газета "Салауат"
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Ноябрь 2022, 13:38

Ике ғашиҡ йәрҙең яҙмышы бер хикәйәт итеп яҙылған

Салауат башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә “Ынйыҡай менән Юлдыҡай” шиғри драма күрһәтелде. Ул шағир, тел белгесе, ғалим һәм фольклорсы, башҡорт милли хәрәкәтенең күренекле эшмәкәре Хәбибулла Ғәбитовтың әҫәре буйынса ҡуйылды. Спектакль “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды.

Ике ғашиҡ йәрҙең яҙмышы бер хикәйәт итеп яҙылған
Ике ғашиҡ йәрҙең яҙмышы бер хикәйәт итеп яҙылған

Салауат башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә “Ынйыҡай менән Юлдыҡай” шиғри драма күрһәтелде. Ул шағир, тел белгесе, ғалим һәм фольклорсы, башҡорт милли хәрәкәтенең күренекле эшмәкәре Хәбибулла Ғәбитовтың әҫәре буйынса ҡуйылды. Спектакль “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды.

Ҡуйыусы-режиссеры - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, республиканың Ш. Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Рөстәм Хәкимов, инсценировка авторы - филология
фәндәре кандидаты, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлсәсәк Саламатова, ҡуйыусы рәссам
- Рөстәм Баймөхәмәтов, костюмдар буйынса рәссам - Сәлимә Усманова, композитор - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлай Үҙәнбаев, хореограф - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисткаһы Сулпан Асҡарова, яҡтыртыу буйынса рәссам - Айҙар Йосопов.
Пьесала революцияға тиклемге Рәсәйҙәге хәл-ваҡиғалар һүрәтләнә. Әҫәрҙә һүҙ ике ғашиҡ йәр тураһында бара. Юлдыҡай - ябай ғаиләнән, 12 йәшенә тиклемялсылыҡта йөрөгән, аҙаҡ һунарсылыҡ менән шөғөлләнә 
башлаған, ә Ынйыҡай - бай ҡыҙы. Уның атаһы Ҡарамырҙа егет менән ҡыҙҙың мөнәсәбәтенә ҡаршы, уларҙы нисек тә айырырға маташа. Әммә мөхәббәт көсө, ике йәр араһындағы һөйөү ялҡыны бөтә кәртәләрҙе үтергә,
ауырлыҡтарға ҡаршы торорға мөмкинлек бирә. XX быуаттың 20-30-сы йылдарында был пьеса буйынса спектакль Башҡорт драма театрында бик популяр булған. 1927 йылда ул гастролдәр ваҡытында  Мәскәүҙә күрһәтелә һәмтамашасыларҙың күңелен яулай. Әммә 1935 йылда, Хәбибулла Ғәбитов ҡулға алынғандан һуң, спектакль репертуарҙан төшөрөп ҡалдырыла.
- Ваҡытында башҡорт милли хәрәкәтенең үҙәгендә торған, башҡорт автономиялы республикаһы өсөн көрәшеп йөрөгән, үҙ заманының билдәле шағиры, фольклорсыһы, уҙған быуаттың киң билдәле шәхестәренең
береһе Хәбибулла Ғәбитовтың исем бөгөнгө көндә артыҡ яңғырамай. Китабының тексы ғәрәп графикаһы нигеҙендә донъя күргән, уның Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала һаҡланған бер генә бөртөк данаһы ҡулыма килеп эләкте. 2018 йылда пьесаны ғәрәп алфавитынан хәҙерге алфавитҡа күсерҙем, ике ғашиҡ йәрҙең мөхәббәттә шиғри телдә аңлашыу мәлдәре бик матур итеп яҙылыуына шаһит булдым һәм был пьесаға яңы һулыш биреү теләге тыуҙы. Салауат театры бөгөн ошо әҫәрҙе сәхнәгә сығарып, уның рухын яңыртты, изге эш башҡарҙы. Минең алда авторҙың үҙенсәлекле яҙыу стилен һаҡлап ҡалып, әҫәрҙең
йөкмәткеһенә заманса төҫ биреү бурысы ҡуйылғайны. Төҙәтеүҙәр индерелде, сюжеты буйынса ла бер аҙ үҙгәртергә тура килде. Әйтәйек, әҫәрҙең аҙағы фажиғәле, ҡыҙғаныслы ине. Ә беҙ киреһенсә эшләнек - мөхәббәтте төп тема итеп алып, уның бөтә ҡаршылыҡтарҙы еңә торған көс икәнен иҫбатланыҡ һәм аҙағын ике йәрҙең ҡауышыуы менән тамамланыҡ. Салауат театры менән икенсегә эшләйем. Уның эшмәкәрлеге
менән ҡыҙыҡһынып барам, институтҡа килеп тәүге йылдарҙа уҡыта башлаған студенттарымдың ҡолас йәйеп эшләүенә, ғаилә бәхетенә, уңыштарына һәм ҡаҙаныштарына ҡыуанам. Салауат театры - бөгөнгө көндә республикалағы уңышлы эшләүсе, төрлө осорҙарҙа ла репертуарын һайлай белгән традициялы театр, тип ышаныслы әйтә алам. Артабан да Салауат театры менән эшләү мөмкинлеге тыуһа, ҡуш ҡуллап риза буласаҡмын, - ти инсценировка авторы Гөлсәсәк Саламатова.
Спектаклдә милли колорит сағыу бирелгән: башҡорт халҡының йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, тормош-көнкүреше асыҡ күрһәтелә. Милли кейем, декорация һәм хореография ла пьесаның темаһына яраҡлаштырып эшләнелгән. Режиссер Рөстәм Хәкимов та Салауат театры менән эшләү бәхете тейгәнгә шат.
- Салауат артистары менән беренсегә эшләүем. Пьесаға әҙерлек, күп булһа, 1,5 ай тәшкил иткәндер. Уның араһында минең үҙ театрымда  эшем, салауаттарҙың гастролдәре булды. Дөрөҫ, һуңғы аҙнала әҙерлек бик
тығыҙ барҙы. Бер нигә ҡарамаҫтан, эшебеҙ ыңғай булды, ҡатмарлыҡтар тыуманы. Сөнки был театрҙа көслө актерҙар эшләй. Иң мөһиме, бер-беребеҙҙе тыңлап, ниндәй маҡсатҡа ынтылыуыбыҙҙы аңлап эшләнек. Артистарҙы беләм, ҡайһыларылыр минең уҡыусыларым, ҡайһы берҙәре менән бергә эшләнек. Спектакль театр репертуарын оҙаҡ йылдар биҙәп торор, башҡа сәхнәләрҙә лә күрһәтелер, тулы залдар йыйыр, тип ышанам. Артабан да хеҙмәттәшлек итеүгә ҡаршы булмаҫ инем, - тине Рөстәм Милләт улы.
Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Азат Юлтимеров пьесаны сәхнәләштереүҙә әүҙем ҡатнашҡандарға «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов исеменән рәхмәт хаттары тапшырҙы.
- Театр коллективына юбилейлы миҙгелдә яңы премьералар, яңы проекттар, уңышлы гастролдәр, залдың һәр ваҡыт тамашасылар менән тулыу булыуын теләйем. Халҡыбыҙҙың телен, рухын, тарихын һаҡлауға театр
коллективы ҙур өлөш индерә, эшебеҙҙә ҙур таяныс һәм терәк. Шуның өсөн уларға ҙур рәхмәтемде әйтәм, - тине Азат Шәрип улы.
Тамашасыларҙың театрҙы һағынып килеүҙәрен уларҙың һүҙҙәре дәлилләй.
Гөлназ Ҡоломбәтова спектаклгә ҡәйнәһе Фәриҙә Иҙрисова һәм тормош иптәше Фәнис менән килгән. 
- Салауат театрының премьераларын ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ. Бөгөнгө спектакль дә бик оҡшаны, фәһем алырлыҡ драма булды. Башҡорт халҡының йолалары,  ғөрөф-ғәҙәттәре, мәҙәниәте һәм көнкүреше асыҡ сағыла, - ти Фәриҙә апай.
- Спектакль күп кеше ҡатнашыуы, сағыу костюмдары һәм милли үҙенсәлеге менән айырылып тора. Хатта үҙебеҙҙе шул ваҡиғалар эсендә йөҙгәндәй хис иттек. Актерҙар ролдәрен  оҫта башҡара. Айырыуса Рәмзиә Мәҡсүтованы, Револь Ғималовты, Фәтих Ҡолһаринды, Нәркәс һәм Мирас Йомағужиндарҙы, Гөлсәсәк һәм Яҡуп Шәриповтарҙы билдәләп үтер инек. Киләсәктә лә театр беҙҙе яңы спектаклдәре менән шатландырып торһон, - ти Гөлназ Ҡоломбәтова һәм Фәнис Иҙрисов.
Эльвира һәм Фидан Хәйбуллиндар:
- Шундай матур спектакль ҡарап, элекке замандарға әйләнеп ҡайтҡандай булдыҡ. Бында халҡыбыҙҙың тула баҫыу, ҡыҙ яусылау, килен төшөрөү кеүек йолалары, кәсеп-шөғөлдәре лә күрһәтелде. Үҙенсәлекле  кейемдәре артистарға килешеп тора. Спектаклде сәхнәгә сығарған режиссерға ла, артистарға ла ҙур рәхмәт. Рәхәтләнеп ял итеп ҡайттыҡ, - ти Хәйбуллиндар.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: