газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Ғинуар 2023, 09:32

Һәр эш көнөм - яңы асыш

“Театр минең яҙмышымда” исемле махсус рубриканы дауам итеп, бөгөн һеҙгә театрҙың тағы бер хеҙмәткәре - әҙәби бүлек мөдире Динә Бәширова тураһында бәйән итмәксебеҙ.

Һәр эш көнөм - яңы асыш
Һәр эш көнөм - яңы асыш

“Театр минең яҙмышымда” исемле махсус рубриканы дауам итеп, бөгөн һеҙгә театрҙың тағы бер хеҙмәткәре - әҙәби бүлек мөдире Динә Бәширова тураһында бәйән итмәксебеҙ.

Ул Мәләүез районының Яңауыл ауылында тыуып үҫә. Һигеҙенсе класҡа тиклем Смаҡ ауылында Динис Бүләков исемендәге мәктәптә белем ала, һуңынан уҡыуын Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге гимназияла дауам итә, ә юғары белем алыу өсөн Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы педагогия институтына юллана.
- Бәләкәй саҡта ҡыҙҙарҙың һайларға теләгән һөнәрҙәре ниндәй инде: һатыусы, уҡытыусы, врач, шәфҡәт туташы. Мин врач булырға теләгәйнем, тик аҙ генә балл етмәне. Шунан ата-әсәйем уҡытыусылыҡҡа барырға
кәңәш итте. Уны тамамлағандан һуң мәктәптә эшләргә яҙманы. Яҙмыш мине 2007 йылда Салауат драма театрына алып килде. Ул ваҡытта театр директоры Наилә Сәфәрғолова ине, музей бүлеге мөдире итеп эшкә алды, күп нәмәгә өйрәтте. Театрҙың архив материалдарын ипкә килтереү менән булыштым, һәр фотоһүрәттең артына уның нисәнсе йылда төшөрөлгәнен, ниндәй спектаклдән күренеш икәнлеген яҙҙым. Мәғлүмәт табыу еңелдән түгел, айырыуса, элекке фотоларға. Ветерандарҙы театрға саҡырып, уларҙан да һорашҡан булды. Һәр бер артисҡа айырым папка эшләнем, улар тураһында гәзит-журналдарҙа сыҡҡан мәҡәләләрҙе лә беркеттем. Һуңынан бөтә мәғлүмәтте электрон төргә күсерҙем. Кәрәкле документтарҙы, спектаклдәргә программаларҙы, режиссерҙар, рәссамдар, актерҙар, театр ветерандары буйынса кәрәкле мәғлүмәтте бер ауырлыҡһыҙ табып була хәҙер, әллә ҡайҙан эҙләп йөрөйһө юҡ. Салауат театрының 75 йыллығына китап сығарыуҙа ла ҡатнаштым. Шул ваҡыттан алып бөгөнгө көнгә тиклем театрға хеҙмәт итеүемде дауам итәм, -
ти Динә Ғайса ҡыҙы.
Ҡыҙҙың тырышлығын, ныҡышмалылығын күргән етәкселек Динәне 2014 йылда әҙәби бүлек мөдире итеп күсерә. Бында инде уның өҫтөнә тағы ла яуаплыраҡ эштәр йөкләтелә.
- Хеҙмәт бурыстарыма фестивалдәргә заявкалар ебәреү, унда барыу, урынлашыу мәсьәләләрен хәл итеү, отчеттар эшләү, министрлыҡтан килгән хаттарҙы эшкәртеү инә. Интернет заманы киң үҫешкән осорҙа күп
нәмә компьютерҙа башҡарыла. Социаль селтәрҙәрҙә лә эш алып барырға кәрәк. Ниндәй сара уҙғарһаҡ та, йәһәт кенә социаль селтәргә һалыу талап ителә, - ти бар яҡлап та өлгөр һәм яуаплы хеҙмәткәр.
2008 йылда Динә Бәширова Салауат егете Денис Бәшировҡа тормошҡа сығып матур ғаилә ҡороп ебәрәләр. Ҡыҙҙары Даринаны, улдары Радмирҙы тәрбиәләп үҫтерәләр.
- Дарина 2-се гимназияла - 7-се, Радмир 2-се класта уҡый. Икеһе лә тырыш, айырыуса Дарина үҙенең төрлө өлкәләге ҡаҙаныштары менән шатландыра. Радмир әлегә бәләкәйерәк, әммә ул да ныҡышмал, маҡсатҡа
ынтылыусан, - тип балалары тураһында ғорурлыҡ менән һөйләй Динә Ғайса ҡыҙы.
Үҙеңде башҡа өлкәлә күҙ алдына килтерә алаһыңмы, тигән һорауға ул ышаныслы итеп юҡ, тип яуап бирҙе.
- Театрға килгәс тә үҙемде татыу ғаиләгә килеп эләккәндәй хис иттем. Коллектив яҡшы ҡаршы алды, мөнәсәбәт һәйбәт булды. Эшемде шул тиклем яраттым, һәр актерҙың тормошо, ролдәре, ҡаҙаныштары менән
танышыу үҙе бер яңы донъя. Һәр спектаклдең сәхнәгә сығарылыуында үҙеңдең өлөшөң булыуы менән ғорурланаһың. Әле лә шулай, театрҙағы һәр эш көнөм - яңы асыш. Эшкә килгәндә үк алдыма аныҡ маҡсаттар, пландар ҡуйып киләм. Үҙемде башҡа бер өлкәлә лә күҙ алдына килтерә алмайым. Театр үҙенә тартып, йәлеп итеп тора. Бер ғаилә булып йәшәйбеҙ. Юбилейлы йылда уның тағы ла үҫешеүен, сәскә атыуын, коллективыма уңыштар һәм ҡаҙаныштар теләп ҡалам, - тип һүҙен йомғаҡланы ул. 
Динәне беҙ үҙебеҙҙең коллега тип әйтһәк тә яңылышмаҫбыҙ, сөнки тап ул киң матбуғат саралары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, һәр һорауыбыҙға шунда уҡ яуап бирә, театр тормошон яҡтыртыуға бәйле эштә иң яҡшы ярҙамсыбыҙ, терәгебеҙ. Республика гәзит-журналдарында ла мәҡәләләре баҫыла.

Изге күңелле, тырыш хеҙмәткәрҙе коллегалары ла хөрмәт итә.
- Динә бурыстарына бик яуаплы ҡарай, үҙ эшенең бөтә нескәлектәрен белә, театрҙы ысын күңелдән ярата. Ошо мөхиттә ҡайнап йәшәй. Уға ниндәй генә һорау менән килһәң дә, бер ваҡытта ла кире ҡаҡмай. Динә
театрҙың ҡаҙаныштарына күп өлөш индерә. Башҡалар өсөн ысын күңелдән шатлана белгән һәм кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙа торған кеше ул. Уның ошондай матур сифаттарын һанап бөтөрөрлөк түгел. Сәнғәткә
килгән кеше театр кешеһе булмаһа, ул нисек кенә тырышып эшләмәһен, театр үҙе уның менән хушлаша. Ә була шундай кешеләр, театр уны үҙе һайлап ала. Динәбеҙ тап шундай кеше. Уға киләсәктә лә ижади
уңыштар, ҡаҙаныштар һәм эшенең ваҡытында лайыҡлы баһаланыуын теләйбеҙ, - ти хеҙмәттәштәре Гөлфирә Сәфиуллина, Рәмзиә һәм Рафаэль Ғәйнуллиндар.
Динә Бәширова Театр эшмәкәрҙәре союзы стипендиаты. Яңыраҡ уның ярҙамында театрҙың 90 йыллығына арналған “Театр мәңге һүнмәҫ ҡояш” исемле күргәҙмә ойоштора, юбилейға Википедия форматында буклет
сығарырға иҫәп тота.
Фото Динә Бәшированың шәхси архивынан.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: