Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Декабрь 2022, 10:35

«Әсәйемдең бишек моңдары»

2022 йылдың февраленән алып октябренә тиклем Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана һәм «Башҡортостан Республикаһының тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте» «Борон-борон заманда» республика конкурсын ойоштора. Был ижади бәйгелә Салауат үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының 10-сы тарихи һәм рухи яңырыу китапхана-филиалы китапханасыһы Гөлнара Янышева ҡатнаша һәм «Әсәйемдең бишек моңдары» эше менән «Китап-уйынсыҡ» номинацияһында икенсе дәрәжә дипломы менән бүләкләнә.

«Әсәйемдең бишек моңдары»
«Әсәйемдең бишек моңдары»

2022 йылдың февраленән алып октябренә тиклем Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана һәм «Башҡортостан Республикаһының тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте» «Борон-борон заманда» республика конкурсын ойоштора. Был ижади бәйгелә Салауат үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының 10-сы тарихи һәм рухи яңырыу китапхана-филиалы китапханасыһы Гөлнара Янышева ҡатнаша һәм «Әсәйемдең бишек моңдары» эше менән «Китап-уйынсыҡ» номинацияһында икенсе дәрәжә дипломы менән бүләкләнә.

2022 йыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы тип иғлан ителде һәм ул үҙенсәлекле йолаларҙы, һөнәрҙәрҙе һәм сәнғәтте һаҡлауҙы, үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Республика китапханаларының тыуған яҡты өйрәнеү һәм фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлегенә иғтибарҙы йүнәлтеү маҡсатында «Борон-борон заманда» бәйгеһе уҙғарыла. Конкурсҡа республиканың 36 муниципаль берәмегенән барлығы 68 ижади эш ебәрелә. Улар өс номинация буйынса ҡабул ителә: «Китап-уйынсыҡ», «Видеофильм», «Мультфильм». Шәшси һәм коллектив эштәр тәҡдим ителә. Конкурста китапхана хеҙмәткәрҙәре, фольклор коллектив ағзалары, педагогтар, уҡыусылар - барлығы 9 йәштән алып 85-кә тиклем 116 кеше ҡатнаша.
Гөлнара Янышеваның ижади хеҙмәтенең төп идеяһы - халыҡ сәнғәте, шул иҫәптә традицион ҡул эштәре халыҡтың тарихи хәтерен һәм рухи ҡиммәттәрен һаҡлаусы халыҡ мәҙәниәте өлөшө булып тора. Улар аша бала халыҡтың тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнә. Шулай уҡ баланың тулы үҫеше өсөн уның яҡындарының һөйөүен, тыуған йортоноң күңеленә иң яҡыны булыуын тойоуы мөһим, ә бишек йырҙары аша әсә менән бала араһындағы айырым бер серле бәйләнеш тыуа.
- Был панноны иҙәнгә һалып әсә менән бала башҡорт халҡының традицион ҡул эштәре өлгөләре менән таныша ала. Панно йорттағы бер бүлмә макеты. Иҙәнгә ҡул менән һуғылған балаҫ йәйелгән. Ҡул менән баҫылған кейеҙҙән эшләнгән һандыҡ өҫтөнә бетеү менән тегелгән һәм һырылған юрған менән мендәрҙәр өйөлгән. Түшәмдә кейеҙ менән һуғылып эшләнгән сәңгелдәк эленгән. Шулай уҡ китаптар һалыу өсөн махсус кеҫә яһалған, унда әкиәт, бишек йырҙары һәм башҡа китаптар һалып ҡуйырға була. Шулай итеп, бала ҡул эше, халыҡтың йәшәйеш үрнәктәре менән генә түгел, халыҡ сәнғәте, бишек йырҙары менән дә таныша, - тип һүрәтләй үҙенең эшен Гөлнара Янышева.
Ысынлап та ижади эш ике китап менән тулыландырылған. Уларҙың береһе - «Бишек йыры» китап-уйынсыҡ. Хәҙерге ата-әсәләр сәңгелдәк йырҙарының ниндәй сер һаҡлауын насар белә, шуға күрә проектта икенсе китап та урын алған, унда бишек йырына арналған шиғырҙар бирелә һәм уны «Сатҡылар» ижади берекмәһе ағзалары, бишек йырҙарының тарихын һәм бала тәрбиәләүҙәге урынын яҡшы белгән оло быуын шағирәләре яҙған.
Гөлнара Янышева күп кенә ҡала һәм республика конкурстары ҡатнашыусыһы. Ул «Буй балаҫ» һуғыу буйынса халыҡ оҫталарының төбәк-ара форумында беренсе урындар яулай, «Быуаттарҙы ялғап быуаттарға» конкурс-фестивале дипломанты. 2022 йылда Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән наградлана.
- Китапханала мин үҙем булдырған «Киндер еп» тип аталған проект алып барам. Төрлө оҫталыҡ дәрестәре уҙғарам. Дәрескә килгәндәргә башҡорт аҫалы балаҫын һуғыуҙың серҙәрен асам, балаҫ өсөн йөндәрҙе буярға өйрәтәм, - ти Гөлнара Янышева.
Унда балаҫ һуғыуға ҡыҙыҡһыныу әсәһенән килә.
- Миңә әсәйем 12 йәшемдән аҫалы балаҫ һуғырға өйрәтте. Ҡыйынынан, ҡатмарлынан өйрән, һуңынан үҙеңә еңел булыр, тине. Балаҫ һуғыуҙың серҙәре шул тиклем күп, әгәр күңелең шуға ынтылһа, көн дә ниндәйҙер яңылыҡтар асырға була, - ти китапханасы һәм ҡул эштәре оҫтаһы. - Минең оҫталыҡ дәрестәренә оло йәштәге апайҙар әүҙем генә йөрөп алды, пандемиянан һуң улар әҙәйҙе. Бөгөнгө көндә балалар менән эшләйем, 2-3 балаға үҙемдең белгәндәремде өйрәтһәм дә шатлыҡ. Китапхана эргәһендә оҫтахана асырға хыялланам. Минең уйымды мәҙәниәт бүлеге хуплай, уның өсөн бүлмәлә ремонт яһарға ярҙам итергә булдылар. Балалар өсөн бәләкәй ҡылыс, өҫтәл станоктары кәрәк. Бөгөнгө көндә мин дәрестәрҙе үҙемдең шәхси станоктарҙа алып барам.

Фото Гөлнара Янышеванан.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: