газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Ноябрь 2022, 10:04

Ҡайт, ҡотом, ҡайт, ҡотом!

Быйыл илдә иғлан ителгән Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы сиктәрендә ҡалала күп кенә әһәмиәтле саралар уҙғарыла.

Ҡайт, ҡотом, ҡайт, ҡотом!
Ҡайт, ҡотом, ҡайт, ҡотом!

Быйыл илдә иғлан ителгән Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы сиктәрендә ҡалала күп кенә әһәмиәтле саралар уҙғарыла.

Ҡалабыҙҙың белем усағы, мәҙәниәт үҙәге, мәғлүмәт сығанағы булып торған «Мираҫ - мәҙәни йолаларҙы йыйыусы, һаҡлаусы һәм таратыусы» моделле 4-се тыуған яҡты өйрәнеү китапхана-филиалы ла был йәһәттән ҙур эш алып бара. Яңыраҡ унда “Үткәндәр менән бөгөнгө көн араһындағы сәйәхәт” тип аталған байрам уҙҙы. Сараға Салауат медицина колледжының 1-се курс студенттары саҡырылғайны.
- Башҡорт халыҡ ижады - быуаттар буйы һаҡланып, быуындан-быуынға күсеп килеүсе аҫыл ҡомартҡы, ҡиммәтле хазина, изге аманат, ҡәҙерле  мираҫ ул. Ата-бабаларыбыҙҙың аҡылы, ағиинәйҙәрҙең фәһемле кәңәштәре,
арҙаҡлы шәхестәрҙең изге уйҙары, ынтылыштары һәр саҡ маяҡ булып яҡтырта, киләсәккә әйҙәй. Уларҙы беҙ йәш быуынға ла еткерергә тейеш, - ти китапхана мөдире Гөлнара Хәйбуллина.
Сараны алып барыусылар студенттарға һаҡлаусы бетеү, түшелдеректәр тураһында һөйләп үтте. Китапханала эшләп килгән «Көмөш тәңкә» әҙәби-фольклор түңәрәге ағзалары халыҡ йолаларын күрһәтте, тормоштан алынған хәлдәрҙе бәйән итте. Әйтәйек, Мәйсәрә Хәйрованың 13 йәшендә әсәһе бәпесләгәндә уның кендек бауын киҫергә тура килеүен егет-ҡыҙҙар айырыуса ҡыҙыҡһынып тыңланы. Улар Мәйсәрә апайҙың ҡапыл
килеп тыуған хәлдә юғалып ҡалмауына, ҡыйыулығына һоҡланыуын йәшермәне. Алмира Носратуллина иһә ҡот ҡойоу йолаһын, мейе һелкенеүен нисек дөрөҫ билдәләргә икәнлекте күрһәтте. Буласаҡ медицина  хеҙмәткәрҙәре йолаларҙы башҡарғанда әүҙем ҡатнашты.
Сараның файҙалы һәм фәһемле булыуын студенттарҙың фекере раҫлай.
Ильвина Килсекова:
- Бөгөн күп файҙалы мәғлүмәткә эйә булдым. Ҡайһы бер йолаларҙы китаптарҙан уҡып белә инем, ә бөгөн улар менән яҡынданыраҡ танышыу форсаты тейҙе.
Линара Шәмсетдинова:
- Бөгөнгө сара күңелгә шул тиклем яҡын. Сөнки быларҙы олатайым һәм өләсәйем аша беләм. Боронғолар тәбиғәт көсөнә бик ышанған. Башҡорттарҙа йолалар уларҙың тарихи тамырҙарына, ышаныуҙарына, белеменә һәм үҙҙәрен уратып алған донъяны аңлы ҡабул итеүҙәренә бәйле.
Физәлиә Ғөбәйҙуллина:
- Был йолалар менән танышмын. Инәйҙәрҙең тормоштан алынған хәлдәр тураһында һөйләүе, йолаларҙы оҫта башҡарып күрһәтеүҙәре айырыуса ҡыҙыҡлы булды. Беҙ, йәш быуын, боронғонан ҡалған йолалар тураһында
мотлаҡ белергә тейеш.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: