газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Декабрь 2022, 09:10

Үҙ һуҡмағымдан барамын

Быйыл Салауат башҡорт дәүләт драма театры үҙенең 90 йыллыҡ олпат юбилейын билдәләй. Шул айҡанлы гәзитебеҙҙә яңы, “Театр минең яҙмышымда” тип аталған рубрика асабыҙ. Унда театрға ҡағылышлы, мәҙәни усаҡтың уңған хеҙмәткәрҙәре тураһында мәҡәләләр донъя күрәсәк.

Үҙ һуҡмағымдан барамын
Үҙ һуҡмағымдан барамын

Быйыл Салауат башҡорт дәүләт драма театры үҙенең 90 йыллыҡ олпат юбилейын билдәләй. Шул айҡанлы гәзитебеҙҙә яңы, “Театр минең яҙмышымда” тип аталған рубрика асабыҙ. Унда театрға ҡағылышлы, мәҙәни усаҡтың уңған хеҙмәткәрҙәре тураһында мәҡәләләр донъя күрәсәк. Тик был рубрика аҫтында хәбәрселәрҙең генә мәҡәләләре баҫыла, тигәнде аңлатмай, һеҙ ҙә, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, беҙгә әүҙем ҡушыла алаһығыҙ. Һәр берегеҙҙең, моғайын, театр менән бәйле иҫтәлектәре, хәтирәләре барҙыр. Шулар тураһында яҙығыҙ, уртаҡлашығыҙ. Һеҙҙән хаттар көтөп ҡалабыҙ. Бөгөн рубрикабыҙҙа яңы исем менән  таныштырмаҡсыбыҙ.

Ғәҙәттә, спектаклдәрҙә уйнаған артистарҙы барыбыҙ ҙа белә, таный. Тик спектаклде сәхнәгә сығарыу, уның уңышлы үтеүе өсөн бөтә команданың тырышлығы кәрәк. Синхрон тәржемәсенең дә эше сәхнәлә күренмәй, әммә спектаклде рус теленә синхрон тәржемә менән ҡараусыларға тамашаның төп мәғәнәһен, идеяһын теүәл еткерә белеү тап уның иңдәренә һалынған яуаплылыҡ. Ошо вазифала эшләгән Айгөл Королева үҙен башҡа
өлкәлә бер нисек тә күҙ алдына килтерә алмай. Шулайҙыр ҙа, ни тиһәң дә, театр мөхитендә үҫкән бала бит ул. 
- Үҙем Салауат ҡалаһы ҡыҙымын. Атайым Хәлит Усманов Мәскәүҙә институт тамамлағандан һуң бында эшкә ҡайта һәм Салауат театрында  тәүге профессионал режиссер була, баш режиссер вазифаһын да башҡара, һуңынан актерлыҡҡа күсә. Атайым бик рухлы кеше, телем, халҡым тип янып йөрөгән шәхес булды. Мәскәүҙә уҡыуын тамамлап,  унда эшкә ҡалырға тәҡдим итһәләр ҙә, юҡ, тыуған яғыма телемде үҫтерергә ҡайтам,
тигән. Иҫемдә, атайым өйҙә бик күп репетициялар яһар, фатирыбыҙ сәхнәгә әйләнер ине, үҙе өҫтөндә ныҡлы, ентекле эшләне, гримды ла өйҙә һалып китер ине. Әсәйем Зөлфиә Сәфиева ғүмерен мәҙәниәткә бағышланы, - ти Айгөл Хәлит ҡыҙы.
Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған ҡыҙ эшен яңы бинала дауам иткән Салауат театрына осраҡлы ғына килеп эләгә. Синхрон тәржемә яңы булдырылып, унда тәржемәсе талап ителгән була.
- Директор Марс Яппаров, художество етәксе Вәзих Сәйфуллин ине. Тәүге мәлдәрҙәге ҡурҡыуҙарымды әйтеп аңлатырлыҡ түгел. Ҡулыма текст тотторҙолар,  тыңлап ҡаранылар, тауыш тембрың йомшаҡ, эшләй-эшләй тағы оҫтарырһың, тинеләр. Флорид Бүләковтың «Әбейҙәргә ни етмәй?» спектаклен ҡуялар ине. Эшем ошо тексты уҡыуҙан башланды,  - ти Айгөл эш башлаған йылдарын иҫкә алып.
11 йыл эшләгәндән һуң, Айгөл Хәлит ҡыҙына театрҙан айырылырға тура килә: тормошҡа сығып, Мәскәүгә күсеп китә ул. Алдында ни тиклем генә ҙур мөмкинлектәр асылмаһын, Айгөл күңеле менән тыуған яҡтарына
тартыла. Ун бер йыл сит тарафта йөрөгәндән һуң, кире Салауатына әйләнеп ҡайтып, тағы үҙенең яратҡан эшен дауам итергә мөмкинлек тыуа. Һәм шул ваҡыттан алып ул үҙ урынында.
- Һәр эштең үҙ ауырлығы, ҡатмарлығы булған кеүек, синхрон тәржемәнең дә нескәлектәре бар. Тәржемәне актерҙарҙың һөйләүе менән теүәл тура килтерергә тырышам. Башҡорт телен аңламаған тамашасы ла
ваҡытында көлөргә, уйға батырға тейеш. Артистар һөйләп бөткәс тәржемә итә башлаһам, спектаклдең бәҫе китә. Уларҙа пауза икән, мин дә туҡтарға тейешмен. Комедиялар ваҡытында ҡыйыныраҡ, әлбиттә, сөнки артистарҙың бөтә хис-тойғоларын һалып уйнағыһы килә. Шул ваҡытта юғалып ҡалмаҫҡа, спектаклде тамашасыға мәғәнәһен боҙмайынса еткерергә кәрәк. Иң һуңғы мәлдә төҙәтеүҙәр индерелеүе мөмкин. Йә текст өҫтәргә, йә булмаһа алып ташларға, тиҙәр. Ғөмүмән, актерҙар командаһы менән бергәмен. Гастролдәргә сыҡҡанда үҙебеҙҙең ҡорамалдар менән йөрөйбөҙ, ни өсөн тигәндә, йыһазландырылмаған сәхнәләр бар. Ҡапыл килеп тыуған хәлдәр ҙә булды эшләү осоронда. Иҫемдә, беҙҙә фестиваль үтә ине. Бер театр уларҙың тәржемәсеһе юҡлығын әйтте һәм был урынға мине ултыртыуҙарын һораны. Ҡулға таныш булмаған, бер ҙә күрмәгән тексты алып уҡырға тура килде, - ти синхрон тәржемәсе Айгөл Королева.
Эшем менән бәхетлемен, ти ул, шулай булмаһа, кире әйләнеп ҡайтмаҫ та ине.
- Театрҙан башҡа үҙемде башҡа бер өлкәлә күҙ алдына килтерә алмайым. Театрға һөйөү уятҡаны өсөн, тәү сиратта, атайыма рәхмәтлемен. Һәр яҡлап ярҙам иткән, кәңәштәрен биргән коллегаларым булыуы менән бәхетлемен. Коллектив йәш, талантлы артистар менән тулыланды, уларҙың потенциалы ҙур. Театрым артабан да йәшәһен. Сөнки ул - башҡорт телен, мәҙәниәтен һаҡлау, үҫтереү урыны. Рус милләтле кешеләр спектаклдәргә килеп башҡорт музыкаһын тыңлай, күңелдәре менән башҡорт мәҙәниәтен тоя. Уларға ошоларҙы еткереүем менән башҡорт телен һаҡлауға үҙ өлөшөмдө индерәмдер, тип уйлайым. Юбилейлы йылда туған коллективыма уңыштар
теләйем. 90 йыл кеше ғүмере өсөн күп булһа ла, театр өсөн был, киреһенсә, тап сәскә атыу, тәжрибә туплау, үҫешеү мәле ул.
Айгөл Королева атаһының Ғәлимов Сәләмдең “Шоңҡар” поэмаһын яратып, хистәргә бирелеп һөйләүен айырыуса тулҡынланыу менән иҫкә ала һәм шул поэмалағы дүрт юл ҡыҙҙың хәтеренә айырыуса уйылып ҡалған:
Шоңҡар булып остоҡ
Урмандағы
Бөтә һуҡмаҡ, бөтә аранан.
Әйтсе, бурыл,
Ә һуң йәшәр өсөн
Ҡайһы һуҡмаҡ менән
баралар?..
- Тап ошо поэмалағы кеүек, мине лә ваҡытында ҡайһы һуҡмаҡ менән барырға тигән һорау борсоно. Үҙ һуҡмағымды тапҡанмын, тип әйтә алам, - тип һүҙен йомғаҡланы ул.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: