Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Ноябрь 2022, 09:29

Театр менән ул бер ҡандан, бер йәндән

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гөлшат Зыязетдинова 75 йәшлек үҙенең күркәм юбилейын билдәләне. Шул уңайҙан Салауат башҡорт дәүләт драма театрында легендар актрисаның ижад кисәһе уҙғарылды. Театр коллективы матур байрам әҙерләгәйне.

Театр менән ул бер ҡандан, бер йәндән
Театр менән ул бер ҡандан, бер йәндән

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гөлшат Зыязетдинова 75 йәшлек үҙенең күркәм юбилейын билдәләне. Шул уңайҙан Салауат башҡорт дәүләт драма театрында легендар актрисаның ижад кисәһе уҙғарылды. Театр коллективы матур байрам әҙерләгәйне.

Залда сәхнә әһеленең ижадына ғашиҡ тамашасылар, коллегалары йыйылғайны, ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре бар ине. Уларҙың барыһы ла сығыш яһап, Гөлшат Ибраһим ҡыҙына изге теләктәрен юлланы, күп йылы һүҙҙәр әйттеләр, хәтирәләргә бирелделәр. Йыраҡ араларҙы яҡынайтып, хатта Сибай тарафтарынан, Стәрлетамаҡ  ҡалаһынан бергә уҡыған курсташтары ла килеп еткәйне. Сара дауамында Гөлшат Зыязетдинованың тормош юлы, хеҙмәт эшмәкәрлеге тураһында һөйләнеләр,  экрандан ул уйнаған спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтелде. 50 йылдан ашыу эшләгән театрында150-нән ашыу роль  башҡарған, киң диапазонлы, сағыу характерлы, төрлө планда, төрлө жанрҙа ижад итеүсе  актрисаға хөрмәт белдереп, уның тураһында һөйләнгән һәр сығышты тамашасы көслө алҡыштарға күмде. Театрҙың талантлы артистары ихтирамға лайыҡ коллегаларына матур йырҙарын йәлләмәне. Актерҙар йорто директоры, театр эшмәкәрҙәре берләшмәһе рәйесенең финанс-хужалыҡ мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ринат Ишмуллин
Гөлшат Ибраһим ҡыҙын ҡотлап, уға Башҡортостан Республикаһында театр сәнғәтенә ҙур өлөш индергәне өсөн маҡтау грамотаһын тапшырҙы.
- Хөрмәтле Гөлшат Ибраһим ҡыҙы! Театр эшмәкәрҙәре берләшмәһе исеменән күркәм юбилейығыҙ менән ҡотларға рөхсәт итегеҙ. Һеҙ бөтә булмышығыҙ менән Салауат театрына тоғро ҡалып, тамашасыларҙың һөйөүен
яулауға ирешкән актриса. Бынан алдағы юбилейығыҙҙа һеҙ Станиславский исемендәге алтын миҙалға лайыҡ булғайнығыҙ. Был да тырыш хеҙмәтегеҙҙең емеше булып  тора, - тине Ринат Исҡужа улы ҡотлау телмәрендә.
Сәхнәгә Өфө сәнғәт институтының 1972 йылғы сығарылыш уҡыусылары ла  күтәрелде. Курсташтары, Сибай башҡорт дәүләт драма театры артистары  Зифа Баязитованың, Вәкил Йосоповтың, Риф Сәйфуллиндың, Стәрлетамаҡ концерт-театр берләшмәһе артистары Рафиға һәм Рауил Ғалиндарҙың бергә уҡыған ваҡыттағы иҫтәлектәрен тамашасы йылы ҡабул итте.
Ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге белгесе Алина Сәлихова, театр директоры Айбулат Ҡотошов һәм баш режиссер Лиана Ниғмәтуллина, ҡала  ветерандар советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина, “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Рәшиҙә Буранғолова Гөлшат Ибраһим ҡыҙына ҡотлауҙарын юлланы һәм бүләктәрен  тапшырҙы. Рәшиҙә Рәхмәт ҡыҙы үҙҙәренең ойошмаһы, ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азат Юлтимеров һәм 
“Аҡбуҙат” ойошмаһы рәйесе Ишбулат Иҫәнбаев исеменән Гөлшат апайҙың яурынына йомшаҡ, йылы шәл япты. 
Кисә сағыу үтте. Ул көндө изге теләктәр менән бер рәттән ҡабул иткән матур,  сағыу гөлләмәләр араһында Гөлшат Зыязетдинова үҙе лә гөл кеүек ине. 

Федор Толкачев фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: