Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Октябрь 2022, 09:06

Сәскә ат, Башҡортостаным!

Оҙайлы йәйге каникулдарҙан һуң Салауат ҡалаһы ата-әсәләр комиссияһы “Аҡбуҙат” ойошмаһы менән берлектә йәнә үҙ эшен ҡуҙғатты һәм уны Республика көнөнә арналған, йыл да үткәрелгән “Тыуған ерем - алтын бишек!” шиғыр һәм йыр конкурсы менән башлап ебәрҙе.

Сәскә ат, Башҡортостаным!
Сәскә ат, Башҡортостаным!

Оҙайлы йәйге каникулдарҙан һуң Салауат ҡалаһы ата-әсәләр комиссияһы “Аҡбуҙат” ойошмаһы менән берлектә йәнә үҙ эшен ҡуҙғатты һәм уны Республика көнөнә арналған, йыл да үткәрелгән “Тыуған ерем - алтын бишек!” шиғыр һәм йыр конкурсы менән башлап ебәрҙе.

Конкурста ике йәштән өлкәнерәктәр ҡатнаша ала ине. Иң кесе конкурсантҡа өс йәш булһа, иң өлкәненә - 39 йәш. Баһалама ағзалары, тәү сиратта, башҡорт теленең өндәрен таҙа, дөрөҫ әйтеүгә, интонация менән һөйләүгә иғтибар итте. Күптәр милли кейем элементтарын ҡулланды, ҡайһы берҙәре башҡорт халҡының милли кейемен кейеп, шиғырҙарын ҡурай моңо аҫтында һөйләне. Яңғыраған шиғырҙарҙа республикабыҙҙың
йәшәйеше, тәбиғәте, байлығы сағылды. Бәйгенең төп маҡсаты - башҡорт телен үҫтереү, популярлаштырыу, башҡорт теленә, йәшәгән республикабыҙға һөйөү, ғорурлыҡ, илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләү.
Конкурста Салауат ҡалаһы ғына түгел, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалаларынан да төрлө йәштәге конкурсанттарҙың ҡатнашыуы күңелдәрҙе күтәрҙе. Тимәк, бәйгенең мәртәбәһе, уның менән ҡыҙыҡһыныусылар арта.15 октябрҙә Салауат башҡорт дәүләт драма театрында конкурс еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Беренсе урын яулаған малай -ҡыҙҙар тамашасыларға үҙҙәренең шиғырҙарҙарын да һөйләп ишеттерҙе.
25-се башҡорт гимназияһының “Тамсылар” йыр ансамбленең “Башҡортостаным - тыуған ерем”, Камила Исхаҡованың “Мин башҡорт” йырҙары, “Байыҡ” телевизион конкурсы финалисы Нелли Ирғәлинаның “Өләсәйем бүләге” бейеүе байрамға йәм өҫтәне. Салауат музыка колледжы “Ҡурай” бүлеге уҡытыусыһы, ҡурайсы, сараны музыкаль яҡтан биҙәүсе Булат Булгаков ҡурайҙа башҡорт халыҡ моңдарын һуҙҙы.

Конкурсты ойошторорға ярҙам иткән Салауат башҡорт дәүләт драма театры директоры Айбулат Ҡотошовҡа, "Аҡбуҙат" рәйесе Ишбулат Иҫәнбаевҡа, тотош Салауат башҡорт дәүләт драма театрына, “Аҡбуҙат”, “Яугир” ойошмалары ағзаларына, шәхси эшҡыуар Нәфис Ирғәлинға, ата-әсәләәр комиссияһы ағзаларына рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Әлфиә ӘБҮБӘКЕРОВА, Салауат ҡалаһы ата-әсәләр комиссияһы рәйесе урынбаҫары.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: