Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Ноябрь 2022, 11:15

«Әсәйем - тормош биҙәге»

25-се башҡорт гимназияһында Әсә көнөнә арнап уҙғарылған байрам шулай тип аталды. Уны ҡаланың ата-әсәләр комиссияһы һәм «Аҡбуҙат» йәмәғәт ойошмаһы берлектә уҙғарҙы.

«Әсәйем - тормош биҙәге»
«Әсәйем - тормош биҙәге»

25-се башҡорт гимназияһында Әсә көнөнә арнап уҙғарылған байрам шулай тип аталды. Уны ҡаланың ата-әсәләр комиссияһы һәм «Аҡбуҙат» йәмәғәт ойошмаһы берлектә уҙғарҙы.
Сара конкурс формаһында уҙғарылды. Әсәйҙәр үҙҙәренең ул һәм ҡыҙҙары менән һәләттәрен, оҫталыҡтарын күрһәтте. Бәйгелә Салауат ҡалаһынан Молҡамановтар, Дәминевтар, Абдуллиндар ғаиләһе һәм Мәлүәез районының Юлдаш ауылынан Ишһариндар һәм Игебаевтар ҡатнашты. Һәр ғаилә ихтирамға, маҡтауға лайыҡ. Уларҙың ныҡлы әҙерлеге асыҡ күренде. Кисәгә махсус ҡунаҡ - талантлы йырсы Алтынай Вәлитовтың саҡырылыуы байрамдың бәҫен тағы ла нығыраҡ күтәрҙе. 25-се башҡорт гимназияһының талантлы уҡыусыларының, «Ағинәйҙәр» йәмәғәт ойошмаһының сығыштары сараны йәмләне. Жюри ағзалары һәр сығышты иғтибар менән тыңланы, лайыҡлы баһаланы. Һәр ғаилә төрлө номинацияла билдәләнде. Гран-приға лайыҡ ғаилә тип Ишһариндар ғаиләһе танылды.
Сара тураһында тулыраҡ гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡығыҙ.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: