газета "Салауат"
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Ноябрь 2022, 15:00

Салауат башҡорт дәүләт драма театрының ноябрь айына репертуары

5 ноябрь, 13.00 - “Юл әкиәте”, балалар өсөн әкиәт (0+)

Салауат башҡорт дәүләт драма театрының ноябрь айына репертуары
Салауат башҡорт дәүләт драма театрының ноябрь айына репертуары

5 ноябрь, 13.00 - “Юл әкиәте”, балалар өсөн әкиәт (0+)


7, 18 ноябрь, 19.00 - “Ынйыҡай менән Юлдыҡай”, шиғри драма (12+)


8 ноябрь, 19.00 - “Бик ябай тарих”, Стәрлетамаҡ драма театрының мелодраматик комедияһы (16+)


12 ноябрь, 13.00 - “Море. Остров. Клад”, әкиәт (0+) Әкиәт геройҙарытылсымлы утрауҙа йәшерелгән хазинаны эҙләү менән мәшғүл. Уларҙы күп кенә ҡаршылыҡтар һәм һынауҙар көтә.


14 ноябрь, 13.00, 15.00, 19.00 - “Һәйбәт ҡыҙыҡай Лида”, йәштәр трагикомедияһы (12+) Лиданы класташтары ҡыйырһыта, йәберләй. Атайһыҙ ҡалған ҡыҙ әсәһе менән өләсәһенә ярҙам итеү өсөн аҙыҡ ташыу хеҙмәтенә
эшкә урынлаша. Сираттағы заказын алып килгәндә элекке класташтары менән күҙгә-күҙ осраша.


15 ноябрь, 19.00 - “Абау, димсе килә”, музыкаль комедия (16+) Димсе Әминә тол ҡалған Риф исемле бай иргә кейәү эҙләй. Мауыҡтырғыс сараларға йорт хужаһының ҡыҙҙары, кейәүҙәре һәм ауыл халҡы йәлеп ителгән.


16 , 17 ноябрь, 10.00 - “Борон-борон заманда”, музыкаль әкиәт (0+) Был әкиәттә актерҙар тамашасылар менән бергә мәңгелек проблема - кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте тураһында уйлана.

 19 ноябрь, 13.00 - “Дюймовочка”, балалар өсөн әкиәт (0+) Дюймовочка күп кенә көтөлмәгән мажараларға  юлыға, әммә яҙмышы уны изге күңелле булғаны өсөн мотлаҡ бүләкләйәсәк.


21 ноябрь, 10.00, 13.00 - “Тыуған ил нимәнән башлана?”, әҙәби-музыкаль лекторий (6+) Кисә Тыуған илгә һөйөү, патриотизм тойғоһо менән һуғарылған.


23 ноябрь, 19.00 - Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гөлшат Зыязетдинованың юбилей кисәһе (16+)


25 ноябрь, 13.00, 19.00 - “Йөрәк майым”, мелодрама (16+) Спектакль әсә менән бала араһындағы мөнәсәбәт тураһында.


26 ноябрь, 13.00 - “Алладиндың тылсымлы лампаһы”, әкиәт (0+) Мөғжизәгә ышанған балалар һәм өлкәндәр өсөн серле тамаша. Спектакль рус телендә.


30 ноябрь, 19.00 - “Алға, Баламишкин!”, музыкаль комедия (12+) Аҡса эшләү маҡсатында ябай ауыл егеттәре үҙҙәрен йондоҙҙар тип таныта. Уларҙың хәйләһе барып сығырмы?

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: