайһы ваҡыт беҙгә йөҙҙәрҙе эшләүгә заказ бирәләр, бының өсөн дә күп кенә ваҡыт талап ителә. Уларҙы полимер балсыҡтан эшләйбеҙ, әҙер булғас төшөрәбеҙ.
- Һеҙ яһаған һындар тере кеүек.
- Уйынсыҡтарҙың ябай статуэтка ғына кеүек түгел, ә тере һымаҡ булыуын теләйбеҙ. Беҙ төрлө хис-тойғоларҙы, образдарҙы сағылдырырға тырышабыҙ. Шулай ҙа бөтә ҡурсаҡтарҙың да күҙҙәрендә ялҡын, балаларса эскерһеҙлек, тәбиғилек.
Һәр һын үҙенсәлекле һәм шәхсән. Беҙ уларға боронғо исемдәр бирәбеҙ: «Забава», «Варвара», «Игнат», «Егорка» һәм башҡалар.
- Бер ҡурсаҡ яһауға күпме ваҡыт китә һәм бының өсөн нимә талап ителә?
- Һынды булдырыу өсөн мамыҡ, акрил буяуҙар, полимер балсыҡ һәм финиш лагы кәрәк. Уйынсыҡтар ныҡ килеп сыға, төшкән хәлдә лә, бер нимә лә булмаясаҡ. Уларҙы хәстәрләү ҙә еңел, саңланһа, салфетка менән һөртәү ҙә етә. Ҡайһы берәүҙәр сығымдар күп түгел тип иҫәпләй, әммә бөтә кәрәкле әйберҙәрҙе иҫәпләһәң, был мауығыу бик арзандарҙан да түгел.
Бөтә эшкә башлағандан алып тамамлағанға тиклем өс-дүрт көн талап ителә. Ғәҙәттә бер юлы бер нисәүҙе эшләргә тырышабыҙ.
- Һеҙҙең ҡурсаҡтарҙы оҡшатыусылар араһында төбәк башлығының тормош иптәше Каринэ Хәбирова ла бар, тип ишеттек.
- Беҙ «Йыл һөнәрселәре» республика конкурсында ҡатнаштыҡ, унда Каринэ Хәбирова беҙҙең уйынсыҡтарҙы билдәләп үтте һәм өс эшебеҙҙе: ҡыҙылтүштәр менән малайҙы, пасха йомортҡалары менән ҡыҙҙы һәм балсыҡ көршәкле ҡыҙҙы һатып алды. Был беҙҙең өсөн бик ҡыуаныслы, хәҙер беҙҙең ҡурсаҡтар уларҙың шыршыһын биҙәй. Ә тағы ла бер эшебеҙ - ҡуянды беҙ уға тыуған көнөнә бүләк иттек.
- Иң сағыу һындарығыҙ тураһында һөйләгеҙ әле.
- Беҙ Башҡортостанда йәшәйбеҙ һәм шуға ла милли кейемдәге башҡорт парын яһаныҡ. Киләсәктә рус парын да эшләргә теләйбеҙ.
Күңелһеҙ тарих та бар, беҙҙең аранан киткән малайҙың фотографияһы буйынса ҡурсаҡ та булдырҙыҡ. Уның йөҙө бик оҙаҡ ҡына килеп сыҡманы, был ғәҙәти булмаған эш.
- Киләсәктә нидәй уйынсыҡтар яһарға теләр инегеҙ?
- Беҙ әлегә ҙур һындар яһағаныбыҙ юҡ. Яңы йылға масштаблы ғына Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу булдырыу тураһында уйланабыҙ.
Әйткәндәй, 2022 йылда беҙ киләһе йыл символы ҡуянды яһаныҡ. Йәнһүрәт персонажы Крошаны һайланыҡ. Бик һәйбәт килеп сыҡты. Ул аяҡтары хәрәкәт итеүсе тәүге һын булды.
- Ә өйҙә шыршыны һеҙ ниндәй уйынсыҡтар менән биҙәйһегеҙ?
- Төрлө быяла шарҙар һәм үҙебеҙҙең тәүге ҡурсаҡтар менән. Ә бына пластмасс уйынсыҡтарҙы бөтөнләй ҡулланғы килмәй.

Алена Гончарова фотоһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: