газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Декабрь 2022, 13:58

Сәнғәт - үҙе матурлыҡ

Гәзитебеҙҙә иғлан ителгән яңы рубрикала мәҡәләләр баҫтырыуҙы дауам итәбеҙ. Бөгөн, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, һеҙҙең иғтибарға халҡыбыҙ мәҙәниәтенә хеҙмәт итеүсе ир-уҙаман, ике йылға яҡын Салауат башҡорт дәүләт драма театрын етәкләген, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Ҡотошов менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Сәнғәт - үҙе матурлыҡ
Сәнғәт - үҙе матурлыҡ

Гәзитебеҙҙә иғлан ителгән яңы рубрикала мәҡәләләр баҫтырыуҙы дауам итәбеҙ. Бөгөн, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, һеҙҙең иғтибарға халҡыбыҙ мәҙәниәтенә хеҙмәт итеүсе ир-уҙаман, ике йылға яҡын Салауат башҡорт дәүләт драма театрын етәкләген, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Ҡотошов менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

- Айбулат Миңлеғәли улы, тамырҙарығыҙ менән ҡайһы яҡтанһығыҙ? Ваҡыт ҡуласаһын бала саҡ, мәктәп, унан һуңғы йылдарға борайыҡ әле.
- Белорет райыны Мөхәмәт ауылы егетемен. Һигеҙенсе класты ауылда, 10-сы класты Учалы районының Килмәк мәктәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡ педагогия институтында бер йыл уҡыным. Тап шул ваҡытта театр
донъяһы менән таныштым - халыҡ театрына йөрөй башланым. Элек өҫтәмә һөнәр факультеттары бар ине. 
- Ата-әсәйегеҙ һөнәре буйынса кемдәр? Бәләкәйҙән ниндәйҙер тәғәйен һөнәр һайлау уйы булдымы? 
- Атайым мәктәп директоры, әсәйем уҡытыусы булып эшләне. Шуға ла, бәлки, улар минең дә үҙҙәренең юлынан  китеүемде теләгәндер. Дөрөҫөн әйткәндә, институтҡа  артыҡ талпынып барманым. Көсләп астырған күҙҙең нуры юҡ, тигәндәй, шуға ла был уҡыу йортон ҡалдырғанмындыр инде. Бер йыл мәктәптә  уҡыттым, 1993 йылда Өфө сәнғәт институтына уҡырға индем. Сибай театры өсөн махсус төркөм әҙерләнеләр. Наҙгөл һәм Ишбулат Иҫәнбаевтар, Рөстәм Фазылов менән бергә уҡыныҡ. Шул ваҡытта кәләшем, Миәкә  ҡыҙы Миңзилә менән менән таныштыҡ. Уҡытыусыбыҙ, профессор Ғабдулла Ғиләжев, уҡып бөткәнсе кәләш алыу, кейәүгә сығыу юҡ, тиһә лә, беренсе курсты тамамлауға өйләнешеп ҡуйҙыҡ, икенсе курста ҡыҙыбыҙ тыуҙы.
- Тағы ниндәй билдәле шәхестәр етәкселегендә уҡынығыҙ?
- Көслө уҡытыусыларҙа уҡыуым менән бәхетлемен. Улар араһынан Рәфил Нәбиуллинды, Тамара Хоҙайбирҙинаны,  Зәки Мәхмүтовты, Гөлли Мөбәрәкованы билдәләп үтер  инем. Тап улар театр сәнғәтенә ҡарата һөйөү уятты, сәнғәт нескәлектәренә өйрәтте. Ҡулға диплом алғандан һуң, 1997 йылда Сибай театрында эш башлап, 15 йыл ғүмерҙе ошо театрға бағышланыҡ. Сибай театрының ул ваҡытта гөрләгән, сәскә атҡан мәле. Актерлыҡтан тыш, башҡа вазифаларҙы ла башҡарырға тура килде. Был миңә ныҡлы тормош мәктәбе булды, тип әйтә алам. 
- Сәхнәләге ролдәрегеҙ тураһында нимә әйтерһегеҙ? Ниндәй ролдәрҙе айырыуса яратып башҡарҙығыҙ?
- Яратҡан, яратмаған бала булмай тигән кеүек, артист өсөн дә һәр роле ҡәҙерле. Сөнки һәр образды сәхнәгә бөтә күңелеңде,  көсөңдө, булмышыңды һалып сығараһың. Геройҙарҙы, икенсе пландағы ролдәрҙе
лә башҡарҙым. Тәүге ролем Гөлшат Әхмәтхужинаның “Абыстай” спектаклендәге Ислам роле булды.
- Ҡырҡа боролоштар ҙа урап үтмәгән үҙегеҙҙе...
- Үҙгәрештәрҙән ҡурҡырға кәрәкмәй. Ғөмүмән, яңы асыш кешегә һәр саҡ икенсе үҫешкә этәргес бирә. Шуға 2012 йылда Ишембайға мәҙәниәт өлкәһенә  эшкә саҡырғас, күп уйлап торманыҡ, ризалаштыҡ. Ата-әсәйемдең шунда йәшәүе лә йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Күп тә үтмәй, Сибайға ҡайтанан саҡырыу алдым, бер икеләнеүһеҙ, кире шул яҡтарға елдерҙем. Филармонияла янғын булыу сәбәпле, уны тергеҙеү өсөн күп көс һалырға, яңынан команда, коллектив тупларға тура килде. 2021 йылға тиклем директор вазифаһын башҡарҙым.
- Салауат башҡорт дәүләт театрына эшкә саҡырыуҙы нисек ҡабул иттегеҙ?
- Кешене ризыҡ йөрөтә, тиҙәр. Күрәһең, ризығыбыҙ ошонда көткәндер. Салауат минең өсөн сит ҡала түгел. Бында йыш ҡына гастролдәр менән килә торғайныҡ, бергә уҡыған дуҫтарым да бында. Беҙҙе бәләкәйҙән ниндәйҙер эшкә тотонаһың икән, уны еренә еткереп башҡарырға кәрәк, юҡ икән, бөтөнләй тотонма, тип  тәрбиәләнеләр. Мин бында етәксе итеп һайланғанмын икән, тимәк, директор креслоһын биләү генә түгел,
күҙ төбәп торған коллективың өсөн нимәлер эшләргә тейешһең. Салауат театры  әлеге көндә республикалағы иң көслө театрҙарҙың береһе, тип ышаныслы әйтә алам. Уның да үҫеш, һынылыш осорҙары булған. Әммә ул бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығып, үҙ йөҙөн, үҙ баһаһын һаҡлап ҡала алған, урынын тапҡан һәм киләсәктә лә юҡҡа сыҡмаҫына ышанам, сөнки уның тамыры көслө, ныҡ. Аҙ ғына процент башҡорттар йәшәгән ҡалала
ошондай театрҙың йәшәп килеүе, һаҡланып ҡалыуы үҙе бер мөғжизә.
- Театрҙың үҫешендә коллектив та ҙур роль уйнай.
- Коллектив көслө, потенциалы ҙур. Һуңғы осорҙа йәштәр күпләп килә. Ҡала хакимиәте лә йәштәргә төрлө  яҡлап ярҙам күрһәтә.
- Юбилейлы йылда театр тормошонда ниндәйҙер үҙгәрештәр көтөләме?
- Юбилейға әҙерлек бара. Хәлдән килгәнсә, театрҙы төҙөкләндерергә, матурларға тырышабыҙ, ҡунаҡтарҙы лайыҡлы ҡаршы алырға әҙерләнәбеҙ. Юғары кимәлдәге спектаклдәр сығарырға уйлайбыҙ икән, театрҙың матди хәлен нығытырға кәрәк. Әлеге көндә синхрон тәржемә өсөн яңы, заманса ҡорамалдар алдыҡ. Улар тиҙҙән ҡайтып етергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта планға ярашлы эшебеҙҙе дауам итәбеҙ. Юбилейлы йылда
маҡтаулы исемдәр алыусылар исемлеге күберәк булыр типөмөтләнәбеҙ. 
- Һеҙҙеңсә, театр төшөнсәһе нимә ул?
- Театр - үҙе бер донъя, сикһеҙ мөғжизәгә эйә ижад майҙаны, татлы ғазап та, йәшәү мәғәнәһелә, бәхет тә. Әлбиттә, театр - милли рухыбыҙҙы һаҡлаусы усаҡ та ул. Беҙҙең бурыс - ошонда йәшәгән халыҡты
башҡорт мәҙәниәте менән таныштырыу, башҡорт әҫәрҙәре күберәк ҡуйылырға тейеш, башҡорт яҙыусыларын мөмкин тиклем алға сығарырға кәрәк. Һүҙ юҡ, классика кәрәкмәй тип әйтмәйем, кәрәк, әммә төп
маҡсат булып үрҙә әйтелгәндәр ҡала. Әгәр үҙебеҙҙең әҫәрҙәрҙе донъяға таратмаһаҡ, мәҙәниәтебеҙҙе, сәнғәтебеҙҙе һаҡлап ҡала алмаһаҡ, телебеҙҙе юғалтасаҡбыҙ, милләт булараҡ юҡҡа сығыу хәүефе бар.
Дөрөҫө шул, йәштәрҙе китап уҡырға ултырта алмайбыҙ, шуға легендаларыбыҙҙы, тарихыбыҙҙы йәш быуынға сәхнә аша еткерергә тейешбеҙ. Театр - ул халыҡтың рухын уятыусы усаҡ.
- Сәхнәгә сығып уйнау теләге уянғаны юҡмы?

- Булмаған ҡайҙа инде ул?! Сәхнә бит ул - “йоғошло ауырыу”, унан ҡотолоу юҡ. Залда ултырғанда, осоп сәхнәгә сығырҙай мәлдәр була. Кем белә, бәлки сәхнәләрҙә уйнау дәүере етер, тормош дауам итә бит.
- Ғаиләгеҙ менән таныштырып үтһәгеҙсе. Балаларығыҙ һеҙҙең юлдан киттеме?
- Балаларыбыҙ тәғәйен сәхнә юлын һайламаһа ла, һәр ҡайһыһы сәнғәттән тайпылмаҫҡа тырыша. Оло ҡыҙыбыҙ Айзилә техник  белемле булһа ла, өҫтәмә рәүештә режиссерлыҡҡа уҡып, әлеге көндә телевидениела
эшләп йөрөй. Улыбыҙ Динислам Өфө дәүләт нефть-техник университетында өсөнсө курста белем ала, курсында мәҙәни сараларҙы ойоштороусы булып йөрөй, КВН-дарҙа ҡатнаша. Ул өс йәшенән сәхнәнән төшмәне,
күп кенә ролдәр уйнаны, бейеүгә лә йөрөнө. Уртансы ҡыҙыбыҙ 25-се башҡорт гимназияһында белем ала, бейеүгә йөрөй, ул әлегә эҙләнә. Төпсөгөбөҙ Айгүзәл театр эргәһендә эшләп килгән “Арлекин” балалар
театр студияһында шөғөлләнә. Кеше ниндәй генә һөнәр эйәһе булмаһын, күңелендә сәнғәткә ҡарата һөйөү бар икән, ул кешенең күңеле лә саф һәм таҙа була. Сөнки сәнғәт - үҙе матурлыҡ.
- Юбилейлы йылда коллективҡа, тамашасыларға әйтер теләктәрегеҙ.
- Коллектив менән бер татыу ғаилә булып эшләргә яҙһын, сөнки театр эше берҙәмлекте талап итә. Алыштырғыһыҙ кешеләр булмай тигән һүҙҙәр театр тормошона тап килмәй.  Театрҙы яратҡан кешеләр генә бында эшләй ала, уға тоғро ҡала. Сәнғәттә осраҡлы кешеләр булырға тейеш түгел. Театр тормошон һайлағанһың икән, уға хыянат итмәйенсә, ошо юлдан ғына барырға кәрәк. Ә тамашасыларға әйтер һүҙем шул -  матурлыҡты яратығыҙ, театрға килегеҙ, йөрөгөҙ, ә беҙ һеҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс тамашалар әҙерләргә тырышырбыҙ.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: