газета "Салауат"
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Ноябрь 2022, 10:11

“Сәнғәт төнө” балҡыны

Салауат картиналар галереяһында “Сәнғәт төнө - 2022” Бөтә Рәсәй мәҙәни акцияһы уҙҙы. Быйыл ул Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына һәм “Беҙ берҙәм” темаһына арналды.

“Сәнғәт төнө” балҡыны
“Сәнғәт төнө” балҡыны

Салауат картиналар галереяһында “Сәнғәт төнө - 2022” Бөтә Рәсәй мәҙәни акцияһы уҙҙы. Быйыл ул Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына һәм “Беҙ берҙәм” темаһына арналды.

“Мимикрия” театр студияһының йәш актерҙары ингән ерҙә үк байрам мөхите булдырғайны. Оҫталар һәмһөнәрселәр әҙерләгән “Халыҡ һөнәрҙәре хороводы” биҙәү-ҡулланма ижад күргәҙмәһендә бәйләнгән һәм туҡыма
интерьер ҡурсаҡтарҙы, сәйләндән һәм күндән, Swarovski кристалдарынан биҙәүестәрҙе, ағасҡа төшөрөлгән һүрәттәрҙе күрергә була ине.

Сараға килгән ҡунаҡтар оҫталар менән күҙгә-күҙ осрашып ижадтың төрлө йүнәлештәре һәм төрҙәре тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә булды. «ARTLAND» өлкәндәр һәм балалар ижады үҫеше үҙәге ҡунаҡтар өсөн Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеген сағылдырған модулле картина әҙерләгәйне. Һәр теләгән кеше был арт-объектты булдырыуҙа ҡатнашып, “Рәсәйҙең көсө - халыҡтар берҙәмлегендә” картинаһын төҙөүгә үҙ өлөшөн индерә алды. Башкортостандың атҡаҙанған рәссамы, Рәсәй рәссамдары союзы ағзаһы Виктор Домашниковтың күргәҙмәһе акцияла ҡатнашыусыларҙың береһен дә битараф ҡалдырманы.  Тамашасыларҙың һоҡланғыс картиналарҙы күреү генә түгел, ә авторҙың үҙе менән аралашыу мөмкинлеге лә булды. Виктор Домашниковтың ижадына ғашиҡ йәш рәссам һәм сәнғәт  белгесе Лилиә Яковлева тамашасылар иғтибарына “Тормош гравюраһы” ижади видеотаҫмаһын тәҡдим итте. Ә Тамара Казанцеваның Егор Карпов башҡарыуындағы “Был тормошта бөтә нәмә эҙ ҡалдыра” тигән шиғыры  “Сәнғәт төнө”н тағы ла күркәмерәк итте.

Ҡунаҡтар өсөн мауыҡтырғыс саралар, күргәҙмәләр буйлап экскурсия, балалар, өлкәндәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды. Рәссам Ирина Гулина “Орнамент - халыҡ күңеле” оҫталыҡ дәресен үткәрҙе. Сәнғәт һөйөүселәр  унда Рәсәй халыҡтары орнаменттарының төрлөлөгө менән  танышты, уларҙың нимә аңлатыуын белде, шулай уҡ график техникала биҙәк булдырҙы, һөҙөмтәлә, ул берҙәм композицияға берләштерелде.

Тағы бер оҫталыҡ дәресе - каллиграфия менән танышыу. Яҙыуҙың барлыҡҡа килеү тарихын ҡыҙыҡһыныу менән тыңланылар. Ә һуңынан ҡәләм, буяу, каллиграфик маркерҙар, шул иҫәптә ҡаҙ ҡауырһыны менән яҙып та ҡаранылар. 

Туҡыусылыҡ – меңәрләгән йылдар буйына йәшәгән сәнғәт төрө һәм ул фәҡәт ҡатын-ҡыҙҙар ғына башҡара торған шөғөлдәрҙең береһе. Беҙҙең ҡалала был боронғо шөғөлдө һөнәрсе Гөлнара Янышева тергеҙә. Ул туҡыма киҫәктәренән “Башҡортостан картаһы” панноһын булдырыу буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Сара дауамында тере музыка яңғыраны, матур концерт номерҙары башҡарылды.

Был кистә Салауат картиналар галереяһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренә килеүселәрҙе таң ҡалдырыр өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләне. 

Игорь Беркут фотолары.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: