газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Ноябрь 2022, 09:50

Театр - ул мәңге һүнмәҫ ҡояш

Ҡаланың тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Салауат башҡорт дәүләт драма театрының 90 йыллығына арналған «Театр - ул мәңге һүнмәҫ ҡояш» тип исемләнгән күргәҙмә (6+) асылды. Сараға театр ветерандары,артистары, 25-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары,ҡунаҡтар саҡырылғайны.

Театр - ул мәңге һүнмәҫ ҡояш
Театр - ул мәңге һүнмәҫ ҡояш

Ҡаланың тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Салауат башҡорт дәүләт драма театрының 90 йыллығына арналған «Театр - ул мәңге һүнмәҫ ҡояш» тип исемләнгән күргәҙмә (6+) асылды. Сараға театр ветерандары,
артистары, 25-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары,ҡунаҡтар саҡырылғайны.

Музейға килеп кереү менән үҙеңде бер мәлгә тылсымлы театр донъяһына эләккәндәй хис итәһең: килеүселәрҙе фойела уҡ сағыу костюмдар ҡаршы ала, арыраҡ төрлө спектаклдәрҙең декорациялары, бутафориялары,
костюмдары ҡуйылған, фотоһүрәттәр, афишалар эленгән, хатта грим һалыу өҫтәле, архив документтар ҙа бар. Һул яҡта ҡасандыр Салауат театрында эшләгән рәссам Михаил  Шнейдермандың спектаклдәргә эскиздарының фотоһүрәттәре урын алған. Күргәҙмәне асып, Динә Бәширова тарихҡа байҡау яһаны, театрҙың барлыҡҡа килеүе, үҫеше, төрлө йылдарҙа эшләгән етәкселәр, репертуарҙар тураһында һөйләне, бер
үк ваҡытта экрандан театр архивынан фотоһүрәттәр ҙә күрһәтелде.

- Был күргәҙмә театрыбыҙҙың 90 йыллығына арнап асылды. Театр - ул милли мәҙәниәтебеҙҙе байытыу, телебеҙҙе үҫтереү һәм рухыбыҙҙы нығытыу урыны. Салауат театры үҙенең сағыу биографияһы менән халыҡ һөйөүен яуланы һәм республикабыҙҙың йөҙөк ҡашына әйләнде. Күргәҙмә 15 декабргә тиклем эшләй. Теләктәре булғандарҙың барыһы ла уны музейға килеп күреп,  театр тарихына күҙ һала ала, - ти театрҙың әҙәби-драматургия бүлеге етәксеһе Динә Бәширова.

1956 йылда Ауырғазы колхоз-совхоз театры Салауат ҡалаһына күсә һәм Ҡала театры статусы ала. Ул ваҡытта театрҙың директоры Ибраһим
Әхмәров була. Салауат ҡалаһына нисек күсенеп килеүҙәре хаҡында экрандан уның ҡыҙы, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гөлшат Зыязетдинованың һөйләгәндәрен тамашасылар йылы ҡабул итте. Шулай уҡ «Алтын битлек» премияһының лонг битенә кергән «Глумов» (өҙөктә Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Нәүфилә Яҡупова һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Мирас Йомағужин уйнаны), яңыраҡ Грозный ҡалаһында үткән «Федерация» фестивалендә уңышлы сығыш яһаған «Һырғалаҡ» (йәш артистар Әмир Үтәбаев һәм Нәфисә Мәжитова), биш фестивалдә ҡатнашҡан «Бер, ике, өс» (Башҡортостандың халыҡ артисткаһы
Гөлсәсәк Шәрипова) спектаклдәренән өҙөктәр күрһәтелде. Нәүфилә Яҡупова менән Мирас Йомағужин төркөмдәре менән нисек Салауат театрына эшкә килеүҙәре, күптәренең уңышлы хеҙмәт итеүҙәре тураһында һөйләне. Театр ветерандарына ла һүҙ бирелде.
- Салауат театрында үткән йылдарымды айырыуса йылылыҡ менән иҫкә алам, ошонда эшләү бәхете биргәнгә яҙмышыма рәхмәтлемен. Бында мин 1973 йылдың майында, театр үҙенең 40 йыллыҡ юбилейын билдәләгән осорҙа килдем. Бөгөнгөләй хәтеремдә, Өфөгә бер аҙналыҡ гастролдәргә юлландыҡ һәм ете көнлөк сәфәребеҙ 14 көнгә һуҙылды ла ҡуйҙы. Сәбәбе - тамашасыларҙың күп булыуында. Ҡазанда ла шул уҡ хәл. Унда хатта бер айға ҡалырға тура килде. Билеттар етмәй, кеше күп. Иҫемдә, ул ваҡытта билеттың хаҡы 1 һум 2 тин ине. Ошонан һуң етәкселек беҙҙе бер айлыҡ эш хаҡы күләмендә премия менән бүләкләне. Нисек  шатланыуыбыҙҙҙы күрһәгеҙ! Театрҙың гөрләгән, шәп саҡтары ине. Яратҡан эшемә 50 йыл ғүмеремде бағышланым: кәрәк булһа костюмер, грим һалыусы, 1993 йылдан алып 27 йыл актриса булдым. Хәҙер хаҡлы ялдамын. Бөгөнгө күргәҙмә бик йөкмәткеле, бай эстәлекле. Өлкәндәр ҙә, балалар ҙа уны ҡарап, театр тарихы менән яҡындан таныша ала. Киләсәктә яратҡан коллективыма ҡыҙыҡлы репертуарҙар, уңыштар, ҡаҙаныштар теләйем, - тине Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөһрә Әминева.
Театрҙың баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллина сығыш яһап, юбилейлы йылдың уңышлы үтеүенә ышаныс белдерҙе.
- Театр - ул мөғжизәләр иле, икенсе донъя. Унда илап та, көлөп тә алаһың. Сәхнәлә уйнаусы актерҙар бөтә нәмәне үҙенең күңеле аша үткәрә, уны тамашасыға еткерергә тырыша. Бер спектаклде сәхнәгә сығарыр өсөн бик күп көс, ваҡыт талап ителә, бөтә коллективтың тырышлығы һалына. Ошоно барыһы ла аңлаһын ине. Юбилейлы миҙгел асыҡ, уның уңышлы үтеренә ышанабыҙ. Бөгөн айырыуса рәхмәтебеҙҙе ветерандарыбыҙға еткерәбеҙ, уларға һәр саҡ шатбыҙ, - тине Лиана Кәбир ҡыҙы.
Уҡыусылар ҙа һәр сығышты иғтибар менән тыңланы, декорацияларҙы һәм бутафорияларҙы ҡыҙыҡһынып ҡараны. - Күргәҙмә бик үҙенсәлекле. Бында, әйтерһең, ысын театр. Артистар оҫта сығыш яһаны, костюмдары ла үҙенсәлекле. Айырыуса картиналар ылыҡтырҙы. Уларҙың һәр ҡайһыһы тәрән мәғәнәгә эйә. Музей ҙа үҙенең ҡыҙыҡлы экспонаттары менән үҙенә тартып тора. Мәҙәни усаҡтарға мөмкин булғанса йышыраҡ йөрөргә
кәрәк икән, - тиҙәр 25-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары Маргарита Мөхәмәтйәнова, Илүзә Асҡарова, Данил Сабитов һәм Камила Исхаҡова. 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: