газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Декабрь 2022, 11:07

Ғаилә - киләсәк нигеҙе

Яңыраҡ Өфөлә “Йыл ғаиләһе - 2022” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Ғаилә - киләсәк нигеҙе
Ғаилә - киләсәк нигеҙе

Яңыраҡ Өфөлә “Йыл ғаиләһе - 2022” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, конкурс йәй көнө үткәрелде, ә ҡотлау, бүләкләү тантаналарын ойоштороусылар ҡышҡа ҡалдырғайны. Беҙҙең ҡаланан Ғәйнуллиндар “Йолаларҙы һаҡлаусы ғаилә” номинацияһында еңде. Салауат башҡорт дәүләт драма театрының талантлы артистары Рәмзиә һәм Рафаэль Ғәйнуллиндарҙың ғаиләһендә бер ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләнә. Өфөлә үткән тантананан татыу ғаилә бик рухланып ҡайтҡан.
- Тантана Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙҙы. Конкурстың башҡа ҡатнашыусылары менән бергәләп сәй табыны артында йылы мөхиттә аралаштыҡ, һөйләштек. Бындай конкурстар ғаиләне тағы ла нығыраҡ
берләштерә. Ғаиләбеҙ менән башҡа ошондай бәйгеләрҙән ситтә ҡалмаҫҡа тырышабыҙ. Дөрөҫ, әҙерләнеү өсөн ваҡыт та, тырышлыҡ та, көс тә кәрәк. Әммә теләк булғанда бөтә нәмәгә лә ирешергә була. Башҡортостанда өлгөлө ғаиләләр күп. Улар ҙа бер нимәнән дә ҡурҡмайынса ҡатнашһын ине. Эшләгән эште күреүҙәре, билдәләүҙәре үҙе бер ҡыуаныс, - ти Ғәйнуллиндар.

Еңеүселәрҙе “Бәхет биләмәһе” хәйриә фонды директоры Каринэ Хәбирова, республиканың ғаилә һәмхеҙмәт министры Ленара Иванова ҡотлай.
- Ғаиләнең татыу һәм ныҡ булыуы бик мөһим. Яҡындарың менән бергә булған мәлдәр, ҡылған сәйәхәттәр бала саҡтың иң матур хәтирәһе ул. Тап берлектәге саралар ғаиләне берләштерә һәм баланы төрлө яҡлап үҫешкән шәхес итеп тәрбиәләргә мөмкинлек бирә. Ғаилә киләсәктең иң ышаныслы нигеҙе лә булып тора, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Каринэ Хәбирова тантанала.
Фото Ғәйнуллиндарҙың шәхси архивынан.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: