газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Октябрь 2022, 15:55

Юбилейлы миҙгел, рәхим ит!

Әле яңы ғына 89-сы театр миҙгеле ябылған кеүек ине. Уҙған аҙнала театр тамашасылары өсөн ишектәрен асып, яңы 90-сы юбилейлы миҙгелгә аяҡ баҫты.

Юбилейлы миҙгел, рәхим ит!
Юбилейлы миҙгел, рәхим ит!

Әле яңы ғына 89-сы театр миҙгеле ябылған кеүек ине. Уҙған аҙнала театр тамашасылары өсөн ишектәрен асып, яңы 90-сы юбилейлы миҙгелгә аяҡ баҫты.

Тамашасыларҙы, элеккесә, фойела түгел, ә театр алдындағы майҙансыҡта ҡаршылап, Бөйөк Ватан һуғышы башланған мәлдәр тураһында театрлаштырылған тамаша күрһәтелде. Ул ваҡытта әлеге Салауат театры Ауырғазы районы Ҡарамалы ауылында урынлашҡан була. Бөтә ир артистар фронтҡа китә, ә ҡалған ете ҡыҙ театрҙың эшен өҙмәҫкә, артабан да уға хеҙмәт итергә һүҙ бирә һәм был антҡа тоғро ҡала. Үгеҙҙәргә  декорациялар тейәп, улар халыҡ араһында сығыш яһай, еңеүҙе яҡынайтыуға рухи көс биреп, театрҙы ябылыуҙан һаҡлап ҡала. Ошо ете ҡыҙҙың гражданлыҡ  ҡаһарманлығын мәңгеләштереү өсөн 2013 йылда театр алдында “Ете ҡыҙ” мемориаль ташы асыла. Был таш Тыуған илгә һәм театрға булған тоғролоҡ һәм һөйөү символына әйләнә. Тамашанан һуң йыйылыусылар мемориаль ташҡа сәскәләр һалды. Яңы миҙгел алдынан театр труппаһы яңы артистар менән дә тулыланды. Улар: Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Юнир Ғәйнуллин, Сибай сәнғәт колледжын тамамлаусылар Гөлкәй Хәсәнова менән Артур Таджетдинов. Коллектив уларҙы ҡотлап, эштәрендә уңыштар теләне.

- Миҙгелебеҙҙе тап ошо форматта асып ебәреүебеҙ юҡҡа түгел. Әле лә, ул ваҡыттағы кеүек, сыуалышлы, тынғыһыҙ осор кисерәбеҙ. Салауат театры ошо ете ҡыҙ менән ныҡлы бәйле. Ауырлыҡтарға ҡарамай, театрҙы
һаҡлап алып ҡала алған ҡыҙҙарҙы иҫкә алмау яҙыҡ булыр ине. Нисек кенә булмаһын, беҙ ҙә үҙ эшебеҙҙе дауам итәбеҙ, сөнки театр - күңел асыу урыны ғына түгел, ә дөрөҫ юл күрһәтеүсе, халыҡты рухи йәһәттән байытыусы, ауыр ваҡыттарҙа кешенең күңелен күтәреүсе, йәшәүгә дәрт биреүсе лә. Юбилейлы миҙгелдә яңы премьералар, проекттар вәғәҙәләйбеҙ. Яңыраҡ “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты буйынса А. Ивашкиндың “Һәйбәт ҡыҙыҡай Лида” спектаклен күрһәттек, 27 октябргә “Ынйыҡай менән Юлдыҡай” премьераһы планлаштырылған. Бөтә серҙәрҙе лә асып бөтмәйем, тамашасы уларҙы үҙе ишетер, белер һәм күрер, - ти театр директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Ҡотошов.
Театрлаштырылған тамашанан һуң барыһы ла Мөнир Ҡунафиндың “Тоғролоҡ” спектаклен ҡарарға театр эсенә ағылды. Айырылышыу ваҡыты әллә ни күп булмаһа ла, тамашасының сәнғәткә, мәҙәниәткә һыуһауы күренеп тора.
Зөләйха Йәлиева спектаклгә ҡыҙҙары Әлфинә һәм Айгөл менән килгән.
- Театрға ғаиләбеҙ менән йыш йөрөйбөҙ. Бында тормош мәшәҡәттәренән, ығы-зығыһынан арынып, ял итергә киләбеҙ. Ҡыҙҙарым да театрҙы ярата. Ҡайтҡас бергәләшеп ҡыҙыу фекер алышабыҙ. Бөгөнгө спектакль бик уйландырҙы. Айырыуса Нәфисә образы бик үҙенсәлекле. Театр коллективы артабан да яңы премьералары менән шатландырһын ине, - ти Зөләйха апай.
Алина Ғиззәтуллина менән Ләйсән Маратова:
- Спектакль шәп булды. Сәхнәнең биҙәлешле, декорациялар бик уңышлы һайланған. Талантлы актерҙарҙың һәр береһе үҙ ролен ихлас уйнаны. Юбилейлы миҙгелдә уларға уңыштар теләйбеҙ, - ти улар.
Ул көндө юбилейлы миҙгел асылыуға салауаттар ғына түгел, ә күрше Мәләүез ҡалаһынан да килгәйнеләр.
Гөлнара һәм Илгиз Абдуловтар:
- Мөнир Ҡунафиндың “Кешелеккә тоғролоҡ” хикәйәһе буйынса салауаттарҙың спектакль ҡуясағын белгәс, китапхананан был әҫәрҙе алып уҡыным. Мине режиссер төп идеяны тамашасыға нисек, ниндәй алымдар менән еткерер икән, тигән һорау ҡыҙыҡһындырҙы. Сөнки әҫәрҙең йөкмәткеһе ябай түгел. Спектаклде ҡарағас бөтә шик-шөбһәләрем юҡҡа сыҡты. Режиссер Лиана Ниғмәтуллина, йәш булыуына ҡарамаҫтан, төп мәғәнәне ябай, оҫта итеп халыҡҡа еткерә алған. Ғөмүмән, уның һәр эше үҙенсәлекле. Бөтә коллективҡа ҡаҙаныштар теләйбеҙ, яңы премьералар көтәбеҙ. Салауат педагогия колледжында уҡыған ваҡытта ла театрға йыш йөрөнөк, актерҙарҙың уйынын һоҡланып күҙәттек. Ул ваҡыттағы йәш кенә актрисалар хәҙер дәрәжәле исемдәргә лайыҡ сәхнә оҫталары. Ҡаҙаныштарына, уңыштарына ихлас шатланам. Салауат театрын  яратабыҙ, уға киләсәктә лә тоғро ҡаласаҡбыҙ. Спектаклдәр менән Мәләүез ҡалаһына ла килһендәр ине, - ти театр һөйөүсе Гөлнара.
- Кәләшем менән тулыһынса килешәм. Спектакль бөтә залды уйланырға мәжбүр итте. Артистар шул тиклем ысын итеп уйнай, хатта театр залында ултырыуыңды ла онотаһың. Артистарҙың ижад ҡомарҙары һүнмәһен, беҙҙе яңы тамашалар менән ҡыуандырһындар, - ти кәләшен хуплап, Гөлнараның тормош иптәше Илгиз.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: