газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Декабрь 2022, 09:30

Музыка йәшәгән йорт

Салауат ҡалаһының музыка мәктәбе быйыл 70 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ошо ваҡыт эсендә бик күп нәмәгә ирешелә. Ҡала һәм республика исемен төбәк, Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстарҙа данлап, еңеүсе урындау яулаусы уҡыусылар һаны күбәйә. Мәктәп бинаһы яңы төҫ ала, яңы музыка ҡоралдары һәм йыһаздары барлыҡҡа килә. Быларҙың барыһы ла мәктәп, ҡала етәкселегенең, уҡытыусыларҙың берҙәм хеҙмәте, тырышлығы һөҙөмтәһе.

Музыка йәшәгән йорт
Музыка йәшәгән йорт

Салауат ҡалаһының музыка мәктәбе быйыл 70 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ошо ваҡыт эсендә бик күп нәмәгә ирешелә. Ҡала һәм республика исемен төбәк, Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстарҙа данлап, еңеүсе урындау яулаусы уҡыусылар һаны күбәйә. Мәктәп бинаһы яңы төҫ ала, яңы музыка ҡоралдары һәм йыһаздары барлыҡҡа килә. Быларҙың барыһы ла мәктәп, ҡала етәкселегенең, уҡытыусыларҙың берҙәм хеҙмәте, тырышлығы һөҙөмтәһе.

70 йыллыҡ тарих
Салауат музыка мәктәбе 1952 йылдың 20 сентябрендә асыла. Уның нығыныу, үҫеш юлында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Иван Катаргин ҙур роль уйнай, ул мәктәп менән 44 йыл етәкселек итә. Тап ул бик һәйбәт коллектив туплай һәм бик күп йолаларға нигеҙ һала. 2013 йылдан алып әлеге көнгә тиклем мәктәпте уның уҡыусыһы Дилә Хафизова етәкләй.
Балалар музыка мәктәбе үҙенең юбилейын ниндәй уңыштар һәм ҡаҙаныштар менән ҡаршылай һуң?
- 70 йыллыҡ тарихында мәктәп үҙ йүнәлеше менән бара, традицияларҙы һаҡлай һәм иң мөһим бурысын үтәй - эстетик тәрбиә бирә, - тип һөйләй директор Дилә Хафизова. - Мәктәп йәшәй һәм уңышлы үҫешә. Йыл һайын беҙҙә шөғөлләнергә теләүселәр һаны артыуы шатландыра.
Балаларға музыка донъяһын асырға һәләтле уҡытыусылар ярҙам итә. Уларҙың һәр ҡайһыһының ҙур тәжрибәһе бар. Һуңғы йылдарҙа музыка мәктәбе «йәшәргән», хәҙер коллектив оло быуын педагог остаздар менән яңы быуын энергиялы уҡытыусыларынан тора.
Яңы проекттар
Мәктәптең тышҡы йөҙө һәм эске йыһазландырылышы бик мөһим.
- Мәктәп грант проекттарында бик әүҙем ҡатнаша. Йыл һайын Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы ярҙамы менән музыка мәктәбенең тышҡы йөҙө лә яңы төҫ алды, шулай уҡ музыка-теория дисциплиналары кластарына интерактив ҡорамалдар алдыҡ, - тип билдәләй Дилә Хафизова.
2019 йылда музыка мәктәбе «Һарығош йыры» мюзиклын ҡуйыуға республика башлығы грантын ота.
- Мюзиклды ҡуйыу - беҙҙең мәктәп өсөн әһәмиәтле проект. Уның премьераһы Салауат драма театры сәхнәһендә, халыҡ музыка ҡоралдары оркестрының тере музыкаһы аҫтында үтте. Мюзикл өсөн махсус кейемдәр тегелде. Унда мәктәп тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты, - тип бүлешә учреждение етәксеһе.
Әйткәндәй, халыҡ музыка ҡоралдары оркестрын Иван Катаргин булдыра һәм оркестр төрлө кимәлдәге конкурстарҙа лауреат исеме ала, 2009 йылдан халыҡ оркестры. Әлеге ваҡытта уны Александр Семенов етәкләй.
Мәктәп йөрәге
Музыка мәктәбе тарихын һәм йолаларын һаҡлаусы булып музей тора. Бында мәктәп тормошондағы мөһим ваҡиғалар тураһында иҫтәлектәр, грамоталар, кубоктар, иҫтәлекле фотоальбомдар һаҡлана.
- Музей - мәктәптең йөрәге. Уҡыусылар бында йыш ҡына инеп, тарих тураһында белә. Беҙҙә урын бик әҙ булғанға күрә, бында виолончель дәрестәре лә үтә, - тип һөйләй музей мөдире Тәслимә Таһирова.
Төрлө йүнәлештәр буйынса
Музыка мәктәбендә биш бүлек эшләп килә: теоретик дисциплиналар, фортепиано, ҡыллы-һыҙыҡлы ҡоралдар, халыҡ ҡоралдары, тынлы һәм һуҡма ҡоралдар.
Тейешле белемде буласаҡ музыканттар теоретик белем бүлегендә ала.
- Мәҫәлән, икенсе класс уҡыусылары менән сольфеджио класы буйынса шөғөлләнәбеҙ, музыка тыңлайбыҙ, симфоник оркестр инструмменттарын өйрәнәбеҙ, ә киләһе йылда музыкаль әҙәбиәткә күсәбеҙ, унда совет, Рәсәй һәм сит ил композиторҙарының шедеврҙары менән танышабыҙ, - тип һөйләй үҙенең эше хаҡында музыка-теория дисциплиналарының юғары категориялы уҡытыусыһы, 2008 йылдан бүлек мөдире Фәриҙә Мөхәмәтйәнова.
Фортепиано бүлеге музыка мәктәбе асылғанда булдырыла, шуға күрә ул да 70 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Әлеге ваҡытта бында 100-ҙән ашыу бала шөғөлләнә. Белемде уларға 10 уҡытыусы бирә, бөтәһе лә тиерлек юғары категориялы белгестәр.
- Мин ошо мәктәптә шөғөлләндем, артабан музыка колледжы, Һарытау консерваторияһын тамамланым, һуңынан 22 йыл музыка колледжында эшләнем. Музыка мәктәбендә унынсы йыл һәм балалар менән эшләү бик оҡшай. Мәктәп, әлбиттә, үҙгәрҙе, яңы төҫ алды, яңы ҡоралдар менән йыһазландырылды, шулай ҙа айырым бер йылы һәм ижади мөхит, изге күңелле педагогтар һаҡланған, - тип бүлешә бүлек мөдире Елена Асташенкова.
Иң йәш бүлектәрҙең береһе - тынлы һәм һуҡма музыкаль ҡоралдар, уның мөдире - Данил Матвеев. Бында флейтала, саксофонда, ҡурайҙа һәм баҡыр музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтәләр.
- Миңә алты йәш булғанда атайым музыка мәктәбенә алып килде. Башта фортепианола уйнарға өйрәндем, шунан флейтала. Музыка училищеһын, сәнғәт институтын бөтөрҙөм һәм тыуған музыка мәктәбенә эшкә ҡайттым. Тынлы музыка ҡоралдары бүлеген 12 йыл етәкләйем. Әлеге ваҡытта миндә 22 бала шөғөлләнә, - тип һөйләй Даниил Матвеев.
Людмила Дудник та бала сағында музыка мәктәбендә белем ала.
- Үҙем ошонда уҡыным, ул ваҡытта скрипкала уйнарға өйрәндем. Музыка училищеһын һәм сәнғәт институтын тамамлағандан һуң 1985 йылда музыка мәктәбенә уҡытыусы булараҡ әйләнеп ҡайттым, - ти ул. - Миңә балалар менән эшләү оҡшай, сөнки уларҙың хис-тойғолары ихлас. Беҙҙең коллектив та бик татыу, бөтәһе лә бер-береһенә ярҙам итә, мәктәптә, ысынлап та йорттағы кеүек мөхит булдырылған.
Күп һанлы байрамдарҙа һәм тантаналарҙа ҡатнашыусы актив бүлек - халыҡ музыка ҡоралдары бүлеге. Кабинетта уҡытыусы Наталья Трюханова Мирослав Павловҡа баянда уйнарға өйрәткән ваҡыт. Тәрбиәләнеүсенең атаһы белдереүенсә, улын музыка мәктәбенә биреүенә бер ҙә үкенмәйҙәр, уҡытыусылары бик һәйбәт остаз.
Сағыу йондоҙҙар ҙа бар
Музыка мәктәбе данын тәү сиратта уны тамамлап, профессионал музыкант-башҡарыусылар булғандар күтәрә. Улар араһында - билдәле баянист Артур Адршини, пионистар Светлана Пурис, Наталья Злобина һәм башҡалар.
- Беҙҙең уҡыусылар бик үкп конкурстарҙа, фестивалдәрҙә сығыш яһай, юғары урындар ала. Быйыл ғына, мәҫәлән, сочиҙа, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургтағы конкурстарҙа лауреат булдылар, - тип бүлешә Дилә Хафизова.
Музыка мәктәбенең сағыу йондоҙсоҡтары Анастасия Бартенева «Культура» милли проекты сиктәрендә уҙыусы «Елкән» телевизион конкурсының икенсе дәрәжә лауреаты, Даниил Иванов Владимир Спиваковтың Башҡортостандығы фонды классик музыка фестиваленең «Балалар - балаларға» проекты ҡатнашыусыһы.
- Беҙ балалар менән шәхсән эшләйбеҙ. Һәр ҡайһыһын йылмайып ҡаршы алабыҙ. Беҙ комплекслы музыкаль белем бирәбеҙ, шуның өсөн уҡыусылар хорға ла, дөйөм инструмент, сольфеджиоға йөрөй, музыкаль әҙәбиәтте һәм теорияны өйрәнә, - тип билдәләй мәктәп директоры.
Әйткәндәй, юбилейы алдынан музыка мәктәбе «Бәйләнештә» социаль селтәрендә флешмоб иғлан иткән һәм балалар музыка мәктәбен тамалаусылар донъяның төрлө мөйөшенән ҡотлауҙар ебәргән.

Тантаналы ҡотлауҙар
Салауат музыка колледжында Балалар музыка мәктәбенең 70 йыллығына арнап тантана үтте. Был көндө балалар һәм сығарылыш уҡыусылары, ансамбдәр һәм оркестрҙарҙың ҡатнашыусылары ҡунаҡтарға сағыу музыкаль номерҙар бүләк итте, ә музыка мәктәбе педагогтары почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Байрамға ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов та килгәйне. Мәктәп коллективына мөрәжәғәт итеп, музыка мәктәбе ҡала һәм республика өсөн әһәмиәтле тантаналарҙың сағыу биҙәге булып тороуын билдәләп үтте.
- Мәктәп коллективын, уҡытыусыларҙы, ветерандарҙы һәм мәктәпте тамамлаусыларҙы оло һәм матур ваҡиға менән ҡотлайым. Ул үҙ ишектәрен 1952 йылда, эшселәр ҡасабаһы ҡала статусы алғанға тиклем, аса. Минең ҡарашҡа, был кеше өсөн матди ҡиммәттәр генә түгел, юғары гүзәллеккә лә ылығыу мөһим булыуын иҫбатлай, - тине ул. - Йыл һайын әлеге ваҡытта белем алыусы һәм сығарылыш уҡыусыларының лауреат, ҙур кимәлдәге фестивалдәрҙә һәм конкурстарҙа ҡатнашыуы шатландырмай ҡалмай. Улар профессионал музыканттар булыу-булмауына ҡарамай, иң мөһиме улар рухи яҡтан үҫешә. Быларҙың барыһы ла мәктәптәге яҡшы мөхит арҡаһында ирешелә.
- Салауат музыка мәктәбе - ул ысын таланттар, буласаҡ музыканттар әҙерләү урыны. Беҙҙең ҡала мәктәбе 70 йыл эсендә музыка сәнғәтенә тәрбиәләүҙә һәм уҡытыуҙа бик һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтә. Мәктәптең артабан да сәскә атыуын, ҡыҙыҡлы һәм заманса булыуын һәм мөмкин тиклем күберәк йәш салауаттарҙың музыка сәнғәтенә өйрәтә алыуын теләйем, - тине мәҙәниәт бүлеге начальнигы Сергей Филатов.
Тыуған мәктәбен ҡотларға уның сығарылыш уҡыусыһы, композитор, «Донъя кубогы» эйәһе, халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Артур Адршин да килгәйне. Ул тантана кисәһендә 2020 йылда үҙе яҙған арияны уйнап күрһәтте.
Балалар музыка мәктәбе директоры Дилә Хафизова мәктәп тормошонда һәм уның үҫешендә ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
- Ҡәҙерле дуҫтар, беҙ бөгөн матур байрамды - беҙҙең мәктәптең юбилейын билдәләйбеҙ. Йәш музыканттарҙы тәрбиәләүсе һәм уларҙан бик шәп профессионалдар үҫтереүсе уҡытыусыларға, концертмейстерҙарға, ветерандарға рәхмәтемде белдерәм. Ҡала хакимиәтенә рәхмәт, ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов ҡатнашлығы менән беҙ «Мәҙәниәт» милли проектына индек һәм 2024 йылда яңы концерт рояле аласаҡбыҙ. Беҙ хеҙмәттәшлек иткән бөтә мәҙәниәт, мәғариф учреждениеларына, ҡала предприятиеларына рәхмәт. Ҡотлап, барыһына ла уңыштар, оптимизм һәм барлыҡ хыялдарҙың тормошҡа ашыуын теләйем, - тип теләне Дилә Хафизова.
Байрам кисәһе барышында хөрмәтле педагогтар маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Гөлнара Асҡарова.
Алена Бизикина, Дилә Хафизова фотолары.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: